Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Иҡтисад
18 Сентября , 15:51

Һайлауҙа йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы күҙәтелә

Быйыл һайлау участкаларындағы күҙәтеүселәрҙең 60-70 проценты — 35 йәшкә тиклемге кешеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлауҙа йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы күҙәтеләҺайлауҙа йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы күҙәтелә
Һайлауҙа йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуы күҙәтелә

Өфөлә Һайлауҙар буйынса йәмәғәт матбуғат үҙәге майҙансығында эксперттар, йәмәғәтселәр һәм йәш сәйәсмәндәр йәш быуындың һайлау кампанияһында ҡатнашыу мәсьәләһен тикшерҙе.

Дискуссияла ҡатнашыусылар һүҙҙәренсә, бөгөн йәштәр һайлауҙарҙа өс сифатта: һайлаусылар, күҙәтеүселәр һәм кандидаттар булараҡ ҡатнаша.

Быйыл һайлау участкаларындағы күҙәтеүселәрҙең 60-70 проценты — 35 йәшкә тиклемге кешеләр. Шуға күрә «зумерҙар»ҙың пассив булыуы тураһындағы стереотип тормошта раҫланмай: «Зумерҙар илебеҙҙең һайлау системаһына әүҙем ҡушылырға теләй».


— Билдәләп үтергә кәрәк, әлбиттә, йәштәр тик тауыш биреү менән генә сикләнмәй — беҙҙә йәштәр һайлауҙарҙа кандидат сифатында ла ҡатнаша, үҙҙәренең пассив һайлау хоҡуғын тормошҡа ашыра. Элекке йылдарҙағы һайлау кампаниялары менән сағыштырғанда, йәш кандидаттарҙың, шул иҫәптән йәмғиәткә ҡайтҡан һәм тиҙҙән юғары вазифалар биләп, дәүләтебеҙҙең киләсәген билдәләйәсәк махсус хәрби операция ветерандарының һаны һиҙелерлек артыуын күрергә мөмкин, — тип билдәләне Илья Чечельницкий.

Дискуссияла Йәш депутаттар советы эшенә айырым иғтибар бүленде. Бөгөн уның составында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында күрһәтелгән бөтә сәйәси партияларҙан 589 кеше бар. Әммә республикала йәш депутаттарҙың дөйөм һаны кәмегән — 2018 йылдағы 1500-ҙән хәҙер 500 тирәһенә тиклем.


Урындағы үҙидара һәм закондар сығарыу органдарында йәштәрҙең һанын 30 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйҙыҡ», — тип белдерҙе Артур Зәйнуллин.

Александр Королев фотоһы.



Автор:Айнур Акилов
Читайте нас