

Башҡортостанда һайлауҙарҙа эшләгән халыҡ-ара күҙәтеүселәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Бөгөн, тәүге һайлау участкаһы асылғандан алып, башҡа участкалар буйлап «сәйәхәтебеҙ» дауамында күргән бөтә нәмә лә миндә ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы, — тип һөйләне Мадагаскар Республикаһының Милли йыйылышы ағзаһы Софи Соамиадана Рацирака. — Логистика, мәғлүмәт менән тәьмин итеү һәм күҙәтеү йәһәтенән дә — барыһы ла заманса кимәлдә ойошторолған. Беҙҙә, Мадагаскарҙа, әлбиттә, улай түгел. Беҙҙә үткән заман һаҡлана. Мәҫәлән, һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн беҙ кешеләрҙән бармаҡ эҙҙәрен талап итергә тейешбеҙ.
Башҡортостанда һайлау барышын биш ил — Индонезия, Мадагаскар, Төркиә, Бразилия һәм Германия вәкилдәре күҙәтә.
Александр Королев фотоһы.