Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Иҡтисад
20 Сентября , 05:37

Һайлауҙың өсөнсө көнөндә лә “Рәхмәт” акцияһы дауам итә

Һүҙебеҙҙе тыңлап, акцияға ҡушылған эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт.

Һайлауҙың өсөнсө көнөндә лә “Рәхмәт” акцияһы дауам итәҺайлауҙың өсөнсө көнөндә лә “Рәхмәт” акцияһы дауам итә
Һайлауҙың өсөнсө көнөндә лә “Рәхмәт” акцияһы дауам итә

Һайлауҙың өсөнсө көнөндә лә Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы дауам итә. 

Ошоға тиклем хәбәр иткәнсә, быйыл купондар ташламаларға хоҡуҡ бирә. Алдағы йылдарҙағы кеүек бүләк уйнатыу ҡаралмаған. “Алға-патриот” үҙәге директоры Ринат Хәбиров  белдереүенсә, акцияға бик күп эшҡыуарҙар ҡушылған.

– Алдағы ике көндә тауыш биргән кешеләр купондары менән әүҙем файҙалана. Кешеләр уларҙы үҙҙәре һорап ала, балалар менән килгәндәр улар өсөн да ала. Бында беҙҙең тарафтан сикләү юҡ. Һүҙебеҙҙе тыңлап, акцияға ҡушылған эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт. Һәр саҡтағыса унда Өфө һәм Стәрлетамаҡ әүҙем ҡатнаша. Ә быйыл Бәләбәй менән Туймазы ҡыуандырҙы, был ҡалаларҙа йәшәгән эшҡыуарҙар “Рәхмәт”кә ихлас ҡушылды, тимәк был ҡалалар халҡы өсөн күпләп ташламалар ҡаралған, — тине ул.

Акция тауыш биреүҙең өс көнөндә лә дауам итәсәк. Шулай уҡ уның сайты бар, унда бөтә ташламалар күрһәтелгән һәм барыһы ла ентекле яҙылған.

Фото: Динар Кәлимуллин. 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас