Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Иҡтисад
20 Сентября , 05:15

Бөтә һорауҙарға ла оператив рәүештә яуап бирәбеҙ

Штабтың эше  Башҡортостанда ғәҙел һәм асыҡ һайлауҙарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә һорауҙарға ла оператив рәүештә яуап бирәбеҙБөтә һорауҙарға ла оператив рәүештә яуап бирәбеҙ
Бөтә һорауҙарға ла оператив рәүештә яуап бирәбеҙ

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Башҡортостандағы штабы, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты һәм РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рамил Насибулла улы Рәхимов етәкселегендә, өсөнсө көн инде тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Йоманан алып эшләп килгән штаб махсус әҙерлек үткән 3200-ҙән ашыу күҙәтеүсенең эшмәкәрлеген координациялай. Улар араһында партиялар, кандидаттар, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, шулай уҡ һайлау участкаларынан онлайн-трансляциялар алып барыусы блогерҙар бар.

Ике көн эсендә штабҡа 12 000-дән ашыу хәбәр килгән. Рамил Насибулла улы һүҙҙәренсә, хәбәрҙәрҙең күбеһе һайлау участкаларындағы байрамса мөхитте һәм граждандарҙың тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуын сағылдыра. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, күптәр һайлауға бөтөн ғаиләһе менән килә, ә ҡайһы бер участкаларҙа мәҙәни саралар ойошторолған.

"Беҙ һайлау процесына бәйле килгән бөтә һорауҙарға ла оператив рәүештә яуап бирәбеҙ, – тип билдәләне Рамил Насибулла улы. – Беҙҙә тауыш биреүҙең ни тиклем ғәҙел булыуын тәьмин итерҙәй юристар ярҙамда тора".

Штабтың эше хәлде мониторинглауға һәм Башҡортостанда ғәҙел һәм асыҡ һайлауҙарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас