

– Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашыуҙа ҡатнашҡан Мадагаскарҙан халыҡ-ара күҙәтеүсе Софи Соамиадана Рацирака Рәсәйҙәге һайлауҙарҙы күҙәтеү мөмкинлегенә шат булыуын белдерҙе.
"Рәсәй һәр ваҡыт беҙҙең дуҫыбыҙ булды, һәм хәҙер, Рәсәйгә ярҙам кәрәк саҡта, беҙ уның янында булырға әҙербеҙ", – тине Рацирака.
Күҙәтеүсе Рәсәйҙә һайлауҙарҙы ойоштороу үҙенсәлектәрен, атап әйткәндә, өс көнлөк тауыш биреү форматын билдәләне, уның фекеренсә, был хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар талап итә. Мадагаскарҙа һайлауҙар ғәҙәттә бер көн эсендә үткәрелә.
Софи Соамиадана Рацирака шулай уҡ һайлау комиссиялары составында ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуына иғтибар итте һәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының әүҙем сәйәси позицияһын әйтеп үтте.
Күҙәтеүсе һайлау участкалары хеҙмәткәрҙәренә йылы ҡабул иткәндәре өсөн айырым рәхмәтен белдерҙе. "Беҙҙә, Мадагаскарҙа, Рәсәйҙәге кеүек байлыҡтар юҡ, әммә беҙ үҙебеҙҙең ҡунаҡсыллығыбыҙ менән байбыҙ", – тип өҫтәне ул.
Динар Кәлимуллин фотолары.