

– Хәҙерге йәш сәйәсмәндәр партия структураларында түгел, ә социаль селтәрҙәр һәм шәхси бренд аша төҙөүҙе өҫтөн күрәләр, тип белдерҙе Өфө фән һәм технологиялар университетының (ӨФТУ) сәйәсәт белеме һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, сәйәсәт белгесе Арсен Шәйәхмәтов.
"Әгәр элек сәйәсәттә алға китеү өсөн партияға инергә һәм уның эсендә карьера яһарға кәрәк булһа, бөгөн йәштәр социаль селтәрҙәрҙе популярлыҡ һәм сәйәси ауырлыҡ ҡаҙаныу өсөн һөҙөмтәлерәк ҡорал тип һанай", – тип билдәләне Шәйәхмәтов.
Сәйәсәт белгесе һүҙҙәренсә, был сәйәси процестың шәхсиләшеүенә килтерә: кандидаттар партияларҙың программа документтарына түгел, ә үҙҙәренең имиджына һәм ҡараштарына иғтибарҙы йүнәлтә. Ағымдағы һайлау кампанияһы сиктәрендә партия программаларының роле кәмеүе һәм кандидаттарҙың шәхси сифаттарына иғтибар артыуы күҙәтелә.
Шәйәхмәтов шулай уҡ ҡала советына кандидаттарҙың (нигеҙҙә 30-40 йәштәгеләр) сәйәси дебаттарҙа партияларының тәҡдимдәренә ҡарағанда, ҡаланы үҫтереү буйынса үҙ ҡараштары тураһында күберәк һөйләүҙәрен билдәләне.
ӨФТУ студенттарҙы сәйәси тормошҡа әүҙем йәлеп итә: Дәүләт Думаһында стажировкалар ойоштора һәм төрлө сәйәси көстәр вәкилдәре менән осрашыу мөмкинлеге бирә. Был йәштәрҙең сәйәсәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға һәм лидерҙарҙың яңы быуынын формалаштырыуға йүнәлтелгән.
"Беҙ йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға тырышабыҙ, уларға сәйәси процесты яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк хеҙмәттәр өҫтөндә эшләйбеҙ", – тип йомғаҡланы Шәйәхмәтов.