

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Республика көнөнә әҙерләнергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, был көндө Өфөлә бер нисә сара ойошторола.
«Өфөлә Ленин исемендәге парк асырға йыйынабыҙ. Паркты асыу тантанаһы 11 октябрҙә була. Халыҡтың үтенесе буйынса КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының Беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуябыҙ. Байтаҡ саралар ҡаралған. Шуға әҙерләнә башлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Миҙхәт Закир улы Шакиров 1916 йылдың 5 октябрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте башҡорт. Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакир улы Шакиров (1881—1968; Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан). Ҡартатаһы Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәнов (1853/54—1920-се йылдар башы) сығышы менән Иҫке Таҙлар ауылы башҡорттарынан (типтәр ҡатламынан) булған, 1880 йылда Ҡарасайылға ауылы мәсетенең имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөғәллиме итеп тәғәйенләнгән; уның ҡатыны Ғәлимә Нурмөхәмәт ҡыҙы Вәлитова (1861/62—?) тоҡомло почёт гражданины титулына эйә булған мишәр ғаиләһенән сыҡҡан[1]. Шәжәрәһе: Әмәт → Фәйзулла (1746—1807) → Зәйнулла (1783/84—?) → Шәрәфетдин (1799/1800—?) → Мөхәмәтйән (1825—?) → Мөхәмәтшакир (1853/54—1920-се йылдар башы) → Мөхәмәтзакир (1881—1968) → Миҙхәт[2][3].
Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете классын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1936 йылда Бежеца (Орджоникидзеград) машиналар эшләү институтының механика-технология факультетына уҡырға инә. Институтты 1941 йылда, иретеп йәбештереү буйынса инженер-механик һөнәре алып, тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Ворошиловград паровоз эшләү заводына ебәрелә, августа завод Өфөгә эвакуацияланан. Өфөгә ҡайтҡас, эвакуацияланған Харьков электромеханика заводы базаһында йәйелдерелгән коммутацион аппаратура етештереүсе 656-сы оборона заводында эшләй башлай, бындағы вазифалары:
1944 йылдың декабрендә ВКП(б) сафына ҡабул ителә.
1945 йылдың июне — сентябрендә Германияла командировкала була: Дрезден, Лейпциг һәм башҡа ҡалаларҙа немец предприятиеларының йыһаз-ҡорамалдары һәм етештереүҙе ойоштороу менән таныша[5].
1947 йылдың 15 сентябренән декабргә тиклем ВКП(б)-ның Өфө ҡалаһы Ленин район комитетының кадрҙар буйынса секретары булып эшләй. Артабан 1948 йылдың 15 октябренә ҡәҙәр Башҡортостан АССР-ының Урындағы сәнәғәт министрлығында баш инженер вазифаһын башҡара. Һуңынан «Башнефть» берекмәһенең Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеү контораһының геофизик оҫтахана-лабораторияһы мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1950 йылдың 15 сентябренән ошо оҫтахана нигеҙендә төҙөлгән «Геофизприбор» заводының тәүге директоры була[5].
1950 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһы Молотов районы Советына депутат һәм СССР нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзы башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана[5].
1952 йылдың 17 октябренән — магистраль газ үткәргестәр төҙөү, газ һәм нефть промыслаларын тәртипкә килтереү менән шөғөлләнгән 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығының етәксеһе итеп ҡуйыла[6].
1954 йылдың 12 октябренән — СССР Госгазпромының «Нефтепроводмонтаж» тресының баш инженеры. Был вазифаларҙа эшләгәндә Миҙхәт Шакиров «Шкапов — Ишембай — Магнитогорск», «Һарытау — Горький», Бохара — Урал газ үткәргестәре, «Туймазы — Омск — Иркутск» нефть үткәргесе һәм башҡа магистраль газ- һәм нефть үткәргестәрҙе төҙөп сафҡа индереүҙә туранан-тура ҡатнаша. 1962 йылда СССР Главгаз делегацияһы составында газ үткәргестәр төҙөүҙә яңы технологиялар менән танышыу өсөн АҠШ-ҡа бара[7].
1963 йылдың 2 ноябренән 1969 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары вазифаһын башҡара. 1963 йылдың 23 ноябрендә — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзаһы итеп һайлана[8]. 1966 йылда СССР Юғары Советы депутаты, ә 1967 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты һәм уның Президиумының ағзаһы итеп һайлана[9].
1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы.
Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге, 1980 йылда һәм унынсы биш йыллыҡта ашлыҡ һәм игенселектең башҡа продуктарын етештереү һәм дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 23 апрелендәге 3-сө Указы менән Миҙхәт Шакировҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1987 йылдың 23 июнендәге пленумында Миҙхәт Шакиров, пенсияға китеүе менән бәйле, биләгән вазифаһынан бушатыла. Быға «Правда» гәзитенең Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе Владимир Прокушевтың ошо баҫмалағы оло шау-шыу ҡуптарған «Преследование прекратить...» исемле мәҡәләһе сәбәпсе була[10].
Миҙхәт Закир улы 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән.