Шоңҡар
+9 °С
Ясно
Иҡтисад
28 Сентября , 14:45

Ҡасан йорттарға йылы бирәсәктәр?

Киләһе ҡышҡа фаразға килгәндә, быйыл уның уҙған йылдарға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә.

Ҡасан йорттарға йылы бирәсәктәр?Ҡасан йорттарға йылы бирәсәктәр?
Ҡасан йорттарға йылы бирәсәктәр?

Октябрь башынан республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 1 октябрҙән социаль объекттарға йылы бирә башларға, ә 6-нан күп фатирлы йорттар өсөн йылытыу миҙгелен башларға кәңәш итте, уртаса тәүлек температураһының +8 градус булыуы фаразлана. Республиканың бөтә муниципалитеттары ла әҙерлек паспорттарын тапшырҙы, тип белдерҙе Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Киләһе ҡышҡа фаразға килгәндә, быйыл уның уҙған йылдарға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә.

«Бынан тыш, аңлашылыуынса, киләһе ҡыш хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән ҡатмарлыраҡ булмаҡсы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә республиканың төньяғындағы Балаҡатай, Краснокама, Мәсетле, Тәтешле, Салауат, Ҡариҙел, шулай уҡ Саҡмағош райондары йылытыу миҙгелен башлаған. Уларҙа 59 социаль объектҡа йылы бирелгән. 

Фото: Башинформ | архив

Элина Әхәмтова

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас