Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Иҡтисад
2 Октября , 15:55

Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды

Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталдыӨфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды
Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды

Республика көнөндә Өфөлә йыйылыштар, патриотик акциялар һәм күргәҙмәләр, шулай уҡ байрам һәм физкультура-спорт саралары ойошторола. Улар йома көндө башлана.

9 октябрь:

Ленин исемендәге яңыртылған паркты асыу;

уҡыусыларҙы «шайморатовсылар»ға бағышлау — Совет майҙаны; Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыу – М.Шакиров исемендәге сквер (Коммунистик урамы, 75).

11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12 лә райондарҙа байрам майҙансыҡтары асыла:

«Тыуған яҡҡа һөйөү менән» — «Дим» паркы; 
«Сәскә ат, республикам минең!» — «Беренсе май» паркы; 
«Тыуға яҡ моңдары» — С.Т. Аксаков исемендәге баҡса; 
«Минең Республикам» — «Тулҡын» паркы; 
«Сәләм, Башҡортостан!» — «Ҡашҡаҙан» паркы;
«Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» — С. Орджоникидзе исемендәге майҙан; 
«Тыуған төйәк моңдары» — И. Яҡутов исемендәге парк. 

11 октябрҙә сәғәт 11-ҙән Башҡортостандың Урмансылар паркынан төньяҡ йөрөшө буйынса асыҡ ярыштар башлана.

10-12 октябрҙә Көрәш һарайында «Республика кубогы» мультитурниры үткәрелә.

Саралар әҙерләү һәм үткәреү менән бәйле майҙансыҡтар эргәһендәге юлдарҙа транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла, тип иҫкәрттеләр мэрияла.

Элина Әхмәтова

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас