

Бер ваҡыт Муса ғәләйһиссәләм Исраилдәрҙең улдарына вәғәз уҡығас, унан һорағандар:
– Кешеләр араһында ҡайһыһы иң күп белеүсе?
– Мин, – тип бер шикләнмәй яуап биргән Муса ғәләйһиссәләм.
Бындай яуабы өсөн Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәрҙе шелтәләй:
– И, Муса! Һин үҙеңде иң күп белеүсе кеше тип һанайһың, әммә ике диңгеҙ ҡушылған урында минең бер ҡолом бар, мин уны һиңә ҡарағанда тәрәнерәк белемдәр менән бүләкләнем.
Муса ғәләйһиссәләм Рәхимле Заттан ошо ҡол менән күрештереү мөмкинлеген биреүҙе һорарға тотона:
– И, минең Раббым! Миңә һинең әлеге ҡолоңдо нисек табырға?
Аллаһы уның үтенесен кире ҡаҡмай:
– Үҙең менән балыҡ ал һәм уны муҡсаңа һал. Бер ерҙә был балыҡҡа йән кереп, ул һинең күҙеңдән юғалыр, һин әлеге кешене осрата торған урын шул булыр.
Муса ғәләйһиссәләм Аллаһының әмеренә буйһоноп, юлға сыға, үҙе менән бергә бер туғанының улы Юша ибн Нунды ярҙамсы итеп ала. Күп ваҡыт уҙғас, улар ҙур ҡая аҫтына ял итергә ултыралар һәм, Аллаһы Тәғәлә әйткән ергә барып еткәндәрен дә аңламайса, талсығып йоҡлап китәләр. Сәйәхәтселәр йоҡлаған арала әлеге ҡая таш аҫтында “тере һыу” тип аталған сығанаҡ булған, шул һыуҙың сәсрәгән тамсылары Муса ғәләйһиссәләмдәге балыҡты терелткән. Балыҡ уның муҡсайынан һикереп сығып, диңгеҙгә йөҙөп китә. Был ғәжәйеп ваҡиғаның шаһиты Юша ибн Нун була, әммә ул был турала Муса ғәләйһиссәләмгә һөйләргә онота. Улар юлдарын дауам итәләр. Тағы шаҡтай алыҫ ара уҙғас, улар асығалар, һәм Муса ғәләйһиссәләм үҙенең йәш юлдашына үҙҙәре менән алып килгән ризыҡты килтерергә ҡуша. Әммә теге балыҡтан башҡа уларҙың башҡа ризығы булмай. Шунан һуң Юша ибн Нун әйткән:
– Ҡая аҫтында беҙ ялға туҡтаған урында сумкалағы балыҡҡа йән керҙе һәм ул һикереп сығып диңгеҙгә йөҙөп китте. Ләкин мин һиңә был хаҡта әйтергә онотҡанмын.
– Тимәк, ул беҙгә кәрәкле урын булған! – тип әйткән Муса ғәләйһиссәләм, һәм улар яңынан шишмә янына китәләр.
Бында улар үҙ кейеменә төрөнөп ятҡан бер кешене күрәләр. Шул тиклем оҙаҡ юлды Муса ғәләйһиссәләм һәм уның юлдашы ошо зат – Хызыр ғәләйһиссәләм менән осрашыу өсөн уҙғандар икән!
Муса ғәләйһиссәләм Хызыр ғәләйһиссәләмгә сәләм бирә, үҙе менән таныштыра. Ә Хызыр һорай:
– Исраил улдарынан булған Муса һин булаһыңмы инде? Муса ғәләйһиссәләм яуап бирә:
– Эйе! Аллаһы Тәғәлә һиңә биргән ғилемдең бер киҫеме менән мине лә бүләкләһәң ине.
– Эйе. Аллаһы Тәғәлә мине һиңә билдәле булмаған белемдәр биреп бүләкләне. Һис шикһеҙ, һин дә миңә билдәле булмаған белемдәргә эйә. Ләкин белмәгән ғилемде минән алырға һинең түҙемлегең етмәҫ.
Муса ғәләйһиссәләм сабыр ғына уҡырға һәм уға ҡаршы килмәҫкә вәғәҙә бирә:
– Ин шә Аллаһ, һин мине түҙемлеләрҙең береһе булараҡ белерһең. Мин һинең барлыҡ әйткәндәреңде лә тыңлармын.
– Бынан тыш, барыһын да һөйләп бөтөргәнсе, һин миңә бер ниндәй ҙә һорауҙар бирергә тейеш түгел.
Улар шулай килешәләр һәм бергәләп диңгеҙ яры буйлап китәләр. Һыу буйында кораблде күреп, юлсылар юлдарын шуның менән дауам итәләр. Корабль алыҫ араны йөҙөп үткәс, Хызыр Муса ғәләйһиссәләмде бик ныҡ ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ ғәмәлдәр эшләй: ул балта алып, карап төбөнә тишек яһай. Муса ғәләйһиссәләм әлеге ғәмәлдең йәшерен мәғәнәһен аңламаған хәлдә, быны тыныс ҡына күҙәтә алмай. “Капитан беҙгә изгелек күрһәтте, беҙҙе үҙҙәре менән бушлай алды, шулай булғас карапты тишергә мөмкинме инде?”– тип һорай ул Хызыр ғәләйһиссәләмдән.
– Мин бит һине минең менән сәйәхәт итергә түҙемлегең һәм сыҙамлығың етмәйәсәге хаҡында киҫәттем, – тип яуап бирә Хызыр ғәләйһиссәләм. Муса өндәшмәҫкә һәм күп һорауҙар бирмәҫкә тигән вәғәҙәһе тураһында онотоуын таный һәм был хәлде башҡа ҡабатламаҫҡа ышандыра.
Ярға сығып, юлдарын йәйәү дауам иткәс, улар дуҫтары менән уйнаған малайҙы осраталар. Хызыр ғәләйһиссәләм был малайҙы тотоп, уның муйынын һындыра. Әлеге ҡот осҡос күренеште күреп, Муса ғәләйһиссәләм ҡысҡырып ебәрә:
– Һин нимә эшләнең? Һин ни өсөн бер ғәйепһеҙ баланы үлтерҙең?
Хызыр (ғәләйһиссәләм) уға яуап бирә:
– Минең янымда торорға һинең түҙемлегең етмәҫ тип әйтмәнемме ни мин һиңә? Һин бит минән бер нимә тураһында ла һорамаҫҡа вәғәҙә бирҙең!
Муса ғәләйһиссәләм яңынан ғәфү үтенергә мәжбүр була.
Шулай итеп, сәйәхәт ҡылыуҙы дауам итәләр һәм бер ауылға килеп төшәләр. Улар бик ныҡ асығалар, сөнки үҙҙәре менән бер ниндәй ҙә аҙыҡ-түлектәре булмай, улар ауыл халҡынан ашарға һорайҙар. Әммә береһе лә ризыҡ та, йоҡларға мөйөш та бирмәй. Ас һәм арыған хәлдә улар был ауылдан китергә мәжбүр булалар. Ауыл ситенә еткәс, улар ауам-ишеләм тип торған таш диуарҙы күрәләр. Хызыр ғәләйһиссәлләм уның янына килеп төҙәтә башлағас, ул йәнә төҙ һәм тигеҙ рәүешкә инә. Быларҙың барыһын да күреп, Муса ғәләйһиссәләм ғәжәпләнеп былай ти:
– Был ауыл кешеләренең береһе лә беҙгә бер һыныҡ икмәк тә бирмәне, беҙҙе үҙҙәренә индермәне, ә һин ишелергә торған диуарҙы уларға төҙәтеп бирҙең. Һин бының өсөн аҡса ла һорай ала инең.
Быға яуап итеп, Хызыр ғәләйһиссәлләм былай ти:
– Һин йәнә минең эшкә ҡыҫылдың, шуға күрә беҙгә айырылышырға ваҡыт. Әммә шулай ҙа мин һиңә элек ҡылған ғәмәлдәремдең ысын асылын һөйләп бирермен.
Һәм ул һөйләй башлай:
“Тишек тишкән карапка килгәндә, ул үҙҙәренә икмәк өсөн аҡса эшләгән бик яҡшы кешеләрҙеке ине. Әммә улар йүнәлгән тарафта бик тә ғәҙелһеҙ дәүләт башлығы идара итә. Был ҡанһыҙ бөтә яҡшы караптарҙы үҙенеке итеп үҙләштереп торған. Кораблдә тишек яһап, мин уларҙы, ике яуызлыҡтың кесерәген һайлап, хакимдың уҫаллығынан ҡотҡарҙым һәм шуның менән уларға ярҙам иттем. Балаға килгәндә, ул игелекле һәм ғәҙел ғаиләнән ине. Киләсәктә был бала насар юлдан китеп, хатта ата-әсәһен дә юлдан яҙҙыра алыр ине. Шуға күрә үҫеп башкиҫәргә әүерелгәнсе беҙ уны үлтерҙек. Уға алмашҡа Аллаһы Тәғәлә был кешеләргә итәғәтле бала бүләк итәсәк (бер риүәйәттә, Аллаһы Тәғәлә был изге бәндәләргә киләсәктә бер пәйғәмбәрҙең әсәһе дәрәжәһенә лайыҡ булырлыҡ ҡыҙын бүләк иткән, тип хәбәр ителә). Ауыл ситендәге диуарға килгәндә иһә, ул ике етем баланың ер биләмәһендә урынлашҡан. Был стена аҫтында улар өсөн йәшерелгән хазина һаҡланған. Уларҙың аталары изге кеше була һәм ошо диуар аҫтында үҙ балаларына хазина йәшерә, ә уның һаҡланышын Аллаһыға ышаныс менән тапшыра. Әгәр ошо диуар был йәтимдәр үҫеп еткәнсе емерелһә, ауыл халҡы шул хазинаны табып алып, уны талап бөтөргән булыр ине. Аллаһы Тәғәлә етем балаларҙың бәлиғлек йәшенә ирешеүҙәрен һәм был хазинаны табыуҙарын теләй. Былар барыһы ла Аллаһының рәхмәте булараҡ эшләнгән. “Мин эшләгән барлыҡ ғәмәлдәремде үҙ теләгем менән башҡарманым: был минең бурысым ине, миңә был вазифам Изгелекле Раббыбыҙ тарафынан бирелде. Минең ғәмәлдәремдең хәҡиҡи асылы тап бына шунда”.
Хызырҙың әлеге һүҙҙәре шулай уҡ Ҡөрьәндә лә раҫлана:
Мәғәнәһе: “Улар (ҡая янына килеп еткәс,) Беҙҙең рәхмәт биреп, белем өйрәткән ҡолдарыбыҙҙың (Хызыр (ғәләйһиссәләм) исемле) береһен осратты, (“Әл-Кәһф” сүрәһе, 65-се аят). Был аят менән “Әл-Кәһф” сүрәһендә һәм Муса, Хызыр ғәләйһиссәлләм тарихын хикәйәләү башланып китә һәм ул 82-се аятҡа тиклем тәфсирләп тасуирлана.
Был ваҡиғаларҙа Муса ғәләйһиссәләм өсөн тағы бер мөһим мәғәнә йәшеренгән була. Хызыр ғәләйһиссәләм менән айырылышырға тура килһә лә, уның менән танышыу булғанлыҡтан, Муса ғәләйһиссәләм бөтә ғүмере буйына уйлап йөрөгән мәсьәләләрҙең мәғәнәһенә төшөнә башлауын аңлай:
1) Ни өсөн уның әсәһе, Фирғәүен кешеләре баланы үлтерерҙәр тип ҡурҡһа ла, уны һандыҡҡа һалып Нил йылғаһына ағыҙған, шулай булһа ла Муса ғәләйһиссәләм һәләк булмаған?
2) Ҡыйырһытылған Исраил улын ҡотҡарам тип, Муса ғәләйһиссәләм бер һуғыуҙан ҡыптыйҙы үлтерә – Аллаһы Тәғәлә уға ни өсөн, үлтерергә тигән ниәте булмаһа ла, шундай насип бирә? Был хәлгә уның бик тә кәйефе ҡырыла.
3) Ни өсөн Муса ғәләйһиссәләм Шөғәйеб ғаләйһиссәләм ҡыҙҙарының һарыҡтарын һуғарған һәм бының өсөн уларҙан аҡса алмаған?
Муса ғәләйһиссәләм үҙ-үҙенә төшөнөп, был һорауҙарға яуаптар тапһын өсөн, Раббыбыҙ уның юлына Хызырҙы ебәрә лә инде. Зирәк аҡыл эйәһе менән бергә кисергән тарихи ваҡиғалар уға Аллаһы Тәғәләнең Рәхимле Зат булыуына тағы бер ҡат инанырға ярҙам итә. Хызыр ғәләйһиссәлләм карап иҙәнен тишкәндә уға былай ти:
– И, Муса! Әсәйең һине һандыҡҡа һалып һыуға ағыҙып ебәрҙе, ләкин һин батманың. Аллаһы Тәғәлә һине һаҡланы, тимәк, ул был кешеләрҙең дә ғүмерҙәрен һаҡлаясаҡ.
Унан, баланы үлтергәндән һуң, Хызыр ғәләйһиссәлләм Муса ғәләйһиссәләмгә былай тип әйтә:
– Һин осраҡлы рәүештә ҡыптыйҙы үлтерҙеңме? Был ваҡиға ла шуға тиңдәш. Ул көндө Аллаһы Тәғәлә ҡыптый үлһен тип, ә бөгөн иһә Ул ошо баланың вафат булыуын теләне.
Ниһайәт, Хызыр ғәләйһиссәлләм Муса ғаләйһиссәләмдең Шөғәйеб ғаләйһиссәләм ҡыҙҙарының һарыҡтарын һуғарыуын һәм уның өсөн бер ниндәй түләү алмауын иҫкә төшөрҙө. Бер ауыл ситендә урынлашҡан диуарҙы төҙәткәндә лә Хызыр ғәләйһиссәлләм тап шулай уҡ бер тин дә хаҡ алмаған ине: “Бындай эштәрҙе аҡсаға эшләмәйҙәр”, – тип аңлатты ул.
Хызыр ғәләйһиссәлләм Аллаһы биргән белемдәрҙең бер өлөшө менән шул рәүештә уртаҡлашты. Фекер йөрөтөүселәр әлеге хикәйәттәрҙән үҙҙәре өсөн оло файҙа алып, дөрөҫ хәҡиҡәтте аңларҙар тип ышанам: Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән беҙгә килгән һәр бәлә-ҡазала ниндәй ҙә булһа мәғәнә бар. Аллаһы Тәғәлә биргән тәҡдиребеҙ беҙгә үҙенең йәшерен хикмәттәренә төшөнөргә ярҙам итһә ине, ә тормошобоҙҙа Уның тарафынан тәғәйенләнгән ваҡиғалар беҙҙең өсөн яҡшы нәсихәттәр булһын. Аллаһы Тәғәлә барыһын да яҡшы белеүсе.
Айгөл ХАФИЗОВА әҙерләне.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/traditional-arabic-hot-tea-man-sitting_6897555