

Элек төрлө сәйер хәлдәр тураһында һөйләй башлаһалар, бик үк ышанмай торғайным. Йәнәһе, юҡты һөйләйҙәр, уйлап сығаралар.
Беҙҙең яҡта ла шундай ғәжәп ике урын бар, тиҙәр. Ололар һөйләүенсә, унда элек-электән төрлө хәлдәр булып торған: йә аттары арып бара алмаҫ була, йә тик торғандан туғарыла... Шуныһы ҡыҙыҡ, минең шул ерҙә гелән юлым уңа.
Улымды Өфөгә оҙатырға тип Белоретҡа елдерәбеҙ. Шул урындан үтеп барғанда, ҡапыл тәгәрмәс тишелде лә ҡуйҙы. Икенсене алмаштырып ҡуйып, ҡуҙғалырға торһаҡ, артыбыҙҙан беҙҙең ауыл муллаһы ҡыуып етте. Яныбыҙға туҡталып, хәл белеште. Уның Өфөгә китеп барышы икән. Ҡайһылай уңай тура килде әле, тип шатланып улымды уның машинаһына ултыртып ебәрҙем. Әйтерһең дә, кемдер мине махсус рәүештә, хитланып йөрөмә, артыңдан кеше килә, тигән кеүек шул ерҙә туҡтатып ҡуйған. Тимәк, бында ниндәйҙер ғиллә бар.
Беҙҙең яҡтарҙа еләк ишелеп уңа. Йыбанмағандар йәйен мул ғына аҡса эшләй. Беҙ ҙә ҡатыным менән йыл да тәбиғәт үҙе биргән байлыҡты файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Йыйған емешебеҙҙе Белоретҡа алып барып һатабыҙ. Әлеге лә баяғы тап шул ерҙә тағы тәгәрмәс тишелде лә ҡуйҙы. Ни ғәләмәт булды әле был? Запас тәгәрмәс булһа, бер ҡыйынлығы ла булмаҫ ине лә. Ни эшләптер хәстәрләмәгәнмен. Бәлки, яҡын-тирәгә барып етербеҙ тип тултырып ҡарайым, тишеге ныҡ ҙур, тынды тиҙ генә сығара ла ҡуя. Ә ауылға алыҫ ҡына, 20 саҡрым самаһы булыр. Таныштарға шылтыратып ҡарайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә бушамай. Йәй мәле бит. Шул арала ҡатыным бәләкәй ҡыҙыҡай менән, еләк ҡарап киләбеҙ тип, юл буйындағы ағастар араһына инеп киттеләр. Баҙар ваҡыты ла үтеп бара. Күп тә үтмәне, бер мәл ҡатынымдың тауышы ишетелде:
– Бында бер тәгәрмәс ят-а-а, эшкинмәйме икән?!
Мин асыу килеп:
– Эшкингән тәгәрмәсте кем һиңә ҡалдырһын, – тинем дә, үҙем тағы таныштарға шылтырата башланым. Шул арала күҙҙең ҡырыйы менән генә кәләште ҡарайым. Ул:
– Ҡара әле, был тәгәрмәстең тыны ла бар, – тип, уны миңә ҡарай тәгәрәтеп ебәрҙе. Бәй, нормальный тәгәрмәс һымаҡ. Барып ҡараһам, өр-яңы тәгәрмәс. Был бит беҙҙең машинаға ярай. Тәүҙә үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым. Берәйһе һөйләһә, биллаһи, ышанмаҫ инем.
Тәгәрмәсте йәһәт кенә алмаштырып ҡуйҙым да, ҡалаға һыпырттыҡ, еләкте тиҙ генә һатып бөттөк.
Хәҙер ошо урындан үткән һайын белгән доғаларҙы уҡыйым һәм был ерҙең эйәһе барлығына ышанам. Был донъяның беҙ аңлап бөтмәгән серҙәре күп бит ул. Атай-олатайҙар бушты һөйләмәй.
Марат ИСҠУЖИН. Белорет районы.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/wide-shot-road-surrounded-by-trees-forest_8054690.