Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
19 Июль 2021, 21:35

Улыма боҙом һалдылар шикелле

Эскән кешене үҙең беләһең, ояты ҡаса, һүгенә, мине насар һүҙҙәр менән әрләй. Тамам аптырағас, бына Өфөләге бер күрәҙәсегә барып ҡайтып киләм.

Улыма боҙом һалдылар шикелле
Улыма боҙом һалдылар шикелле

Өфөнө сығып, аэропорт эргәһенә етеүгә, бер әбей ҡул күтәрҙе. Машинамды туҡтаттым. Уның ауылы аша үтеүемде белгәс, эй ҡыуанды әбей. Бер аҙ һөйләшеп барғас, ул:

– Минең дә һеҙҙең тиҫтер улым бар, – тип һүҙен дауам итте. – Бына әле ауылға ҡайтып барам, үҙем ҡурҡам, тағы иҫерек булмаһа ярар ине тим.

Бындай хәлдә кешенән юҡ-бар һорашыуы ла ҡыйын. Шулай ҙә әбей эсендәге хәсрәтен һөйләгеһе килеүе күренеп тора.

– Биш бала үҫтерҙем. Барыһы ла ситтәләр. Төп өйҙә ошо улым ҡалды. Үҫмер саҡта «әсәй» тип өҙөлөп торған улым өйләнеп бер аҙ торғас, әллә ни эшләп эсә башланы. Йә атаһы йәки үҙем эсем йөрөһәм, бер хәл. Эскән кешегә кем сыҙаһын инде! Килен балаһын алды ла ҡайтып китте. Туғандарыма хәл белергә лә бара алмайым. Улым өйҙәге бөтә нәмәне һатып бөтөрҙө. Шуның әйберен алған кешеләрҙе әйт әле. Эсһә лә, бала бит әле, пенсиямдан арттырып, аяғына итек алһам, уныһын да ҡайҙалыр юғалтып ҡайтты. Эскән кешене үҙең беләһең, ояты ҡаса, һүгенә, мине насар һүҙҙәр менән әрләй. Тамам аптырағас, бына Өфөләге бер күрәҙәсегә барып ҡайтып киләм.

– Шунан нимә тине? – Әбейҙән шулай тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Боҙом һалғандар, тине. Имеш, йәш саҡта бер ҡыҙ менән йөрөгән дә уға өйләнмәгән икән.

– Ысынлап та шулаймы?

– Күрше ауылдан бер ҡыҙ менән оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәйне. Ни эшләптер аҙаҡ аралары һыуынды. Әллә шуның ғына эше инде. – Әбей яулығының осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Бына шул күрәҙәсе өшкөрөп тоҙ бирҙе, килешһә генә ярар ине тим.

– Үҙегеҙ боҙомға ышанаһығыҙмы?

– Ышанмайса, балам! Шул нәмә бар бит ул, бар. Элек ауыҙына ла алмаған кешенең эскесегә әйләнеп китеүендә бер ғиллә барҙыр тим. Донъяның ниндәй әҙәме юҡ…

Әбейҙе ауылы эргәһендә төшөрөп ҡалдырҙым. Был донъяла кеше тормошон боҙоуҙан йәм тапҡан әҙәмдәр барлығы аптыратты. Их, теге тоҙ әбейҙең улына килешһә генә ярар ине...

Айбулат ХАЖИӘХМӘТОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: