Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
21 Август 2021, 21:20

Бар бәләнең башы эскелектән...

Апай, йәшел йылан һаҙлығына батҡан атай-әсәйемдең тормошо беҙҙе ниндәй ҙур ҡайғыға һалғаны етерлек һабаҡ булманымы ни? Нимә тип эстең һин? Ошо ятҡаныңдан ҡабаттан аяғыңа баҫа алмайынса үлеп-фәлән китһәң, сабыйҙарыңа етемлек менән бергә “эскесе балалары” тигән мөһөр ҙә баҫыласаҡ. Ҡара һаҡалың кеүек ул, ғүмер буйына һинән тотам да ҡалмай. Минең шуға ауылыбыҙға ла ҡайтҡым килмәй.

– Был ҡарасҡының тағы бер ҡаҙы ла үлмәйенсә үҫеп еттеләр. Әллә төндәрен дә яндарында бергә ҡуна инде.

– Булы-ы-ыр. Донъя тип йәнен биргән нәмә бит. Йыл әйләнәһенә тәҙрә төбөнән гөлдәре шау сәскәлә генә ултыра. Икмәк әсеткеһе һибәме икән, тип аптырай башланым әле. Бер көндө бәләкәй генә бер үҫенте алып ҡайтып килә. Минең абышҡаның бисә-сәсә күрһә, күҙе сыға яҙа бит инде. “Сәлимәкәй, ҡулыңда нимә ул?” – ти күҙ-башын уйнатып. “Зәңгәр төҫтә сәскә атҡан миләүшәм юҡ ине. Шуның үҫентеһе”, – тигән була тегенеһе. Яныбыҙҙан үтеп китеүе булды, һөйләнә лә башланы. “Ана, һиңә магазиндан һатып алғандары ла тәрбиә күрмәгәс, ҡорой ҙа ҡуя. Ә күршең бәләкәй генә япраҡтан да әллә нимәләр үҫтерә. Фәлән дә фәсмәтән...”. Хут бирһәң, яңаҡтары талғансы маҡтар ине.

– Шула-ай. Уның менән сағыштырырға оҫталар. Икебеҙҙән нимәһе артыҡтыр тип йыш уйланам мин дә.

Хаят менән Рәйсәнең ут күршеләре Сәлимәнең тормошо менән булыуҙар йышайҙы. Эш менән йорт араһын ғына тапаған ҡатын тураһында һөйләүҙәр ғәйбәткә төп аҙыҡ сығанағына әйләнде. Быға тиклем оҙон бер ауыл урамында үҙҙәрен иң-иңдәре итеп күреп өйрәнгән был ике көнсөл әхирәттәрҙең, шулай күршеләренә бар яҡлап та булдыҡлы, ипле һүҙле килендең төшөүе төн йоҡоларынан яҙҙырҙы.

Хаят мәҙәниәт йортонда эшләй. Үҙен ауылдың беренсе лейдиһы итеп таныған “культура”лы ҡатындан уҙып берәй нәмә эшләп, әйтеп ҡара. Хәҙер бер сараһын күрәсәк. Көнсөллөк ауырыуы хроник сиргә әйләнһә лә, хәләл көсө менән донъя көткөһө килмәй үҙенең. Эскән, ваҡ-төйәк тәртип боҙған ауылдаштарынан участковый вазифаһын башҡарған ире барыһын да эшләттерә. Кемеһендер өркөтөп. Ҡурҡыуҙан үткәндәрен, юхалап. Был иһә йылына ауылда үткән бер нисә концертта ҡатнаша ла, шуның менән вәссәләм.

Рәйсә лә артыҡ ауырлыҡ һалмай ғына йәшәй. Сәлимәнең ире кеүек уның тормош иптәше лә вахтовик. Бәрәңге, йәшелсә, емеш-еләк иренең ялына тура килһә, сәселә. Юҡ икән, һатып алалар. Мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп та йонсомай. Ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөп кенә ғүмере үтә уның. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ҡатындың донъяһы ялт итеп торорға тейеш тә бит, әхирәттәре менән яртышар көн сәйләп, урамда осраған бере менән хәбәр һатып торһаң, ваҡыт үтә лә китә. “Ярты ғүмерем ирһеҙ үткәс, яңғыҙыма донъя йөгөн һөйрәүе еңелдән түгел шул”, – тип, үҙәккә үтерлек итеп зарлана аҙаҡ.

Күҙҙәренә төшкән сүптәй асыуҙарына тейгән Сәлимәнең тормошон боҙоу тураһында елле уй Рәйсәнең тырышыуҙары менән тормошҡа ашты. Бер мәл Өфөлә һатыусы булып эшләүсе әсәһенең бер туған һеңлеһе әллә ниндәй китаптар килтерҙе. Балалы өйҙә бур ятмаҫ, тиҙәр бит. Өлкәндәр ҙә ул яҙмаларҙы мәктәптә уҡып йөрөүсе ҡыҙҙары күҙҙәренән ситкә йыйыштырып ҡуйыуҙы хуп күрҙе. Ғәҙәттә, тыйылған нәмә әҙәм балаһын үҙенә нығыраҡ тартыусан, ҡыҙыҡһындырыусан. Китап менән бөтөнләй дуҫлашмаған Рәйсәнең тап шул баҫмаларҙа яҙылған нәмәләрҙе белгеһе килеп тик торҙо. Һәм ҡыҙҙың тормошонда ҙур роль уйнаны. Ауылдың беренсе егетен үҙ ҡулдары менән эшләгән һөйҙөргөс ярҙамында үҙенә ҡаратып, өйләндерә алды. Бер ҡайҙа ла уҡымаған, артынан эскән шәшкеһен дә сайҡайтып ҡуйырға иренгән бумала башҡа кейәүҙең ата-әсәһе аяҡ терәп ҡаршы инеләр ҙә, теге шыйыҡсаның көсө еңде барыбер. Хәҙер ҙә, ана, йөрөй шунда инәһенән айырылып ҡалған кәзә бәрәсе һымаҡ ҡатынының артынан эйәреп.

Сәлимә өсөн дә сихырлы шыйыҡсаны Рәйсә үҙе әҙерләне. Тик иҫерткес эсемлектәрҙе ауыҙына ла алмаған ҡатынға уны нисек эсерергә белмәй баш ваттылар. Сөнки сәйгә, һутҡа ҡушһаң, ҡырҡыу тәм шунда уҡ шик уятасаҡ ине.

Әсәйҙәр көнөндә яуыз эштәрен тормошҡа ашырырға булды күршеләр. Хаяттың ире дауаханала, Рәйсә менән Сәлимәнекеләр – вахтала ине.

– Беҙ кемдән кәм? Ирҙәр яныбыҙҙа юҡ тип, матур байрамды моңайышып үткәрмәйек, – тигән булып, ике күршеһен Хаят үҙенә сәйгә саҡырҙы.

Үҙенә ҡойолған шарапты әллә күпме ваҡыт эсмәй ултырҙы Сәлимә.

– Ғүмер буйы беҙҙе әҙәмгә һанаманың инде. Эштән ҡайтҡанда ла “тыҡ” баҫып ҡына өйөңә инеп китеү яғын ҡарайһың. Исмаһам, туҡтап хәлебеҙҙе белеп, донъя яңылыҡтары менән дә бүлешмәйһең, – тип ике ике яҡтан зитына тейә торғас, тәки күндерҙеләр.

– Башҡаны ҡоймағыҙ ҙа, ошоно ғына тотам, – тип ултырған Сәлимәгә шул да етте.

Эсеү менән, әйтерһең дә, шыйыҡса түгел, ә йылан һымаҡ һуҙылып имәнес йән эйәһе эсенә кереп ятҡан кеүек тойолдо. Өҫтәл артында уҡшып ебәреүҙән көскө тыйылып ултырҙы. Күрше ҡатындары иһә яуыз ниәттәрен тормошҡа ашырғас, артабан ҡыҫтаманылар. Киреһенсә, уның барлығына ла иғтибар итмәгәндәй икәү-ара һөйләшеп, юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып хихылдаша башланылар. Үҙенең бында артыҡ икәнлеген төшөнөү менән Сәлимә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Көскә-көскә атлаған ҡатын урамына инеү менән йәшел төҫтәге ниндәйҙер шыйыҡсаны ҡоҫто. Эс-бауыры өҙөлөп төшөрҙәй булып ауыртыуға сыҙамайынса түшәккә ятты ла ҡабат тоторлоҡ хәлдә булманы. Тәрбиәләүсе булмағас, дүрт йәшлек улы менән икеһен саҡ тултырған ҡыҙы йәйелмәгән түшәктә әүен баҙарына киттеләр. Ноябрҙең рашҡыһында былай ҙа йонсоған малдары ла төнгөлөккә һарайға инергә теләп баҡырышты-баҡырышты ла тынды.

Икенсе көнөнә төштән һуң баш ҡалала уҡып йөрөүсе студент һеңлеһе килеп төштө. Төп йорттары күрше районда булһа ла, ата-әсәһе йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, тыуған нигеҙҙәре етемһерәп ҡалды. Ул ваҡытта Гөлнур сығарылыш класс уҡыусыһы ғына ине. Үҙ аллы донъя көткән Сәлимә бәлиғ булмаған һеңлеһен үҙ ҡарамағына алды. Хәҙер ялдарҙа, каникул мәлдәрендә уларға ҡайтып йөрөй. Кейәүгә сыҡҡас, ғаилә йөгөн айҙар буйына яңғыҙы ғына һөйрәргә мәжбүр булған апаһына ҙур ярҙамсы.

Һеңлеһен күргәс, Сәлимә хәлһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы. Ҡапыл ғына аяҡтан йығылған йәш әсәй, балаларым ышаныслы ҡулдарҙа, тип һөйөнгәндер инде. Гөлнур иһә теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Тотош тәне шешенә башлап, ваҡыты-ваҡыты менән йәшел төҫтәге шыйыҡса ҡоҫҡан апаһына ҡарап торҙо ла:

– Нимә эстең? – тине.

– Күршеләрҙә кисә байрам тигән булып берҙе генә тотҡан инем шул...

– Һуңғы байрамыңа әйләнмәһә ярай ҙа...

Эскесе ата-әсәй менән ыҙаланып үҫкән Гөлнур өлкәндәр кеүек фекер йөрөтә белә. Тормошҡа ҡарата булған ҡарашы ла һис замана йәштәренкенә оҡшамаған. Әле лә апаһына ҡарап өҙә һуҡты ла ҡуйҙы. Үҙе һауыт-һаба йыуып, бер юлы аш-һыу яраштырып йөрөй, үҙе оло кешеләр һымаҡ хәбәрен уратып башланы.

– Бер мәл бер ирҙе шайтан ҡотортоп: “Уйнаш итеп, кеше үлтереп, эсеп ҡара һин”, – тип быны быуып алып бара, ти. Тегеһе иһә оҙаҡ ваҡыт ҡына был ҡотҡоға бирелмәгән. Тора-бара шайтан хәйләгә барған. “Исмаһам, берәүһен генә үтәһәң дә, минең күңелем булыр, башҡаса һине ҡаңғыртмаҫ инем”, – тип инәлгән. “Уйнаш итһәм, хәләлемдең күҙенә тура ҡарай алмаҫмын, әҙәм балаһының йәнен ҡыйыу ҙа минең ҡулымдан килмәй. Бер тапҡыр иҫерткес эсемлек эскәндә донъям түңкәрелмәҫ. Ана, күптәр көнө-төнө айнымай йөрөй. Бер ни ҙә түгел”, – тип уйлап, шараптан ауыҙ иткән. Оҙаҡламай ул тамам иҫергән. Шул ваҡытта ул ҡатынына ла хыянат иткән, унан ҡайтып килгәндә юлына осраған кеше менән юҡтан ғына бәхәскә инеп китеп уны үлтергән. Күп бәләнең башы – эскелектән, тип аҙым һайын ҡабатларға яратҡан кураторыбыҙҙың яратҡан хикәйәттәренең береһе был. Ошо хикәйәт менән күңел асыуға ныҡ бирелеп киткән төркөмдәштәремә ҡабат-ҡабат һөйләп, эскелектең бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәүен төшөндөрөргә тырыша...

Апай, йәшел йылан һаҙлығына батҡан атай-әсәйемдең тормошо беҙҙе ниндәй ҙур ҡайғыға һалғаны етерлек һабаҡ булманымы ни? Нимә тип эстең һин? Ошо ятҡаныңдан ҡабаттан аяғыңа баҫа алмайынса үлеп-фәлән китһәң, сабыйҙарыңа етемлек менән бергә “эскесе балалары” тигән мөһөр ҙә баҫыласаҡ. Ҡара һаҡалың кеүек ул, ғүмер буйына һинән тотам да ҡалмай. Минең шуға ауылыбыҙға ла ҡайтҡым килмәй. “Эскесе Маһинур менән Хамматтың ҡыҙы ҡайтҡан икән”, – тип бармаҡ төртөп күрһәтмәләр ҙә, артымдан шулай тип һөйләп ҡалыуҙарын йәнем-тәнем менән тоям. – Сәлимәнең алдына уҡ килеп баҫҡан Гөлнур хыянатсыл йәштәрен уға күрһәтмәҫ өсөн башын ситкә борҙо.

Күңелендә йылдар дауамында йөрөгән таш күҙ йәштәре булып йәш ҡыҙҙы оҙаҡ илатырға теләһә лә, Гөлнур үҙен тиҙ ҡулға алды. “Былай балауыҙ һығып ултырһаң, бер нисек тә ярҙам итеп булмаҫ. Берәй сараһын күрергә кәрәк”, – тип уйланы ул. Әмәлгә ҡалғандай, йәштәрҙе алама ғәҙәттәрҙән араларға тырышып-тырмашып йөрөгән теге кураторы шылтыратты. Үҙенең предметы буйынса бер ғилми конференцияға мәҡәлә әҙерләгән иң тырыш студентының кәйефен тегеһе бер-ике ауыҙ һүҙ әйткәндә үк аңғарып ҡалып, һораша башланы.

Апаһы өсөн оялһа ла, дөрөҫөн һөйләп бирергә тура килде Гөлнурға.

– Бер тапҡыр эскән кеше шул хәлгә төшмәй инде. Йә сифаты насар булған, йә аңлы рәүештә берәй нәмә өҫтәгәндәр, – тине уҡытыусыһы. Бер ни тиклем уйланып торғас, бер балҡалағындай ғына әремдең емештәрен ҡайнар һыуға һалып төнәтеп эсерергә ҡушты. – Тәбиғи көслө антибиотик ул. Ағыуланған булһа, ярҙамы тиҙ тейер, – тине.

–Уй, был ваҡытта ул әремде ҡайҙан ғына табайым икән? Күптән ҡар ятты бит! – тип Гөлнур үрһәләнә башлағас: – Дарыу үләндәре һаҡланған урында булмаһа, ауыл ерендә уны һепертке урынына ла тоталар. Ҡараштыр, эҙлә, – тине күпте күргән мөғәллимә. – Тағы ла, апайыңдың янында “Фатиха”, “Әл-Фәләҡ”, “Ән-Нәс” сүрәләрен уҡы. Әгәр ҙә, ниндәйҙер яман көстәрҙең ҡыҫылышы булһа, ярҙам итер.

Мәтрүшкә бәйләме янында әремдекен дә күргәс, студент ҡыҙ еңел һулап ҡуйҙы. Малдарҙы кискелеккә ҡарап кереүенә, әллә төнәтмәнең файҙаһы тейҙе, әллә Гөлнурҙың апаһы янында ысын күңелдән уҡыған доғалары килеште, Сәлимә һеңлеһен бер көндән артыҡ ятҡан урынында ултырған килеш ҡаршыланы.

Икенсе көнөнә күрше ветеринар Исмәғил Рәйсәнең хәле тураһында: “Колхоз баҫыуында сөгөлдөр ашап күбенгән һыйыр кеүек эсе ташыуға сыҙамай табип саҡыртҡан икән. Барыу менән операция өҫтәленә һалғандар, ти. Тик хирургтар киҫеп, асып ҡараһалар ҙа ауырыуының сәбәбен таба алмай йонсойҙар, имеш. Кисә генә һин дә мин, шап-шаҡтай йөрөй ине бит әле. Үәт, донъя!” – тип һөйләнеп йөрөнө.

Бар бәләнең башы эскелектән...
Бар бәләнең башы эскелектән...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: