Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
17 Май 2022, 20:15

"Үҙеңде үлтерәм дә балаларҙы алып сығып китәм".

Ире янағас, өҫтәүенә, көс структураларында эшләгәс, Анна полицияға мөрәжәғәт итергә ашыҡмаған.

"Үҙеңде үлтерәм дә  балаларҙы  алып сығып китәм".
"Үҙеңде үлтерәм дә балаларҙы алып сығып китәм".

Ғаиләнең йәберләнеп йәшәгәнен Әмирҙән белеп ҡалғандар. Атай кешенең әсәне һәм ҡустыһын ҡурҡытып тотоуын мәктәп психологы баланың һүрәтенән аңлаған.

-"Ғаиләнең һүрәтен төшөрөүҙе һоранылар, ә кемде яратмайһың, уның рәсемен айырым эшләргә кәрәк ине. Мин әсәйемдең, ҡустымдың һәм ҡуянымдың һүрәтен яһаным. Атайым менән йәшәргә теләмәгәс, уның һүрәтен айырым төшөрҙөм", - ти малай.

Был хаҡта билдәле булғас, ире ҡатынын өйөнән ҡыуып сығарған, ул мөғжизә менән генә балаларын алып ҡасҡан. Ханым полицияға һәм тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән, айырылышырға ғариза яҙған. Ул суд аша балаларына хоҡуғын яҡлай, ире уларҙы Башҡортостандан ситкә алып китер тип хәүефләнә. "Өсөнсө ай инде балаларым менән иремдән ҡасып йөрөйөм. Ул беҙгә үлтереү менән янай".

Анна улдары менән йортонан сығып китергә мәжбүр булған. 11 йыл буйына үҙе лә, балалары ла ғаиләлә йәберләнеп йәшәгән. Ире янағас, өҫтәүенә көс структураларында эшләгәс, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итергә ашыҡмаған.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: