Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
26 Июль 2022, 12:40

Ҡайҙа һин, Сәлимә?

Сәлимә: “Эй, бер ваҡыт еҙнәй менән ярышып эстек, кем тиҙерәк иҫерер икән тип, ул бер яртыны ла эсеп бөтә алманы, ә минең бер күҙгә лә сыҡманы”, — тип көлә-көлә мине эсергә ҡыҫтай башланы. Бер йотомдо ла эсә алмай ултырға­нымды күреп көлөп, ире лә, үҙе лә үҙҙәренекен бер-бер артлы бушатып ҡуйҙылар.

Ҡайҙа һин, Сәлимә?
Ҡайҙа һин, Сәлимә?

Район үҙәгенә килеп төшкәс, туҡталышҡа яҡын ғына урынлашҡан универсамға һуғылырға булдым. Бик ҡабалан юлға сыҡҡанға бында йәшәгән туғандарға күстәнәс алырға өлгөрмәгәйнем.

Халыҡ бөгөн күп күренә, ауылдарҙан йомош менән килеүселәрҙер инде. Магазин соланына етәрәк ишек алдында алты-ете кешенән торған йәнле коридор хасил булған. Улар ҡулдарын һоноп, үткән-һүткәндән “баш төҙәтергә” аҡса һорай ине. “Берәҙәктәр беҙҙең төпкөлдә лә бар икән”, — тигән уй үтте баштан. Араларындағы берәүһе — өҫтөнә фуфайка, башына спорт башлығы кейгәне — миңә таныш тойолдо, тик сырамыта алманым. Ул да тиҙ генә һоро күҙҙәрен ситкә алып, сүкәйеп ултырҙы ла башлығын күҙенә тиклем төшөрҙө. Магазиндан сыҡҡанда баяғы “һоро күҙҙәр” юҡ ине инде.

Еңгәй өйҙә үҙе генә. Эш көнө бит. Ул ҡаршылағы мәктәптә уҡыта. Минең килерҙе ишеткәс, эштән алданыраҡ һыпыртҡан. Хәл-әхүәл белешкәс, мин баяғы кеше тураһында һораштым. “Бәй, таныманыңмы ни, класташың бит! — тине еңгәй һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән. — Унда көн дә бер үк әҙәмдәр эшкә йөрөгән кеүек килеп баҫалар. Ҡыҙы кейәүгә сығып киткәс, класташың бөтөнләй аҙҙы. Өйөнә лә ҡайтып инмәй, тиҙәр”.

Һүҙ Сәлимә тураһында – бергә уйнап үҫкән, бер партала ултырып уҡыған, сер уртаҡлашҡан класташым ине ул. Күҙ алдына бик матур аҡ йөҙлө, ҙур һоро күҙле, һомғол буйлы алсаҡ ҡыҙ килеп баҫты. Төрлө уйындар уйлап сығарырға оҫта булғанға, беҙҙе үҙ артынан эйәртеп йөрөнө. Үҙе ғәҙел, тура һүҙле, шул уҡ ваҡытта шуҡ та ине. Сатнатып дөрөҫлөктө күҙгә ҡарап әйтеүенә, ҡыйыулығына ҡарап һоҡлана торғайныҡ. Уҡыуҙа шәп үк булмаһа ла, ударниктар рәтендә йөрөнө. Әллә ни юғары хыялдар менән янманы шикелле. “Мин һатыусы булам” йә “фермала эшләргә лә кеше кәрәк” ти торғайны киләсәк тураһында хыялланғанда.

Ата-әсәһе лә ҡәҙимге ғаиләләге кеүек тырышып донъя көттө, балалар үҫтерҙе. Өйҙәрендә һәр саҡ тәртип, күңелле булды, шуғалыр уларға йыш барҙым. Сәлимәнең бәләкәйҙән ауыр эш башҡарғанын күреп йөрөнөм: мал ҡараны, һыу ташыны, ҡар көрәне, утын ярҙы... Миңә 10 литрлыҡ биҙрә тағып һыу ташырға рөхсәт булмағанда, ул 15-әр литрлыҡты “ыһ” та итмәй көйәнтәһен бер генә яурынына һалып ҡайта, ә ат менән ташығанда, 40-ар литр һыу һыймалы феләктәрҙе ике ҡолағынан тотоп ергә ултырта ине. Физкультура дәрестәрендә иң шәп саңғысы, иң етеҙ йүгереүсе — ул. Мәктәп, райондағы спорт ярыштарының береһенән дә ҡалманы. Үҙен-үҙе төрлөсә сыныҡтыр­ғаны иҫтә ҡалған.

Мәктәпте тамамлағас, мин институтҡа уҡырға индем, ә ул ауылда ҡалды. Тәүге осорҙа хат алыштыҡ, шунан яйлап онотола барҙы.
Уҡып бөткәс, мине район үҙәгенән алыҫ түгел бер ауылға йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрҙеләр. Ағайҙарға ял көндәренә килгән саҡта осраштыҡ Сәлимә менән. Ул кейәүгә сыҡҡан, ҡыҙҙары тыуған. Район үҙәгендә бәләкәйерәк йортта йәшәйҙәр икән. Урамда осрашҡас, мине үҙҙәренә саҡырҙы. Ул элеккегә ҡарағанда ла алсаҡланып, мәктәп йылдары тураһында һөйләшеп ултырабыҙ тип, ҡултыҡлап алды. Мин дә күптән күрешмәгән әхирәтемде осратыуыма шатланып, уға эйәрҙем. Өйҙәре ҡотло ғына, ялт итеп тора. Эстә беҙҙе бәпес күтәргән атай кеше ҡаршыланы. Сәлимә хәбәрен һөйләй-һөйләй, тилбер хәрәкәттәр менән өҫтәлгә һый теҙеп ташланы. Ул арала ире бер “аҡбаш”ты килтереп ултыртты. Минең ризаһыҙлығыма ҡаршы көлөп кенә ҡуйҙылар.
Сәлимә: “Эй, бер ваҡыт еҙнәй менән ярышып эстек, кем тиҙерәк иҫерер икән тип, ул бер яртыны ла эсеп бөтә алманы, ә минең бер күҙгә лә сыҡманы”, — тип көлә-көлә мине эсергә ҡыҫтай башланы. Бер йотомдо ла эсә алмай ултырға­нымды күреп көлөп, ире лә, үҙе лә үҙҙәренекен бер-бер артлы бушатып ҡуйҙылар. Бер ярты бөтөүгә, икенсеһе килеп ултырҙы. “Күрешкәнебеҙ юҡ бит, әйҙә, ултырайыҡ әле, ҡабаланма”, — тип тағы ашарға-эсергә ҡыҫтарға тотондо ирле-ҡатынлы икәү. Илап уянған имсәк балаһына ла, рюмка төбөнә һалып, араҡы йотторҙо. “Хәҙер уянмай оҙаҡ итеп йоҡлай ул”, — тип. “Ни эшләйһең, Сәлимә? Ярамай бит”, тиеүемә, “Витамин Д”, – тип кенә яуап­ланы.
Был осрашыу миндә ауыр тойғо ҡалдырҙы. “Килеп йөрө, әхирәт!” — тип оҙатып ҡалды Сәлимә, ләкин мин ҡабат килмәҫемде белә инем инде. Ағайым­дарға уның нисек ҡунаҡ итеүе тураһында һөйләп торманым, сөнки үҙемә оят ине...
Бына шунан һуң уларҙы күргәнем юҡ. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, Сәлимәнең ҡыҙы аҡыллы булып үҫкән. Мәктәптә тырышып уҡып, үҙ көсө менән институтҡа ингән. Уҡып бөткәс, арыу ғына егеткә кейәүгә сыҡҡан. Сәлимә ҡыҙын кейәүгә оҙатҡас, тамам аҙған. Ире элек үк сығып китеп, башҡа ҡатынға барып ингән. “Ҡыҙы Өфөгә алып барып дауалатып та ҡараны, тик эсә лә ҡуя шул”, — тип теҙҙе еңгәй.
Шундай көслө ихтыярлы, ҡыйыу, бәләкәйҙән донъяға үҙ ҡарашы булған кешене ошондай түбәнселеккә төшөргә нимә этәрҙе икән, тип әсенеп уйландым. Төшөн­көлөккә бирелеп рюмкаға тотонғандыр, тип әйтеүе ҡыйын, сөнки уҡыуын да үҙ ихтыяры менән дауам итмәне, кейәүгә лә үҙе теләгән кешеһенә сыҡты, донъяһын да үҙе теләгәнсә ҡорҙо. Бер ниндәй тормош ауырлыҡ­тарына бирешә торған кеше түгел ине. Хәҙер уйлауымса, ул шаярып ҡына эсә башлаған, үҙен “йәшел йылан”дан көслөмөн, ҡасан теләйем шунда туҡтайым, тигәндер, әммә шайтан һыуы көслөрәк булып, уны буйһондорған.
Шулай ҙа магазин соланында осрағанда уның һағышлы һоро күҙҙәрендә тартыныу, оялыу бар ине кеүек. Тимәк, күңел төпкөлөндә элекке көслө, сәмле Сәлимә йәшәй. Бар ихтыярын туплап, уның әлеге бәләне еңеп сығыуына, олоғайған көнөндә балаһының ихтирамын яулап, уларға терәк, кәңәшсе булып йәшәүенә ышанғы килә.
Ҡасандыр көслө булған класташым “йәшен йылан” алдында ла көс табып, уны еңә алһа ине.

Ә. ҒИБӘТОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: