Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
28 Июль 2022, 21:01

Нимә булды икән?

Нимә булды икән?
Нимә булды икән?

Ҡатыным менән айырылышҡас, бер үҙем ҙур йортта йәшәнем. Яңғыҙ оҙаҡ торма, кемде булһа ла тап, тип әсәйем йыш ҡабатланы. Йәнәһе, яңғыҙаҡ менән ни булмаҫ. Аҙып-туҙып йөрөмәйем дә, ни булһын миңә, тип көлөп яуап бирҙем шул саҡ. Үҙем теге “һыу” менән дә шаярмайым. Эштән арып ҡайтам былай. Бер ваҡиға мине шаңҡытты, аҡылдан яҙҙыра яҙҙы. 

Эштән ҡайттым да, арманһыҙ булып, йоҡларға яттым. Баҫлығып уяндым төндә. Шулай тиҙәр бит, нимәлер баҫһа. Өләсәйем, ен баҫа, ти торғайны. Йән көйөгө тап шул иҫемә төштө лә баһа! Үҙем тиргә батҡанмын. Ни тора алмайым, ни тәнемде тоймайым. Ниндәйҙер көс мине карауатҡа ҡыҫа. Үҙемдә ҡурҡыу ҙа юҡ бит әле ул. Башымды бора алдым шулай ҙа. Бүлмәлә кемдер бар ине. Мин быны айырым-асыҡ тойҙом. Өләсәйемдең баяғы һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап тик тора. Ниндәй ен булһын ти бынау заманда, боронғоларҙың ҡурҡытыу әмәле генә лә инде, тип үҙемде йыуатырға ла өлгөрмәнем, күҙ алдымдан бер нәмә ялт итеп үтеп китте. Исмаһам, ай яҡтыһы ла юҡ. Көш, тип ҡысҡырған булдым, тауышым сыҡманы. Теге ялтлап үтә лә китә, үтә лә китә. Гүйә, минең менән уйнай. Шулай төн буйы ялпылдап сыҡты. Ярай әле таң атырға оҙаҡ ҡалмағайны. Эшкә, башым тубал булып, хатта сәй ҙә эсә алмай киттем. Иптәштәргә һөйләгәйнем, китте хәбәрҙәр сылбыры, кемдер, ҡайҙалыр тегене күргән дә быны тойған. Берәүһенә тояҡлы ҡыҙ осраған, икенсеһен оҙон тырнаҡлы билдәһеҙ бапаҡ баҫтырған, өсөнсөһөн… Ир башыма шуларға ышана буламмы?! 

Кис тағы буш өйөмә ҡайттым. Тыныс ҡына, берәү ҙә болартмаған, бер ниндәй ҙә ен эҙе күренмәй. Телевизор ҡараштырып ултырҙым да, урынымдан “әүен баҙарына” киткәнмен. Уянһам, телевизор һөйләп тора, дөм ҡараңғы. Ҡапыл тәнемдән ток үткәндәй булды ла, телевизорҙы һүндергәс, шундай хәүефле, өшөндөргөс тынлыҡ урынлашты. Елп итеп төндәге нәмә күҙемә күренмәһенме! Ут яндырырға тип торорға уйлағайным, ниндәйҙер көс мине диванға этте. Автоматик рәүештә һүгенеп ебәрҙем. Шунан иҫкә төштө − эштәгеләр ен күргәндә һүгенергә кәңәш биргәйне бит. Шарт та шорт һүгенәм, үҙем һаман торорға маташам. Юҡ, быуынһыҙландым да ҡуйҙым. Теге “ялпылдаҡ” та янда йөрөй. Ахыры, аҡылдан яҙыуымдыр, тип уйлайым. Үлтерһә, үлтереп кенә ҡуймай. Ҡолаҡ төбөмә үк килде был. Мин шунда һуштан яҙғанмын. Күҙҙе асҡанда иртәнсәк ине. Атай йортона ҡайтып торҙом. Ғүмерҙә лә психик хәлемдең мөшкөлләнеүе ихтималын уйламағайным. Ҡабат йортҡа ҡайтҡы килмәне. Әммә урта йәшкә етеп килгәндә лә атай-әсәйгә мәшәҡәт булып ятмайһың бит, төндә мине ниҙер эҙәрлекләүен дә уларға әйтеп торманым. Бер аҙнанан, әҙерәк тынысланғас, кире ҡайттым. Яңғыҙым түгел, оҡшатып йөрөгән ҡатынды ла эйәрттем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, “ялпылдаҡ” бер ҡайҙа ла китмәгәйне. Төндә тағы “баҫып” уятты… Нисек етте, шулай һатып алыусы табып, тиҙерәк ҡотолдом енле өйөмдән. Үҙемде намыҫым тынғыһыҙлай – кемделер аптыраталыр инде теге. 

Нимә ул? Ҡурҡытыуҙан башҡа бер зыян да эшләмәгәс, нимәгә килгән? Әллә уны берәй нисек борсономмо икән? Һаман да яуап таба алмайым.

СӘЙЕР ДОНЪЯ

Автор:
Читайте нас: