Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
10 Август 2022, 18:25

Үгәй атаһы яратмай тип улын үлтергән

2017 йылда урманда кеше һөлдәһе табылған. Экспертиза уның юғалған баланыҡы икәнен раҫлаған.

Үгәй атаһы яратмай тип улын үлтергән
Үгәй атаһы яратмай тип улын үлтергән

Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. 

2001 йылда Сибайҙа бер малай велосипедына ултырып сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Бала өлатаһы менән өләсәһенән ҡайтырға сыҡҡан булған. 2017 йылда урманда кеше һөлдәһе табылған. Экспертиза уның юғалған баланыҡы икәнен раҫлаған. Енәйәт эшен тикшереү 2022 йылда ғына тамамланды.

Асыҡланыуынса, ире ҡатынына улын үлтерергә ҡушҡан. Сөнки үгәй атай малайҙы яратмаған, ә һуңынан уларҙың уртаҡ балалары тыуған.

Ошо хәйерһеҙ көндә әсә менән ул урманға миндек әҙерләргә киткән. Ағастар араһында ҡатын үҙенең улын ире биргән халат билбауы менән быуып үлтергән. Һуңынан кәүҙәһен шул урында күмеп ҡалдырған.

Әсә үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Ә ир йораты үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, миңә яла яғалар, ти. Һуңғы ҡарарҙы Баймаҡ районы суды сығарырға тейеш.

Сығанаҡ: bash.news

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: