Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
12 Сентябрь 2022, 20:10

Мәрхүмдең балдағы кемгә кәрәк булды икән?

"Был минең өсөн бик ғәжәп булды", - ти мәрхүмдең улы Георгий. 

Мәрхүмдең балдағы кемгә кәрәк булды икән?
Мәрхүмдең балдағы кемгә кәрәк булды икән?

Гагик Цатурян быйыл  февралдә вафат була. Билдәле – ирҙе махсус хеҙмәтләндереү комбинаты хеҙмәткәрҙәре моргка алып китә.  Һуңынан туғандары уның  бармағындағы быуындан-быуынға тапшырыла килгән затлы балдаҡтың ғәйеп булыуын һиҙеп ҡала. Бер аҙҙан был хәл буйынса  эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре енәйәт эше ҡуҙғатһа ла,  ул ни эшләптер туҡтатыла. 

 "Был минең өсөн бик ғәжәп булды.  Полиция үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарай тип уйлайым. Прокуратура полицияны  эшләргә мәжбүр итә", - ти Гагиктың улы Георгий.

 Башҡортостан прокуратураһы тикшереү эштәре барышында етешһеҙлектәр табылыуын асыҡлай. Хәҙер 

Георгий тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итергә йыйына, улар полиция  хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа бирер тип өмөтләнә.


Башҡортостаным | яңылыҡтар

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: