Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
5 Октябрь 2022, 12:53

Ен ҡытыҡлаған

Бер заман ҡытыҡлағанға уянып киттем. Хәлем бөтөп килеп торҙом да баҫлыҡтым, ахырыһы, тип кире яттым. Бер аҙ ята биргәс, тағын ниҙер табан аҫтын, ҡултыҡ аҫтынан ҡытыҡлай. Һикереп торҙом да,утты ҡабыҙҙым.

Ен ҡытыҡлаған
Ен ҡытыҡлаған

Миңә уны эштә бер ҡыҙ һөйләне.


Студент саҡта өс ҡыҙ ятаҡта йәшәйбеҙ. Ял һайын ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайталар ине. Мин йыраҡтан килеп уҡығас, бик йыш ҡайтмай торған инем. Үҙем генә ҡалдым булмәлә. Бер заман ҡытыҡлағанға уянып киттем. Хәлем бөтөп килеп торҙом да баҫлыҡтым, ахырыһы, тип кире яттым. Бер аҙ ята биргәс, тағын ниҙер табан аҫтын, ҡултыҡ аҫтынан ҡытыҡлай. Һикереп торҙом да,утты ҡабыҙҙым. Оятһыҙ итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Нимәлер миңә бәрелеп китте. Тейеп кенә ҡара миңә, сығып кит бынан тим.  Бөтөнләй йоҡламаным ул төндә. Шулай гел ҡабатланғас,икенсе булмәгә кустем. Юҡ, унда ла шул хәл ҡабатлана.

Ятаҡтан фатирға бер әбей янына күскәс, туҡталды был. Уҡып бөттөм, кейәүгә сыҡтым. Ирем менән фатирҙа  торҙоҡ. Ирем төнгөлөкә эшкә сыҡһа, яңғыҙым ҡала инем. Көндөҙ ятып алайым әле, тип ятҡайным."Таптым бит һине барыбер", - тигән тауыш ишетәм. Торайым тиһәм, тора алмайым, ебәрмәй ҡытыҡлай башланы был мине .Доғалар уҡыйым,был минең ауыҙҙы томалай.Ҡарыша торғас был мине ысҡындырҙы. Ҡәйнәмдәргә киттем. Береһенә лә һөйләмәнем. Иремә лә, ҡәйнәмә лә, үҙемдең әсәйгә лә .Ирем өйҙә булғанда килмәй. Ир өйҙә булмаһа, килә лә ҡытыҡлай. Һорашып-белешеп, бер районға көслө мулла бабайға барҙым.

Бабайға һөйләнем барыһында. Бабай тыңлап бөттө лә: "Ул бында. Ул гел һинең эргәндә йөрөй. Мин уны күреп торам", - тигәйне  ҡойолоп төштөм. Ултыртып ҡуйҙы бабай мине ултырғысҡа һәм уҡый башланы.Ҡулындағы тисбеһе менән һуғып һуғып ала миңә. Ул уҡығансы иланым ҡысҡырып түгел, күҙҙән йәштәр йылға кеүек аға ине. Өшкөрөп бөттө лә,тағын ике тапҡыр килерһең тип тоҙ һәм һыу өшкөрөп бирҙе."Тоҙ менән иртәле кисте бисмилла итеп һыуға бер ике ҡалаҡ һалып ҡойонорһың. Ә өшкөртөлгән һыуҙы эсеп эсеп торӘ, - тине.

Бер барҙым, ике барҙым,өсөнсө мәртәбә барғанда бабай әйтә: "Мин һиңә иҫкесә исем уҡыным,теге нәмә күренмәй". Иҫкесә исемде әйтте. "Әммә һин был исемде береһенә лә әйтергә тейеш түгелһең бер ваҡыта ла. Ҡайтҡанда артыңа боролоп ҡарама, ҡапҡанан сыҡҡанда ла", - тине. Шунан һуң иркенлек тойҙом, донъям йамләнде.Бынау нәмә бүтән борсоманы, тип һөйләне ул ҡыҙ.

Автор:
Читайте нас: