Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Ғибрәт
6 Май 2023, 16:14

Билдәһеҙ бер көс...

Өйгә ниндәйҙер ҡара көс кереүен бәләкәстән һиҙендем... 

Билдәһеҙ бер көс...Билдәһеҙ бер көс...
Билдәһеҙ бер көс...

Өйгә ниндәйҙер ҡара көс кереүен бәләкәстән һиҙендем. Йоҡлай алмай, баҫтығып сыға торған инем. Билдәһеҙ көс эйәһе , өҫтөмә ултырып муйындан һыға. Мин ҡыбырлай алмайым, һөйләшә алмайым, ҡурҡып тик ятам. 

Туғандарға һөйләй ҡуйҙым, ошо күренеште. Мин генә түгел атайым, ағайымда ошолай интегә икән. Аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлат, килгәнен һиҙһәң тиеп өйрәттеләр. Ҡыбырлатһаң тиҙ генә ебәрә ине , йәки бөтөнләй һыға алмай китә . 

Ярҙам итте. Тик ҡабатланып торҙо был хәл. Әсәйем ҡөръәндә уҡытып ҡараны. 

Ә иң иҫтә ҡалған ваҡыт, барыһы ла йоҡлап киткәс булды. 

Мин ҡурҡып-һиҙенеп йоҡлай алмай ятам. Бер ваҡыт шкаф башынан шаҡ-шоҡ килеп ,билдәһеҙ бер көстөң, өйгә ингәне тойолдо . Күҙҙе ныҡ итеп йомдом, был көс килеп, эргәмдә ятҡан апайыма ҡағылды. Апайым һаташа башланы, аҙаҡтан шәп итеп барыһына ла ҡағыла башланы. Барыһы ла ыңғыраша башланы. Әйткәндәй, беҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек. Атайыма килеп еткәйне, атайым тойоп ятҡан,ныҡ итеп тамаҡ ҡырҙы, өс тапҡыр. Теге нәмә кире шаҡ итеп сығып китте, шкаф башынан. 

Әһә тине атайым (мәрхүм) , иртәгә мин һинең кәрәгеңде бирәм, белерһең нисек ҡурҡытып йөрөргә тиеп янаны. 

Атайым сәнскеле үлән алып ҡайтып шкаф башына һалды. 

Төн. Теге нәмә тағы белгән урындан кереп килә, тик атайым һалған үләнгә сағылып табыр-тобор сығып киткәнен һиҙмәйҙә ҡалды. 

Унан башҡа инеүсе булманы. 

Әле һеҙгә яҙам , ә үҙем һиҙәм, нимәлер тағы кереп ҡалды. Тик торған ерҙән ночник һүнде лә ҡуйҙы. 

Ярар, тыныс йоҡо! Ә миңә инде белгән доғаларымды уҡып йоҡларға кәрәк. Аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлата-ҡыбырлата.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-184557435_118734

Автор:Загида Мусина
Читайте нас