Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Ғибрәт
20 Июль 2023, 16:58

Иген тауы. Ғибрәт

Тирә - яҡ дөм - ҡараңғы.Кире боролорға ла ,алға барырға ла ҡурҡам. Ниңә  юлға сыҡҡаныма үкенеп бөттөм.Ҡулымды түшемә ҡаушырып ҡуйғанмын да таш һындай ҡатҡанмын.Ҡулымды ҡыбырлатһам,берәй нәмә өҙөп алыр һымаҡ.

Иген тауы. ҒибрәтИген тауы. Ғибрәт
Иген тауы. Ғибрәт

Баймаҡ районында Муллаҡай ауылы менән Байым ауылы араһында Иген тауы бар .Шунда төрлө мөғжизәләр булыуы тураһында ишетә йөрөнөм.Атта килһәң арба йә сана ауырая,аттың көсө етмәй,арый, тирләй,тип һөйләйҙәр.Йә аҙаштыра,йә техникаң боҙола,йә кеше ҡиәфәтендә лә күренә,тип һөйләйҙәр ине.
Күрше Айһылыу апайҙың һөйләгәне.
Был 1972 йылдар тирәһе булған.Түбин больницаһында һуҡыр эсәккә операция яһатҡан апайҙы ире эштән һуң ғына алырға бара.Ә апайҙы һалып алып ҡайтырға күрше Сәкинә апай ат егеп бара.Иген тауына етеүгә ҡараңғы төшә.Сәкинә апай ,ана килә,бисмиллалап өҫкө төймәгеҙҙе ысҡындырығыҙ, ти.Ул берәй ырым микән.Ысынлап та өҫтә ут күренә.Ат туҡтай.Ат арбаһы өҫкә ктәрелә биреп кире ныҡ итеп таш өҫтөнә ултыра.Айһылыу апайҙың операция урыны асыла.Фара яҡтыһында яраны ныҡлап бәйләп алып белгән доғаларын уҡып ,юлды дауам итәләр.
Кире больницаға бармай.Сөнки өйҙә имсәк балаһы бар.Оло ғына әсәһе ярҙамлаша.Бынан өлкән балалары башҡа эштәр менән булыша.Баланы гел бер яҡтан имеҙә.Үҙенә медсестра көн дә перевязка яһай.Яйлап яра урыны бөтәшә.
Ә минең менән шундай хәл булды.1973йыл Түбиндән Байымға килен булып төшкән саҡ.Ирем колхоз малын тапшырырға Свердловскиға китте.Ял көнө ҡайнымдан рөхсәт һорап,баҙарсыларға ултырып Түбингә киттем.Ике ҡустым ялға ҡайта бит.Береһе Юлдыбайҙа,береһе Магнитогорскиҙа уҡып йөрөй.Ялға буш өйгә ҡайталар.Уларҙы көткән кеше юҡ.Әсәйҙе ҡәһәрле ауырыу иртә алып китте.Атай,һуғыш ветераны, беҙ бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм булды.Мин ҡустыларымды ашатып,юлға оҙатып,өй таҙартып,баҙарсыларҙан тороп ҡалдым.
Кискә ҡарай йәйәү юлға сыҡтым.Муллаҡайҙы үттем.Иген тауына барып етеүгә ҡараңғы төштө.Октябрь айы.Миңә 20 йәш.Алты айлыҡ ауырым бар.Тирә - яҡ дөм - ҡараңғы.Кире боролорға ла ,алға барырға ла ҡурҡам.Нигә юлға сыҡҡаныма үкенеп бөттөм.Ҡулымды түшемә ҡаушырып ҡуйғанмын да таш һындай ҡатҡанмын.Ҡулымды ҡыбырлатһам,берәй нәмә өҙөп алыр һымаҡ.
Ҡапыл,ерҙән түгел,ә түшем тәңгәленән ике нур һуҙылып сыҡты ла,китте таҫма һымаҡ алға ҡарай.Үҙе ай нуры төҫөндә.Был нурҙар юлдың ситен ике яҡтан күрһәтә,боролоштарҙа борола.Параллель таҫма Ҡапҡалы ҡайынға тиклем миңә күренә хәҙер.Теге яғы урман,аръяғында ауыл,бер өс саҡрым ара.Ҡапыл күктән ошо ике таҫма араһына ябалаҡлап эре ҡар яуа башланы.Минең күңелдә өмөт уянды.Ләкин был юлдан мин атламаным да,йүгермәнем дә,османым да.Ошо юлды күрҙем һәм ҡайнымдың ҡапҡаһы төбөндө тора инем. Ни хикмәттер.Мин уны берәүгә лә һөйләмәнем.Һөйләһәң дә ,ышанмаҫтар ине.Ингәс,төндә йөрөгән өсөн,ҡайным орошоп алды.Ошо юл минең күҙ алдымда.Хатта мин һүрәтен дә эшләй алыр инем.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-184557435_121228?access_key=e2a2278733cbe058cd

Автор:
Читайте нас