Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Ғибрәт
4 Август 2023, 06:29

Арыҫландар, һеҙ, ысынлап та, шулаймы?

Август айында тыуғандар, билдәле булыуынса, арыҫлан йондоҙлоғона ҡарай. Улар аҡса тота беләме? Үпкәселдәрме? 

Арыҫландар, һеҙ, ысынлап та, шулаймы?Арыҫландар, һеҙ, ысынлап та, шулаймы?
Арыҫландар, һеҙ, ысынлап та, шулаймы?
Йондоҙнамә
АРЫҪЛАН (23.07-22.08)
Аҡса тота беләһеңме?
Арыҫландар - иң күп аҡса туҙҙырыусылар. Үҙҙәре өсөн бер нәмә лә ҡыҙғанмайҙар, нимә теләй, шуны һатып алалар. Яҡындарына ҙур, ҡиммәтле бүләктәр яһайҙар. Тәмле ашарға
яраталар. Ҡиммәтле кейем-һалым һатып алалар. Уларҙың барлыҡ кейемдәре лә - бренд. Эргәләрендә аҡса туҙҙы рыуҙан туҡтатып тороусы булһа ғына, запас йыя аласаҡтар.

Һин үпкәселме?
Үҙҙәрен дөрөҫ баһаламаған саҡта үпкәләйҙәр, бөтә кешенең иғтибар үҙә гендә булырға яраталар. Рәнйегәндәрен кешегә әйтеп белдерәләр. Һеҙҙән үс алып, халыҡ араһында мәсхәрәләүҙәре лә ғәжәп түгел. Уларҙың ҡулында хакимлыҡ бар икәнен онотмағыҙ. Гел маҡтап тороғоҙ. Шул саҡта барыһы ла урынына ултырыр һәм һеҙҙе лә ҡурсыуҙарына алыуҙары мөмкин.
 
Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"
Автор:
Читайте нас