Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Ғибрәт
12 Сентябрь 2023, 07:00

Уҡытыусының донъяһына ут төрткән

Үҫмерҙең был ҡылығына һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? 

Уҡытыусының донъяһына ут төрткәнУҡытыусының донъяһына ут төрткән
Уҡытыусының донъяһына ут төрткән

 

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был Хәл Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылында булған. 5 сентябрҙә полицияға 37 йәшлек ир һәм уның 29 йәшлек ҡатыны йәшәгән йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын сәбәбен тикшереү барышында янғын сығыуы асыҡлана. Тиҙҙән бәлиғ булмаған үҫмер ҡулға алына. Малай бөтәһен дә таный һәм ни өсөн шулай эшләргә ҡарар итеүен һөйләй. Ҡыш көнө дуҫтары менән бергә ул урамда зыян күреүселәрҙең йорто янында уйнай. Йорт хужабикәһе балаларҙан үҙҙәрен тыныс тотоуҙарын һорай, сөнки һуң була. Мәктәп уҡыусыһына был оҡшамай, ул ҡатынға үпкә һаҡлай һәм унан үс алырға була. Үс алыу планын шунда уҡ тормошҡа ашыра алмай, сөнки ихатала ҙур ҡар өйөмдәре ята.

5 сентябрҙә иртәнсәк малай шырпы, ҡағыҙ һәм туҙ алып, зыян күреүселәрҙең өйөнә юллана. Ихатаға үтеп инеп, енәйәтсе мунсаның тәҙрәһен вата, эскә инеп, иҙәнгә усаҡ яға. Ул үҙенең эштәрен телефонға төшөрә.

Йорт хужаһы төтөн еҫен һиҙеп, ауырлы ҡатынын һәм биш йәшлек ҡыҙын өйҙән сығара. Хәҙер улар туғандары янында йәшәргә мәжбүр. Үҫмергә ҡылған ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Елена Колоколова

Автор:
Читайте нас