Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
26 Сентябрь 2023, 14:10

Күҙ тейеүҙе үҙемә лә татырға тура килде

Бәрәс, ышанаһығыҙмы-юҡмы, ул сығып китеп китеп күп тә үтмәне, күҙ алдында ятып үлде. 

Күҙ тейеүҙе үҙемә лә татырға тура килде
Күҙ тейеүҙе үҙемә лә татырға тура килде
Минән теүәл алты йәшкә кесе туғаным бәпес сағында ап-аҡ йөҙлө, еҙ кеүек ялтырап торған һары сәсле, зәңгәр күҙле булды.Ҡурсаҡ кеүек һөйкөмлө сабыйға барыһы ла һоҡлана, ҡулына алып яратырға тырыша торғайны.   Бер заман күрше Подгорный ауылынан әсәйемдең “знакум”ы – Маня исемле ҡатын килде. Башҡортса-руссаны ҡатыштырып гәп һата-һата сәй эскән арала ҡустымды алдына алып яратырға ла өлгөрҙө был мәрйә. Ул ҡайтырға сығып, 5 минут та үтмәгәндер, һин дә мин тәтелдәп уйнап йөрөгән бала, тын да ала алмайынса, күм-күк булып артына ауҙы.  Ағайым менән минең сыр-сыу килгән тауышҡа йүгереп ингән әсәйем саҡ һушын йыйып, бер аҙ ыуып-һыпырғас, ҡустым көскә тын алып китте.  Ярайһы уҡ ҡото алынған әсәйем, әлбиттә, был хәлде күҙ йомоп ҡына үткәрә алманы. Кис атайым эштән ҡайтыу менән ауылдың иң оло кешеһе Хәнифә инәйгә киттеләр. Им-томдо яҡшы белгән был инәй яҙып биргән бетеүҙе ҡустым байтаҡ ваҡыт муйынына тағып йөрөнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Маня әбейҙең әтнәкәһе бының менән генә бөтмәне, икенсе бер килеүендә яңы тыуған һарыҡ бәрәсенә һоҡланды бит әй. Бәрәс, ышанаһығыҙмы-юҡмы, ул сығып китеп китеп күп тә үтмәне, күҙ алдында ятып үлде.  Бынан һуң танышы килеү менән әсәй беҙҙе йәһәтләп тышҡа сығарып ебәрә һалыр булды.  Күҙ тейеүҙе, әйткәндәй, үҙемә лә татырға тура килде. Дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алған улыбыҙ ысын баһадир булып тыуҙы. Ҡаҡса ғына кәүҙәле ҡатындың  5 килограмға яҡын ауырлыҡтағы ул таба алыуы дауахана хеҙмәткәрҙәрен аптыратты, буғай. Һәр хәлдә, палатам постың эргәһендә генә булғанлыҡтан, ярым асыҡ ишектән аҡ халатлыларҙың үҙем тураһында һөйләнгәндәрен 2-3 көн буйы тыңлап ятырға тура килде.  Өйгә ҡайтып бер аҙ торғас, тәнем буйлап энә йөрөгәндәй тойола башланы. Был “энә” йә сикәмдәге, йә ҡулдағы, берсә аяғымдағы, арҡамдағы ҡан тамырына тишерҙәй булып килеп төкәлә, хатта ауыртыныуҙан “һикереп” китәм. Ейәнен күрергә тип килеп еткән әсәйем “күҙ тейгәндер, өшкөрөлөп ҡара” тип әйтмәһә, белмәйем тағы күпме этләнер инем икән. Өшкөрөүҙәре шулай көслө булдымы, әллә ышаныу ярҙам иттеме – “әбей”гә барып ҡайтҡандан һуң теге “энә” ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды.

Гөлназ Сәйетбатталова.
 
Автор:
Читайте нас: