Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
27 Сентябрь 2023, 12:30

Бергәләп урланыҡ. Булған хәл

  – Мөхтәров Мөхәррәм Мөхтәр улы өйҙәме? – тип һорап ҡуйҙы уныһы рәсми рәүештә быға тиклем “Мөхәррәм” ағай тип кенә өндәшһә лә, күрәһең, берәй етди сәбәп бар. Ул да булмай төпкө бүлмәнән Мөхәррәм үҙе лә күренде.– Кейенегеҙ, участокка барабыҙ, – тип әмер бирҙе икенсе полицейский.

Бергәләп урланыҡ. Булған хәл
Бергәләп урланыҡ. Булған хәл

“Полиция” тип яҙылған машинаны күргәс, Фатима-ның ҡото осоп китте. Автомобилдән төшөүселәр туп-тура уларҙың ҡапҡаһынан килеп инде. Баштан уҡ шәйләмәгән икән – араларында участковый Фәнис тә бар.

 
– Мөхтәров Мөхәррәм Мөхтәр улы өйҙәме? – тип һорап ҡуйҙы уныһы рәсми рәүештә быға тиклем “Мөхәррәм” ағай тип кенә өндәшһә лә, күрәһең, берәй етди сәбәп бар. Ул да булмай төпкө бүлмәнән Мөхәррәм үҙе лә күренде.
– Кейенегеҙ, участокка барабыҙ, – тип әмер бирҙе икенсе полицейский. Шул саҡ Фатима ике араға инә һалып һорамай булдыра алманы:
– Берәй нәмә булдымы әллә, Фәнис ҡустым?
– Барыһы ла барғас асыҡланыр...
“Барыһын да асыҡлау” оҙаҡ ҡына ваҡыт алды.
– Өсөнсө көн төнгө ун икенсе яртыла ҡайҙа булдығыҙ?
– Ҡустыма барғайным, шул ун ике тирәһе булғандыр.
– Унан һуң?
– Ҡайттым да йоҡларға яттым.
– Ә Дәүләтов Хәким менән магазинға төшкәнегеҙҙе төшөрөп ҡалдырҙығыҙ бит? Ул, бергәләп урланыҡ, ти бит.
– Ниндәй магазинға төшөү, ти. Һеҙ нимә? Ғүмеремдә кеше әйберенә ҡағылғаным булманы, ышанмаһағыҙ, ана, Фәнистең үҙенән һорағыҙ...

Мөхәррәмдең башы шаулай башланы. “Нисек инде? Хәкимдең электән ҡулы тик тормағанын белә инем, кеше әйберенә үрелгәне өсөн ултырып та сыҡты, тағы элекке ҡылығына тотонғанмы икән ни? Шулай ҙа булһын, ти. Ә минең бында ни ҡыҫылыш бар? Ҡайтышлай урамда осрағайны шул. Бер яртыһы бар ине, ҡыҫтағас, ике рюмкаһын түңкәрҙем, Был ҡайҙан араҡы алғандыр тип аптырап ҡуйғайным шул...” Уйлағандарын түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға ла төшөрҙө Мөхәррәм, тик бының менән генә эш бөтмәне әле. Полиция хеҙмәткәре:
– Берәйһе туғаныңдан ҡайтышлай магазинға туҡ-талмағанығыҙҙы, тура Хәкимгә килгәнегеҙҙе һәм унан һуң тура өйөгөҙгә ҡайтып киткәнегеҙҙе күрҙеме?
– Төн уртаһында кем күрһен...
– Шулай шул. Шуға дөрөҫөн яҙығыҙ, ағай, урлағанығыҙҙы тәфсирләп яҙығыҙ. Ул саҡта срок та аҙыраҡ булыр, ә былай...
– Нимә тәфсирләп яҙайым. Мин бит ул әҙәм аҡтығын урамда ғына күрҙем.
– Етәр! Беләһеңме һинең кеүек алдаҡсылар менән камерала нимә эшләйҙәр, ир булһаң – ир бул, дөрөҫөн яҙ, камерала бер остан икенсе осҡа осоп йөрөй башлаһаң, белерһең әле! – уҫал лейтенант ҡыҫымға алды. Белә ул, Мөхәррәм һымаҡ йыуаштар, шулай килтереп ҡыҫһаң, әллә ниндәй енәйәттәрҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Бәйләнмәҫ тә ине, ана бит, Дәүләтовы бергә урланыҡ тип тик тора.

Полиция артабан асыҡлау маҡсатында һөйләшеүҙе иртәгә дауам итергә тип Мөхәррәмде өйөнә ҡайтарып ебәрҙе, ундайҙар ҡасмай, мотлаҡ киләсәк.
...Ә Мөхәррәм килмәне. Ҡайтыу менән ҡатынына барыһын да һөйләп бирҙе лә: “Ултыртырҙар инде”, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Ғүмер буйы төрмәнән ҡурҡҡан кешене үҙ һүҙҙәре ашаны: ултыртырҙар! Тышҡа сыҡты Мөхәррәм, күҙе өй мөйөшөндә торған ҡуңғыҙға ҡаршы ағыуға төштө...
Эйе, оҙаҡ ҡына килә алманы әле Мөхәррәм полиция янына. Теге ваҡыт ағыу эскәнен күреп, ҡатыны “ашығыс ярҙам”ға шылтырата һалды, табиптар етеҙ булып сыҡты, ирҙең ашҡаҙанын йыуҙырып, ҡотҡарып ҡалды (кем белә, бәлки, ағыу сифатһыҙ булғандыр). Һөҙөмтәлә ҡобараһы осҡан полиция эшен еренә еткерҙе, күршеһе дөрөҫөн һөйләп бирҙе, магазинда Мөхәррәмдең бармаҡ эҙҙәрен тапманылар. Мөхәррәм генә магазиндан урланған өс шешә араҡы, дөрөҫөрәге, үҙе эсешкән ике рюмкаһы өсөн өс ҡыҙын етем итә яҙған ваҡиғаны оҙаҡ йылдар иҫләп йөрөнө.

Рәмил МАНСУРОВ.
Автор:
Читайте нас: