Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
2 Октябрь 2023, 16:24

Аллаһ һуҡты...

Был ғибрәтле хәл һуғыш алдынан булған. Уны автобуста бергә барған юлдашым һөйләне. 

Аллаһ һуҡты...
Аллаһ һуҡты...
Яр Саллынан Әлмәткә барған автобуста урындарыбыҙ яулыҡ ябынған ҡатын менән йәнәш тура килде. Үҙем дә диндә булғас, һүҙебеҙ тиҙ ялғанды. Ул миңә йән тетрәткес хәлде һөйләне.
 
“Мин беренсе класҡа һуғыш алдынан барҙым. Иҫке мәсет бинаһында уҡый инек. Уҡытыусыбыҙ - ситтән килгән ҡатын-ҡыҙ. Беренсе көндә үк "А" хәрефен үттек. Уҡытыусыбыҙ "А" хәрефенә ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ тип һораны. Балаларҙың ҡайһыһы - алма, ҡайһыһы - ат, аҙбар, арыш, тине. Мин дини ғаиләлә үҫкән оялсаныраҡ бала инем, өндәшмәнем.
 
Уҡытыусы апай үҙе минең янға килеп һораны. Мин "Аллаһ" тинем. Ул, ҡорт саҡҡандай, ситкә тайпылды һәм ыҫылдап, "Был һүҙҙе башҡа телгә алаһы булма!", тине. "А" хәрефенә ниндәй һүҙ беләһең тип һорауын тағы ҡабатланы. Ҡурҡышымдан телем көрмәлеп, йәнә "Аллаһ" тинем. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланды.
 
Уҡытыусы апай әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, совет мәктәбендә "Алла" һүҙе булмай, был ҡоротҡослоҡ, тине. Мин, әллә ҡайҙан үҙемдә көс табып, был бит мәсет, Аллаһ йорто, тинем.
 
Был һүҙҙәрҙән һуң апай асыуҙан ҡалтырай башланы, дәрес онотолдо. "Тағы бер тапҡыр Алла тиһәң, мин һинең телеңде киҫәм!" - тип олоно. Ул балаларҙы торғоҙоп, сафҡа теҙҙе, мине ҡаршыларына баҫтырҙы. "Балалар, был мулла ҡалдығының битенә төкөрөгөҙ, Аллаһын оноторлоҡ булһын!" - тип әмер бирҙе.
 
Уҡыусы балалар берәм-берәм килеп, минең битемә төкөрҙө, күрше малай ғына улай эшләмәне. Уҡытыусы унан, ниңә төкөрмәйһең, тип һораны. Күрше малай: "Ҡурҡам, Аллаһ һуғыр", - тине. 
 
"Бында тағы бер дин ҡалдығы бар икән әле! Ҡайҙа Аллаң, ниңә һуҡмай?!" - тип уҡытыусыбыҙ ҡотороноп класс бүлмәһе буйлап атлап китте. Мин, битемдәге төкөрөктәрҙе еңем менән һөртөп, илай-илай баҫып торам.
 
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Уҡытыусы серек иҙән таҡтаһының бер башына барып баҫты, ахыры. Ул, ысҡынып китеп, бының башына килтереп бәрҙе. Апай, ахылдап, таҡтаһы-ние менән бергә мәсет иҙәне аҫтына төшөп китте. Беҙ, ҡотобоҙ осоп, аҫҡа ҡараныҡ. Тәрән баҙҙан уҡытыусының "Аллаһ", "Аллаһ..." тип ыңғырашҡаны ғына ишетелде.
 
"Аллаһ һуҡты..." - тине күрше малайы. Беҙ беребеҙ ҙә өндәшмәнек", - тип һөйләне юлдашым.

Фәүзиә Байрамова.
Сығанаҡ: Нурулла Гариф.
Автор:
Читайте нас: