Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
12 Декабрь 2023, 13:06

Ул әруахтар менән аралашҡан

Теге донъя, үлгәндәрҙең йәне, улар менән бәйләнешкә инеү… Уйлаһаң, тән зымбырлап китә. Бер ҡараһаң, был әкиәт кеүек, әммә… сәйер хәлдәр ҙә йыш ҡына булып тора бит әле.

Ул әруахтар менән аралашҡан
Ул әруахтар менән аралашҡан

Теге донъя, үлгәндәрҙең йәне, улар менән бәйләнешкә инеү… Уйлаһаң, тән зымбырлап китә. Бер ҡараһаң, был әкиәт кеүек, әммә… сәйер хәлдәр ҙә йыш ҡына булып тора бит әле. Аномаль күренештәр өлкәһен махсус өйрәнеүселәр бар. Бәлки, юҡҡа түгелдер? Бына бөйөк күрәҙәсе һәм сихырсы булараҡ дан яулаған Дэниел Юмды алайыҡ. Белгестәр бына нисәмә йылдар инде уның иҫ киткес һәләтенең серенә төшөнә алмай.

 

Дэниел Юм 1833 йылдың 20 мартында Шотландияла донъяға килә. Ауырыу ғына бала була, уны Кук исемле инәһе тәрбиәләп үҫтерә. Улар 1842 йылда Америкаға күсеп китә. 10 йәшендә Дэн мистик әҙәбиәт менән мауыға башлай. Үҙенең иң яҡын дуҫы Эдвин менән “кемебеҙ алдан үлә, шул өсөнсө көндә икенсеһенә теге донъяның барлығын иҫбатларға килә” тип һөйләшеп тә ҡуялар. Оҙаҡламай Кук ғаиләһе икенсе ҡалаға күсенә. Көтмәгәндә яңы урында, төндә Дэн үҙенең карауаты эргәһендә Эдвиндың яҡтырып торған кәүҙәһен күрә. Ул өс көн элек үлгән булып сыға…

 

Һуңғараҡ Дэндың ата-әсәһе лә Америкаға күсеп килә. Бер ваҡыт, 1850 йылда, ауырып ятҡан мәлендә егет бер тауыш ишетә: “Сәғәт ун икелә”. Карауат өҫтөндә әсәһенең йөҙө лә күренеп ҡала. Ул ике тапҡыр аңлашылмаған һүҙҙәр ҡабатлай ҙа юҡ була. Дэндың әсәһе шул көндө сәғәт ун икелә үлеп ҡала…

 

Бер нисә айҙан һуң өйҙә ниндәйҙер сәйер туҡылдауҙар ишетелә башлай, үҙенән-үҙе мебель күсә. Урындағы рухани “әруахтар өйҙә йәшәүселәр менән бәйләнешкә инергә теләй” тигән уйын белдерә. Шулай итеп Дэниел медиум булып китә. Йәндәр туҡылдауҙар аша уның һорауҙарына яуап бирә. Улар араһында егеттең үлгән әсәһе лә килә: ул улына ғүмеренең маҡсаты кешеләргә ышаныу, уларҙы дауалау һәм уларға йыуаныс алып килеүҙә икәнен аңлата.

 

Дэндың инәһенә уның был шөғөлө оҡшап етмәй һәм егет өйҙән сығып китергә мәжбүр була һәм спиритизм (әруахтар менән аралашыу) сеанстары үткәреү менән мауыға башлай.

 

Дэниел гел дә әруахтар менән һөйләшә. Бер заман, унда мөһим нимәлер булырға тейеш тип, уны икенсе бер ҡалаға саҡыралар. Унда уны бер ир ҡаршы ала ла ҡаланың иң күренекле ғаиләләренең береһенә ҡунаҡҡа алып китә.

 

Өйҙә уның иғтибарын эргәһенән үтеп киткән һоро күлдәкле әбей йәлеп итә. Тик һуңғараҡ өйҙә бер ниндәй ҙә әбейҙең булмауы асыҡлана. Ә төшкө аштан һуң ул янында ҡыштырлаған һәм шым ғына өндәшкән тауыш ишетә: “Мин һеҙҙе борсорға теләмәгәйнем, тик минең ҡәберем өҫтөнә икенсе ҡәбер ҡуйғандар һәм миңә хәҙер бик ауыр… Баҡсалағы ағасты ла бушҡа ҡырҡтылар!” Юм был хәлде өй хужаһы Уорд Чениға һөйләй. Ул иһә бынан әллә нисә йылдар үлеп ҡалған әбейҙең үҙенең туғаны булыуын һәм яңыраҡ ағаһының ағасты бысып ташлауын һөйләп бирә. Ә бына ҡәбер тураһында ул бер нәмә лә белмәй булып сыға…

 

Иртән медиум менән Чени зыяратҡа баралар. Зыярат һаҡсыһы әбейҙең ҡәбере өҫтөнә бәләкәй бер баланың ҡәберен ҡуйған булып сыға.

 

Рухтар Дэниел менән йыш ҡына үҙҙәре бәйләнешкә инә. Ҡайһы берендә улар хатта уның ярҙамы талап ителгән кешенең адресын да әйтәләр. Ул күп кешене трансҡа инеп һауыҡтыра.

 

Сеанстар мәлендә туҡылдауҙар һәм күскән мебелдән башҡа икенсе төрлө сәйер хәлдәр ҙә күҙәтелә. Бер ваҡыт ниндәйҙер көс медиумды өҫкә күтәреп, күпмелер ваҡыт баш түбән тотоп тора. Ҡайһы берендә баяғы күренмәҫ көстөң төрлө әйберҙәргә тейеүе, ҡыңғырауҙы шылтыратыуы, ҡәләм менән яҙыуы һәм хатта музыкаль инструментта ла уйнауының шаһиты булырға тура килә кешеләргә. Тотоп ҡарауға тере кеүек була…

 

Юм университетта тәүҙә теологияны, аҙаҡ медицинаны өйрәнә. Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уҡыуын тамамлай алмай. Үҙе бәйләнешкә ингән рухтар уға Европаға китергә кәңәш итә. 1855 йылдың апрелендә ул Англияға килә һәм сеанстарын башлай. Бельгия, Голландия буйлап сәйәхәт ҡыла. Бүтән спириттарҙан айырмалы рәүештә, Юм үҙе дауалаған кешеләрҙән аҡса һорамай. Шулай ҙа, уны яратмаусылар, көнләшеүселәр, шарлатан тип күрһәтергә тырышыусылар ҙа табыла. Хатта бер ваҡыт, йорто янында һағалап тороп, артынан кинжал менән сәнсеп тә китәләр. Бәхетенә, яраһы үлемесле булмай, тиҙҙән һауыға.

 

1858 йылда ул графиня Александраны кәләш итеп алып Петербургка күсә, улдары Гриша тыуа. Әммә улар бергә оҙаҡ ғүмер итә алмай, ҡатыны ауырыуҙан үлеп ҡала. Вафатынан һуң, ҡатынының йәне Юмға йыш ҡына килә, кәңәштәр бирә, юғалған әйберҙәрҙе табырға ярҙам итә.

 

Ҡайһы бер “фокустарҙы” хатта парапсихология ла аңлата алмай. Мәҫәлән, ул ҡыҙған күмерҙе оҙаҡ ваҡыт ҡулында тотоп тора алған, шулай уҡ ул яндарында булғанда башҡалар ҡыҙған күмергә тейһәләр ҙә, тиреләре янмаған… Тағы ла Юм үҙ теләге менән тән үлсәмен үҙгәртә алған: оҙонайып йә ҡыҫҡарып, йыуанайып йә нәҙегәйеп, мускулдарын ҙурайтып йә бәләкәсәйтеп.

 

Дэниел Юм 1886 йылда үлеп ҡала. Ул спиритуалистик темаға хеҙмәттәр яҙған, шуларҙың иң билдәлеһе – “Спиритуализмдың яҡтылығы һәм күләгәһе” (1877). Был кеше әруахтар менән генә һөйләшеп ҡалмай, шулай уҡ киләсәкте күрә, уй көсө менән генә әйберҙәрҙе күсерә, ауырыуҙарҙы һауыҡтыра. Һәм бер кем дә бер ҡасан да уның алдаҡсы булыуын иҫбатлай алмай. Теге донъя көстәре тәьҫире ярҙам итәме уға, әллә уникаль бүләктең хужаһы булыуымы? Үкенескә ҡаршы, был шулай уҡ сер булып ҡала...

 

Лилиә МОСТАФИНА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: