Саң бөртөгөндәй генә гонаһ ҡылһаң да, уға яуап итеп саң бөртөгөндәй язаһы ла буласаҡ. Инде нисәнсе көн ошо хәҙис хәтерҙән сыҡмай.
“Эйе, берәү ҙә хаталарҙан азат түгел. Ләкин минең һымаҡ гонаһлы кеше юҡтыр” тигәйне ҡасандыр бер ғәрип ир. Ике ҡулы ла эшкинмәй уның. Умыртҡа бағанаһы зарарланған, заманында йөҙ кило тартҡан баһадир кәүҙәле кеше әле алтмышҡа ғына ҡалған. Көн һайын ауырлыҡ юғалтам ти. Хатта ҡағыҙ аҡсаны ла тота алмай. Эргәһендә ҡалаҡлап ашатыусы булмаһа, ас ҡала. Өҫтәл артында икмәк ҡаптырып ебәр әле, зинһар дөгөһөн дә ауыҙ иттер, бер йотом сәй эсәйем әле тип ярҙамсыға мохтаж булып ултыра. Үҙенең йәшнәп йәшәр сағы, ир уртаһы – иллегә лә етмәгән.
“Мең төрлө эшкә һәләтле ҡулдарығыҙ булғанға шөкөр итегеҙ. Күҙҙәрегеҙгә, аяҡтарығыҙға, айыҡ аҡылығыҙға ҡыуанығыҙ, бер көн килеп уларһыҙ ҡалыуығыҙ ҙа ихтимал бит”, – ти ул әсенеп.
Сабирҙың да (исеме шартлы) теттереп йәшәгән саҡтары бар ине. Аллаһы Тәғәлә уға буй-һынды ла, аҡылды ла, һүҙгә оҫталыҡты ла йәлләмәй биргәйне. Туҡһанынсы йылдарҙа үҙ эшен башлап ебәрә ул. Асҡан фирмаһы гөрләп алға китә. Тик ҡул аҫтындағы хеҙмәткәре, унан бизнес нескәлектәренә өйрәнеп алғас, хужаһының урынын биләр өсөн төрлө этлек ҡора башлай. Талаш-тартыш, стресс, интригалар ҡыҙа... һәм Сабир, барыһына ла ҡул һелтәп икенсе эшкә тотона. Бүтән фирма аса. Тағы алып-һатыу, конкуренция, йәшерен фетнәләр, ҡояш аҫтындағы йылы урын өсөн һуғыш... Йәғни ҡул бирешеүҙәр, яғымлы йылмайыуҙар аҫтына йәшеренгән матур һуғыш... Кемделер алдау, кемделер майлау, ҡайһы берәүҙәргә ҡурҡытыу, янау, йоҙроҡ та эләгә. Күҙ йәштәре, рәнйештәр һәм... аҡсаға ҡойоноу. Йорттар, иномаркалар, сит илдәр... Банкеттар, кәйеф-сафа, ҡатын-ҡыҙ... Мин-минлек... Ә Сабир ысын мәғәнәһендә көслө ир була. Кәүҙә йәһәтенән генә түгел, кешене ышандыра белеү, кәрәк саҡта бөгөү, һындырыу, һүҙ менән албырғатыу, үҙеңдекен иҫбатлау яғынан да. Һәммәһе лә ҡулынан килә. Һөҙөмтәлә, килемле килешеүҙәр, аҡса, аҡса һәм күп аҡса... Намыҫ тигән төшөнсә, кеше күңелен уйлап эш итеү онотола. Тәү сиратта үҙеңә һәйбәт булһын һәм бер ниндәй ҙә тәртиптәргә буйһонмайынса конкуренттарҙы еңеү, нисек тә отоу. Бары тик отош көҫәп йәшәү. Әммә Юғары Көстө отоп булмай, ул үҙеңде ҡаты һынауҙарға юлыҡтыра ла ҡуя.
Барыһын да бер көн, шул көндөң бер минуты, хатта секунды хәл итә. Ярайһы уҡ һуғып алған ир сираттағы банкеттан ҡайтып килгәндә ҡаты аварияға эләгә. Һөҙөмтәлә, умыртҡа бағанаһы зарарлана. Тәжрибәһеҙ мануалист, уңышһыҙ операция һәм... ир ғәрип булып ҡала. Аҡырып илаһаң да, табиптарҙы күпме генә һүкһәң дә элекке баһадир кәүҙәле, сибәр ир юҡ инде. Һау саҡта ла бик ауыр барған бизнес, кешеләр менән тартҡылаш ғәрип кешегә икеләтә йөкләмә һаласағын белгән ир барлыҡ эшен һата һәм тулыһынса ҡатыны ҡулына ҡарап ҡала. Һауығыуға өмөт итеп ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр генә эшләмәй. Әммә был осраҡта кеше көсһөҙ шул. Һәммәһе лә Аллаһ ҡулында. Бар тормошон күҙ алдынан үткәреп, хаталарын барлап тәүбәгә килә һәм дин юлына баҫа ул.Тик бына шартына килтереп тәһәрәтләнә, намаҙ ҡылғанда ҡулдарына таянып сәждәгә бара алмай шул. Ҡулдар хәрәкәт итмәгәс бик ауыр инде. Һау-сәләмәт сағында ғына ҡәҙерен белмәйбеҙ.
Күптәр тормош гел шулай барыр тип алдын-артын уйламай теттереп йәшәп ҡалырға тырыша. Ашауын ҡайғырта ла, матди байлыҡ хәстәрләй. Эргәһендәгеләрҙе сүп шайы ла күрмәй. Рәнйетә лә, еңдем, ти, битенән алып әрләп китә лә, ҡурҡыттым тип маһая, урлаша ла, рәхәт йәшәрмен тип уйлай. Бай, аҡсалыларҙы ғына әҙәмгә һанарға күнеккәнбеҙ. Дәрәжәле, данлы, зат-ырыулы булғандарға табынабыҙ. Көсһөҙҙө рәнйетәбеҙ, йығылғанды түпәләйбеҙ, яңғыҙаҡты ситләтәбеҙ. Әммә былар өсөн яуап бирергә тура килер тип һис кенә лә уйлап бирмәйбеҙ. Ошо ғәрип миҫалын күҙ уңында тотоп булһа ла уйланырға мөмкин. Бер-беребеҙҙе һүҙ менән генә түгел, ҡараш, ым-хәрәкәт менән дә рәнйетмәйек. Сөнки, үрҙәге хәҙистә әйтелеүенсә, туҙан бөртөгөләй гонаһ та язаһыҙ ҡалмай. Тәүбә итеп иманға килмәгән кешене Аллаһы Тәғәлә үҙе таҙарта. Һынауҙар ебәреп. Бәндәм бәлки уйланыр, аҡылына килер, тип.