Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
28 Декабрь 2023, 15:21

Улар доғаның көсөнән ҡурҡа

...Шунан ул бар кешеләр араһынан миңә зәһәр итеп ҡараны. Минең тәнем земберләп китте. 

Улар доғаның көсөнән ҡурҡа
Улар доғаның көсөнән ҡурҡа

Бер ваҡыт эшемдә проблемалар башланды, үҙемде насар тоя, башланым. Бер аҙнанан ашыу дауам иткәс, әсәйем менән һөйләшкәндә зарландым. Әсәйем доғалар тыңла тип кәңәш бирҙе. Йоҡлар алдынан тыңлап яттым. Икенсе көн эшкә барғанда автобуста наушник менән тыңларға булдым. Шулай китеп барғанда, бер туҡталышта туҡтаныҡ. Пассажирҙар араһында бер ҡалын оҙон сәсле ҡатынға иғтибар иттем. Барыһы ла инеп бөткәс, ул бер аяғын күтәреп баҫты ла, ни эшләптер артабан үтә алмай туҡтап ҡалды. Әйтерһең,алдында күҙгә күренмәҫ стена.
Шунан ул бар кешеләр араһынан миңә айырып зәһәр итеп ҡараны. Минең тәнем земберләп китте.
Водитель, ултыраһығыҙмы, юҡмы, тигәс.
- Юҡ инде. Икенсене көтөргә тура килер, тип кире төшөп китте.
Автобус ҡуҙғалып киткәс тә мин уның ҡарашын тойҙом. Һуңынан ғына мин ни өсөн уның автобуска үтеп ултыра алмағанын төшөндөм. Доғаларҙың көсөнән насар заттар ҡурҡа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.

Сәйер донъя.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-184557435_128072?access_key=107ef8515d0b7fc3e7

Автор:
Читайте нас: