Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
20 Март , 15:40

ӨЙ ЭЙӘҺЕНЕҢ ҠОТОМДО АЛҒАНЫ

Тирә-яҡта дөм ҡараңғы, айҙың һүрән генә яҡтылығы ҡорған аша бер аҙҙан саҡ ҡына беленгәндәй тойолдо. Инде тынысланып, миңә тойолғандыр тип, юрғанға баш аша уранып, күҙҙәрҙе йомдом. Аҫтан тағы кемдер төртмәһенме! Нисек ятҡанмын, шулай ҡаттым!

ӨЙ ЭЙӘҺЕНЕҢ ҠОТОМДО АЛҒАНЫ
ӨЙ ЭЙӘҺЕНЕҢ ҠОТОМДО АЛҒАНЫ

«Аяғыңды һелкетмә – шайтан ултырыр», «Төнгөлөккә бысраҡ һауыт-һаба ултыртып ҡалдырма – фәрештәләрҙең ҡанаты талыр», «Сүплектә йөрөмә – ен ҡағылыр» – ошо һәм башҡа тыйыуҙарҙы ишетеп үҫтек беҙ, өләсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар. Ҡыҙыҡ ине тыйыу­ҙары: бәләкәй саҡта уларға ышанып, ҡурҡып үҫһәк, саҡ ҡына аҡыл ултырғас, хөрәфәттәргә көлөп ҡарай башланыҡ. Мин – кеше, донъяла иң көслө зат, тип иҫәпләп йәшәгәндә донъяға ҡарашымды үҙгәртергә этәргән ҡыҙыҡ бер ваҡиға булды.

Шулай мин, дипломлы йәш белгес, бер ҙур ауылға эшкә барҙым. Унда иҫке барактан бүлмә бирҙеләр. Тәүге көндө үк танышҡан коллега апайҙар, нишләп ҡурҡмай унда йәшәргә ризалаштың, боронғо зыярат өҫтөндә төҙөлгән тынғыһыҙ йорт бит ул, тиһә лә, иҫем китмәне. Рәхәтләнеп ҙур баракта бер үҙем иркенләп йәшәп киттем. Инде унда йәшәгәнгә айҙан ашҡандыр, бер кисте башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр башланды. Баш күтәрмәй эшләп, йонсоп киткәс, өҫтәл артынан торҙом да, ҡатып киткән билемде яҙып, тегеләй-былай йөрөп әйләндем. Шунан сәй эсергә булдым. Сәйнүкте плитаға ҡуйып, кире өҫтәл артына барып ултырһам, ручкам юҡ. Аптырап, өҫтәлдәге әйберҙәрҙе аҡтарҙым, аяҡ аҫтын ҡараным – ул бер ҡайҙа ла юҡ! Күңелдә бер ниндәй ҙә шик-шөбһә тыуманы, үҙемде иҫһеҙлектә ғәйепләп, ҡайҙа тығып өлгөрҙөм икән ул ручканы, тип баш ватып, сумканан икенсеһен алдым да, эшемде дауам иттем. Сәй ҡайнағас, ручканы дәфтәр өҫтөнә һалып, сәй эсергә икенсе өҫтәл артына күсеп ултырҙым. Мәтрүш­кәле сәйҙе һемерә-һемерә, ручканан күҙ ҙә яҙҙырмай бер ни тиклем ҡарап ултырҙым. Аҙаҡ һауыт-һабаны йыуғансы, иҫтән сыҡҡан да ҡуйған. Тағы эш менән булайым тип, кире килһәм, икенсе ручкамдан да елдәр иҫкән! Хайран ҡалдым, нимә уйларға ла белмәй, өҫтәл янында тапанып торҙом да, арығанмын, ахыры, йоҡларға ваҡыттыр тип, урын йәйҙем. Сәғәт төнгө бер тирәһе ине. Утты һүндер­ҙем, яттым, күҙҙәрҙе йомдом. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп талсыҡҡан тәнем яҙылып, әүен баҙарына китеп бара инем, кинәт койканың аҫҡы яғынан кемдер бил тирәһенә төрттө. Тертләп, күҙҙәрҙе астым. Тирә-яҡта дөм ҡараңғы, айҙың һүрән генә яҡтылығы ҡорған аша бер аҙҙан саҡ ҡына беленгәндәй тойолдо. Инде тынысланып, миңә тойолғандыр тип, юрғанға баш аша уранып, күҙҙәрҙе йомдом. Аҫтан тағы кемдер төртмәһенме! Нисек ятҡанмын, шулай ҡаттым! Бүрәнә кеүек ҡатып, күҙҙәрҙе аҡшайтып, шып-шым ята бирәм. Төҙ генә ята инем, аҫтымдағы койканың пружиналары буйлап тулҡын үтте – тәүҙә аяҡ яғынан башҡа тиклем бәүелтте, аҙаҡ – киреһенсә. Ҡот бот буйына китте, юрғанға ике ҡуллап сытырлап йәбештем! Был төштөр, өн түгелдер, тип, үҙемде семтеп ҡарайым – ауырта!

Йөрәктең дарҫлауы бөтә баракка яңғыраған һымаҡ. Әллә берәйһе мин күрмәгән, аңғармаған саҡта йортҡа инеп, мине юрый ҡурҡытырға самалаймы, тигән уй башҡа килеп инде. Шулайҙыр ул, тигән һығымта яһап, былай ятып булмай, ни булһа ла булыр, тип кинәт кенә юрғанды астым да, утты тоҡандырайым, тигәйнем, койкам янында бик оҙон шөкәтһеҙ ҡап-ҡара нимәлер тора! Тәнем зымбырлап, сәсем төптәре ҡыбырланы. О, ул саҡтағы ҡысҡырыуым! Ҡотом алынып, бисмилләһир-рахмәнир-рахим, лә илаһи иллалла, тип әллә ҡайҙан иҫкә төшкән һүҙҙәрҙе ҡысҡырып, үрелеп утты ҡабыҙҙым. Теге нәмә шул уҡ мәлдә юҡҡа сыҡты.

Юрғанға уранып, мөйөшкә һырылып, дерелдәп, йоҡоһоҙ таң аттыр­ҙым. Етмәһә, былай ҙа ҡурҡҡан саҡта башҡа йүнле уй киләме һуң, өләсәйҙәрҙең һөйләгәндәре лә, Гоголдең «Вий» әҫәре... Әтәстәрҙең ҡысҡырыуы менән ҡорғандарҙы шар асып, әйберҙәрҙе шарт-шорт йыйыштырҙым да, ҡайтырға сыҡтым. Ҡайтып барғанда күңелем болғанып, ҡоҫтом, температурам күтәрелде. Өйөбөҙгә ауыр хәлдә ҡайтып тәгәрәнем. Оҙаҡ ауырыным. Көн дә теге нәмәне күреп һаташтым, ҡысҡырып уяндым (тик ҡысҡырыуым төшөмдә генә ине, сөнки тауышым юғалғайны). Өләсәйем белгән доғаларын уҡып, мине өшкөрҙө, дауаханаға ла йөрөнөм. Шуның араһында яҡындарым менән теге ауылға барып, эштән китергә ғариза яҙҙым, барактан әйберҙәремде алдыҡ. Барак әүәлгесә тыныс булып түгел, ә шомло, ҡурҡыныс булып күренде. Янымда кешеләр булһа ла, бисмилланы аҙым һайын ҡабатлап ҡына йөрөнөм, нисектер ҡурҡыныс ине, әйтер­һең дә, кемдер беҙҙе ситтән генә күҙәтте...

Бынан һуң күп йылдар үтте инде, һәм мин шул ваҡиғаны хәҙер йылмайып иҫләйем: янымда торған нәмә өй эйәһе булғандыр, тим, ул мине бер ҙә ҡурҡытырға уйламағандыр, ә, киреһенсә, минең менән уйнарға теләгәндер кеүек. Юҡҡа ғына ручкаларымды йәшермәгән бит (әйткәндәй, улар шул килеш зым-зыя юҡ булды)!

Үҙебеҙҙең донъяла яңғыҙ түгеллегебеҙҙе шунан алып беләм. Бындай теләһә нәмәгә ышанмаған атеист дуҫым да яңыраҡ бер ғибрәтле хәлде һөйләне:

– Бала саҡта, өлкәндәрҙең, үлгән кешенең йәне ҡырҡ көн арабыҙҙа йөрөй, тип һөйләгәненә ышанмай инем. Еҙнәм фажиғәле вафат булғас, апайым, балалар менән яңғыҙ йоҡларға ҡурҡабыҙ, беҙгә ҡунырға кил, тип саҡырҙы. Үҙҙәренең йоҡо бүлмәһендә иҙәнгә урын йәйҙе. Балалар йоҡлап китте, минең дә күҙгә йоҡо эленде. Шул саҡ апайым, йоҡлама әле, ти. Уянып киттем, юҡ, йоҡламайым, тигән булам. Шул саҡ ҡолаҡҡа ниндәйҙер шығырлаған тауыш салынды – күрше бүлмәлә кемдер һаҡ ҡына баҫып йөрөй ине. Ишетәһеңме, тип шыбырлай апайым. Эйе, тим. Ҡурҡмаҫҡа тырышам, ә бәпкә йөндәре барыбер ҡалҡты бит, әй... Кемдер берәү аш бүлмәһенән коридорға сыҡты, шунан коридор буйлап атлап, залға инде... Тороп, утты ҡабыҙҙыҡ та, белгән доғабыҙҙы уҡып, апайым менән коридорға сыҡтыҡ – бер кем юҡ. Утты һүндереп, ятһаҡ, кемдеңдер аҙымдарынан тағы иҙән шығыр-шығыр килә. Иртән тороуыбыҙға өй ишеге шар асыҡ! Үҙем нығытып ябып ингәнемде хәтерләйем бит инде... Шулай кемдер көн дә йөрөй. Етмәһә, иртә менән беҙҙе уята бит әле ул: стеналарҙы шаҡылдата, һауыт-һабаны шалтырата, биҙрәләрҙе зыңҡылдата. Тәүҙә, әллә өй эйәһеме икән, тип уйлағайныҡ. Еҙнәмдең ҡырҡы үткәс, был күренештәр бөттө. Шуға ла, еҙнәмдең йәне йөрөнө, тигән фекергә килдек. Бына шулай, ышан­һаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ. Үҙем шаһит булмаһам, ғүмерҙә лә бындай нәмәгә ышанмаҫ инем. Ғәжәп был донъя...
Ә мин ышанам ул. Икһеҙ-сикһеҙ йыһанда яңғыҙ түгеллегебеҙгә лә, яныбыҙҙа башҡа заттарҙың булыуына ла ышанам. Серҙәре күп әле был донъяның, осона сығып бөтөрлөк түгел.

Алма ҠАРАБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: