“Ярты йыл элек ирем менән айырылдыҡ. Сәбәбе – уның хыянаты. Ҡатын-ҡыҙ һиҙмәй буламы инде, әлбиттә, мин дә белә, һиҙә инем. Йәшерәк саҡта ошо сәбәпле ғаиләлә үҙ-ара ҡаңғырыу, иреш-талаш та булманы түгел, әммә йәшәй-йәшәй нисектер тынысландым, балалар, йорт, эш мәшәҡәттәре менән йылдар бер-бер артлы үтә торҙо.
Ирем насар кеше булманы. Юғары белемле, яҡшы карьера яһаны, беҙҙе мохтажлыҡта йәшәтмәне. Балалар үҫеп еткәс, мин дә күберәк үҙемә, эшемә иғтибарҙы йүнәлттем. Үҙем эшләгән уҡыу йортонда директор урынбаҫары булып киттем.
Ирем менән мөнәсәбәттәрҙе үҙемә ҡулай, дуҫтарса тип әйтәйемме, алымға көйләнем. Улыбыҙ өйләнеп, Себер тарафтарында төпләнде, ҡыҙыбыҙ Өфөгә уҡырға инде. Балалар үҙалланып сығып киткәс, ара бөтөнләй һыуынған кеүек булды. Шулай йәшәп ятҡанда, ирем башҡа кешене осратыуы, минән китергә теләүе тураһында белдерҙе. Әлбиттә, башта шаңҡып ҡалдым. Шулай ҙа һыр бирмәнем, “дүрт яғың – ҡибла” тигән төҫ яһаным.
Бына ярты йыл яңғыҙым өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ятам. Был фатирҙы ла, шәхси йортобоҙҙо ла һатыуға ҡуйғанбыҙ.
Атаһының ҡылығын иң ауыры ҡыҙыбыҙ ҡабул итте. Әле лә кисерә алмай, хыянатсы тип ҡарай.
Тормош, бәлки, ошолай дауам итеп, яңғыҙлығыма ла өйрәнер инем. Әммә... күптән түгел ирем килеп инде. Ғәфү үтенә, ныҡ яңылыштым, ти. Һурылып, йонсоп киткән. Ҡарайып торған күлдәк яғаһын күреп, бигерәк эсем бошто. Мин бит уны бер ҡасан да ундай керле күлдәктә йөрөтмәнем... Ни эшләптер тап шул минутта ул миңә ныҡ яҡын, ҡәҙерле кеше булып тойолдо.
Бына хәҙер ҙур һынау алдындамын: ғәфү итергәме уны, юҡмы? Бер яҡтан, бергәләп йылдар буйы йыйған донъяны туҙҙырғым да килмәй. Үҙем дә иремә һалҡыныраҡ булдыммы икән әллә, тип уйланам. Олоғайып килгәндә, донъя бүлеп, яңғыҙ-ярым ҡалып ултырыу ҙа дөрөҫ эш түгел кеүек...
Икенсе яҡтан ҡыҙым үҙ шартын ҡуя: атайҙы кире индерһәң, мин Өфөнән бөтөнләй ҡайтмаясаҡмын, ти. Үҙем педагог булараҡ, 18 йәшлек баланың ундай ҡылығын аңлайым, әлбиттә. Шулай ҙа донъя күргән олораҡ апайҙарҙан кәңәш көтәм.
Фәнзилә. 52 йәш”.