Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
14 Июль , 11:30

Һөйгәнен урманда ҡалдырып киткән

Һылыу был егет менән артабан да дуҫлашыуын дауам итерме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?  

Һөйгәнен урманда ҡалдырып киткән
Һөйгәнен урманда ҡалдырып киткән

Өфөлә була был хәл. Өфө йылғаһының һул ярында Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе районында бер һылыуҙың ярҙамға саҡырыуы тураһында мәғлүмәт ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығына килгән. Баҡтиһәң, 21 йәшлек ҡыҙ әйтеүенсә,  бында ул егете менән килгән.  Бер мәл улар араһында тауыш сыға һәм егет ҡыҙҙы урман уртаһында ташлай ҙа китә. Ҡыҙ ике сәғәт тиерлек ни эшләргә белмәй йөрөй бында. Ахырҙа уның  ярҙам һорап ҡысҡырыуын шаһиттар ишетеп, ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар ҡыҙҙы  ҡаршы яҡ ярҙан сығып ала. Һылыу был егет менән артабан да дуҫлашыуын дауам итерме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 Әлфиә Әһлиуллина

Автор:
Читайте нас: