Атай-әсәй наҙын, йылыһын тоймай үҫкән балалар яҙмышы... Йөрәк әрнеткес бындай хәлдәр элек тә була торғайны. Беҙҙең ауылдағы бер сабыйҙың яҙмышы һаман йәнде телә. Ҡапҡа артына йәшеренеп кенә урамға ҡарап торған сөм-ҡара күҙле малайҙы һис ҡасан онота алмам, ахыры.
...Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң ситкә эшкә сығып киткән Хәтирә апай оҙаҡламай бәпәй күтәреп ҡайтты. “Егете алдаған, өйләнергә теләмәгән”, – тип үҙ-ара шым ғына һөйләште өлкәндәр. Апай иһә ҡайтыу менән балаһын өлкән йәштәге әсәһенә тапшырҙы ла ҡайҙалыр сығып олаҡты.
Ә инәй ҡаты сирләй ине. Киләһе йәйгә йән дә бирҙе ул. Хәбәр иткәндәрҙер, тиҙҙән Хәтирә апай ҡайтып төштө. Урам аша күрше йәшәгәс, күреп торабыҙ: донъя көтөргә бер ниндәй теләге юҡ, булған ғына ваҡ малды тиҙ арала һатып ебәрҙе, йыш ҡына ҡыҙмаса йөрөй үҙе. Ҡысҡырына, туҙына. “Һин генә ғәйепле минең бәхетһеҙлектә, артыҡ тамаҡ! Ниңә тыуҙырғанмындыр? Кемгә кәрәгең бар һуң һинең?” – тип сабыйына ябырылыуын ишетеү айырыуса йөрәкте өҙә. Уныһы, бер йәше яңы тулған бәләкәс, үҙ алдына тәпәй баҫырға өйрәнеп, эләгә-йығыла көн күреп йөрөй. Ашарҙарына иһә ауыл халҡы ташый.
Биш йәше тулғанда ла малай һөйләшмәй ине. Урамға сығырға оялып, гел ҡапҡа ярығынан ҡарап тора. Ҡыш иһә туңған тәҙрәнең боҙон иретеп, бәләкәй генә уйым яһап ала ла көноҙоно тышты күҙәтә. Сөм-ҡара күҙҙәрендәге әсе һағыш әле лә йөрәкте өтөп алғандай...
Малайға алты йәш самаһы булғанда әсәһе ҡырҙан беҙҙең халыҡҡа оҡшамаған ир эйәртеп ҡайтты. Икенсе бәпәйе тыуҙы. Ә был ир бер ҙә эшләргә уйламай, бар белгәне – кәйеф-сара ҡороу. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күршебеҙ ире алдында өтәләнеп йүгереп йөрөй, гүйә, иң бәхетле ҡатын. Сабыйын иһә күберәк ағаһы ҡарай, тинеләр. Бәләкәстәргә әлеге лә баяғы ауылдаштар ризыҡ ташыуын дауам итте.
...Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә күрше йортта көтмәгәндә янғын сыҡты. Хәтирә апай иренә эсергә алыу өсөн күрше ауылдағы кибеткә киткән булған, ә йәмәғәте өйҙә тәмәке тартып ултырған еренән йоҡоға талған. Төпсөк иҙән ярығына төшөп китеп, баҙҙа ут тоҡанған. Ир үҙе нисектер уянып, ғәйепле икәнен аңлап, йәһәт кенә ауылдан сығып тайған. Ә сабыйҙар... Ағаһы йүргәктәге ҡустыһын күтәреп алып сығып, күршеләрҙең ишек алдына һалған да үҙе, берәй нәмәне алам типтер инде, кире йортҡа инеп киткән. Тап шул мәлдә түбә гөрҫләп ауған...
Хәтирә апайҙың иһә күҙ йәше лә сыҡманы, тинеләр. Өлкән улының тотошлай янған кәүҙәһен ауылдаштар күмәкләп барып ерләне, бәләкәй малай иһә ағаһы тапшырған урында – күршеләрҙә – буй еткерҙе. Ә әсәләре ирен эҙләп киткән еренән әйләнеп ҡайтманы.
...Мөхәббәттән тыуһын, яратылып үҫһен ине һәр сабый. Әсәй-атай һөйөүенән дә ҡөҙрәтлерәк нимә бар?
(Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).