– Һыу ҙа, сүпрә лә өҫтәмә, бына оло банка менән һөт килтерҙем...
– Атаҡ, Зөлхизә килендәш!.. – Ғәлимә әбей тертләп китеүен йәшерергә тырышты. – Ҡапҡа асылғанын да ишетмәгәнменсе. Әйҙүк, түрҙән үт...
Үҙе эстән генә: “Ике йыл тупһама аяҡ баҫҡаны юҡ ине, ни йомошо төштө икән? Етмәһә күстәнәсләнеп килгән”, – тип уйлап ҡуйҙы.
– Килгәс үтәм инде, үтергә кип килдем... – Зөлхизә аяғына ишек төбөндә торған тәпешкәне эләктереп, аш-һыу бүлмәһенә инде. Ҡулындағы сумкаһынан өс литрлы банка менән һөт, шыптыр ҡапсыҡҡа һалынған май, эремсек, ҡорот сығарып, өҫтәлгә теҙҙе.
– Уй-й, килендәш, ниңә шул тиклем тейәндең?! Ул тиклем ризыҡты ни, мин ҡасан ашап бөтәм...
– Туңдырып һаҡларһың. Хәҙер бит шуныһы йәтеш, туңдырғысҡа һалаһың да, кәрәк саҡта алаһың.
– Эйе шул...
Артабан һүҙ ялғанманы. Бер туған килендәш булһалар ҙа, Ғәлимә менән Зөлхизәнең уртаҡ серҙәре лә, һөйләшер хәбәрҙәре лә юҡ ине шул. Йәш саҡта ла серҙәре берекмәне, ә инде бер-бер артлы ирҙәре үлгәс, бөтөнләй аралашмаҫ булдылар. Ауылда хәҙер йәштәр уларҙың туған икәнен дә белмәй, шикелле.
Һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй, Ғәлимә:
– Етмешкә етһәң дә, мал аҫрайһың әле ул, афарин. Мин һыйырҙы өс йыл элек үк һуйҙырҙым. Бесән эшләтеүе мең бәлә, ағын эш итергә лә көс кәрәк.
– Шулай тип ишеткәйнем шул. Мин ни, көн үтһен, тип тотоп маташам инде. Үҙеңдеке үҙеңдеке инде ул, рәхәтләнеп ашауға етәме. Унан ҡала, һин бит йәштән нәзәкәтле булдың, үҙеңде һаҡланың. Ә беҙ өйрәнгәнбеҙ: ауырыһаҡ та, арыһаҡ та эшләйбеҙ...
Ғәлимә үҙ өйөндә, саҡырылмаған ҡунаҡтан битәрләнеп ултырыуына йәне көйһә лә, өндәшмәне. Әйтер һүҙе булмауҙан түгел, ә өндәшмәүең мең артыҡ икәнен белгәндән. Ғүмер буйы туғандарса аралашмауҙары ла шул килендәшенең уҫаллығы, яһиллығы арҡаһында бит.
– Эй, һүҙгә әүрәп торам, был ризыҡтарыңа аҡса бирәйем. Ҡул көсөң бит...
– Кәрәкмәй, алмайым... Мин уны хәйер тип килтерҙем.
– Ҡуй, мин хәйер алмайым бит, мохтаж түгелмен. Ә хәйерҙе мохтаждарға бирергә кәрәк, тиҙәр.
– Хәҙер кем мохтаж? Бөтә әбей-бабай ҙа пенсия ала, эшләгәндәр – эш хаҡы. Мохтаж тип урам буйында эсеп йөрөгәндәргә бирәһем юҡ инде.
– Шулайын шулай ҙа бит... Тик бер ҙә хәйер алған юҡ бит әле.
– Һиңә хәйер кәрәкмәйҙер ҙә, ә бына беҙ... Бына мин һинең доғаңа мохтажмын әлеге көндә. Беләм, электән намаҙ уҡыйһың, ураҙа тотаһың. Ҡәйнә йәштән доғалар өйрәтте бит һиңә. Ә доғаһыҙ күңелгә тыныслыҡ килмәҫ, тим...
– Доғаны ни, үҙең дә уҡый алаһың инде. Яттан белеү мотлаҡ түгел. Әллә бер китабымды биреп ҡайтарайыммы? Яйлап өйрәнер инең.
– Кәрәкмәй, аҡыл артынан килмәнем. Икенсенән, үҙең беләһең: доға уҡып ҡына минең гонаһтар бөтмәҫ. Кеше ышандырып, абыстай булып йөрөмәм инде.
– Кеше өсөн түгел, үҙең өсөн бит ул. Ә кемдең ниндәй гонаһтары барлығын Аллаһ үҙе генә белә.
– Гонаһтарҙы ҡылған кеше үҙе лә белә. Бөгөн кесе йома бит, әруахтарға доға ҡыл инде. Һуңғы арала төн һайын төшөмә инә...
– Ниязмы?
– Юҡ, Гөлгөнә. Рәнйеп яталыр, насар булып инә, бышлығып уянам... – Ғәлимә аптырап ҡуйҙы: ҡыҙының үлеменән һуң килендәше тәүгә уның исемен атаны. Йыуатырға теләһә лә, ауыҙынан бер өн сығара алманы ул. Ә Зөлхизә тәбиғәттән дорфараҡ тауышы менән һүҙен дауам итте. – Үлеменә 22 йыл була, ә мин уға атап бер генә лә аят ашы йыйманым, хәйер бирмәнем. Был тормошта ла етем кеүек йәшәне, хәҙер теге донъяла ла доғанан мәхрүм булып ята...
– Намаҙҙарым һайын мәрхүм туғандар менән бергә уның исемен дә телгә алып, доғалар ҡылам. Мәхрүм ҡалмай.
– Әсәйҙең хәйер-доғалары икенсе инде ул...
– Ярай инде, ни хәл итәһең...
– Изге күңелле булып ҡыланма инде, ярай. Мине бөтә ауыл ҡаты күңелле булыуҙа ғәйепләй. Һин дә шул иҫәптән, бары тик башҡалар шикелле ғәйбәт һатып йөрөмәйһең.
– Кеше күңелендә нимәләр ятҡанын белеп булмай. Һәм кисергән ҡайғы-хәсрәттәрҙең дә тәрәнлеген аңлай алмайбыҙ. Әммә шуны яҡшы беләм: һиңә лә еңел түгел.
– Түгел шул... Һәр көнөм: “Ниязым иҫән булһа”, – тигән уйҙан башлана ла, шундай уй менән тамамлана. Йәнемде, тормошомдоң йәмен үҙе менән алып китте бит ул. 30 йылға яҡын шул ҡайғы менән көн итәм.
– Хоҙай сабырлыҡтан ташламаһын, тип кенә теләй алам. Ҡайғыңды еңеләйтергә ҡөҙрәтемдән килмәй. Аязыңа, Йәсминә киленеңә, ейәнсәрҙәреңә һаулыҡ, бәхет һәм оҙон ғүмерҙәр насип булһын.
– Ул ни, аҙнаһына бер шылтыратып хәл белә лә, вәссәләм! Йәй башында бер ҡайтып киткәйне, ике ай була, тупһаға аяҡ баҫҡаны юҡ.
– Балаларҙың үҙ мәшәҡәте шул. Минекеләр ҙә һирәк ҡайта. Ҡыҙ балалар булһа, бәлки, әсәйгә яҡыныраҡ булыр ине, тип тә уйлап ҡуям.
– Уға ҡарамай ул. Ниязым иҫән булһа, янымдан китмәҫ ине. Ә былар... –Зөлхизә ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. – Ярай, ҡайтайым, оҙаҡлап кителде.
– Һуң, ултыра бирһәң ни була? Хәҙер сәйлек ҡоймаҡ ҡына ҡойоп алайым да, самауырҙы шыжлатам. Электр ни, һә тигәнсе инде ул...
– Юҡ, рәхмәт. Сәй эскән саҡтар булыр әле, ғүмер булһа.
– Уныһы шулай ҙа ул, анау ғүмергә бер килеп, буш сығаһың бит әле, шуныһы күңелде ҡыра.
– Ярай, һау бул.
Зөлхизә нисек ҡапыл килгән булһа, шулай сығып та китте. Ә Ғәлимәлә ҡоймаҡ ҡойоу ниәте лә, сәй ҡайғыһы ла ҡалманы. Килендәше килтергән ризыҡтарҙы урынлаштырғас, тәһәрәт алды ла, доға ҡылырға ултырҙы.
Улар ике йыл аралыҡ менән генә бер йортҡа килен булып төштө. Зөлхизә уңғаныраҡ та, һылыуыраҡ та, бөтмөрөрәк тә ине. Әммә ҡайны-ҡәйнәһе лә, иренең башҡа туғандары ла яғымлы, мөләйем Ғәлимәне яҡын күрҙе. Оло килен тура һүҙлелеге, уҫаллығы һәм тупһыҙлығы менән башҡаларҙы тиҙ арала үҙенән биҙҙерә ине. Кешенең күңеле ҡалыр, тип тә уйламаны – үҙен дөрөҫ һанаһа, ярып әйтеүен белде. Йәш килендәшенең никах көнө үк йөҙөн йыртты.
– Кәләш эҙләгән егеттең күҙе с...маға китә, тигәндәге дөрөҫ икән. Факил ҡәйнеш, анауындай уңғанлығың, баһадирлығың, батыр тигән даның менән йүнлерәк ҡыҙ тапманыңмы? Ни үҙе, ни йөҙө тигәндәй, тоторлоҡ ере, ҡарарлыҡ матурлығы булмаған кәләш алмаһаң...
Ғәлимә түгелеп илар ине инде, һөйгәненең һүҙҙәре генә күңелен бөтөн итеп ҡуйҙы.
– Матур матур түгел ул, һөйгән матур була. Етмәһә уның күңеле йомшаҡ, теле татлы. Биксуриндарға бер ҡаты күңелле сибәр килен етеп торор... – тине Факилы.
Шунан һуң ул килендәшенең һүҙҙәренә лә, ҡылығына ла аптырамай башланы. Хәйер, бер ҡылығын ул барыбер аңлап етә алманы. Ҡыланыштары бөгөн дә сер булып ҡала.
Ғәлимә үҙе бер-бер артлы өс малай тапты. Ә Зөлхизә бер малай тапҡас, оҙаҡ ҡына буйға уҙа алманы. Ете йылдан ғына ҡыҙы Гөлгөнә, тағы ла алты йылдан Нияз улы тыуҙы. Ғәлимә һәр малайын бер тигеҙ яратты, яҡын күрҙе. Илаһалар ҙа, урамдан бәләкәй генә йәрәхәт алып инһәләр ҙә, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була ине. Ярай, ире уларҙы артыҡ иркәләтергә ирек бирмәй, ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләй алды. Ҡыҙ балаһы булмағанғалыр, ул килендәшенең ҡыҙын да яҡын күрҙе. Уны бер һөйөр өсөн Зөлхизәнең төрттөрөүҙәренә, әрләүҙәренә ҡарамайынса, көн аша уларға йөрөнө. Ҡыҙ бала үҙе лә илгәҙәк ине шул – ишектән инеү менән: “Еңгәйем!” – тип уны һығып ҡосаҡлап ала ла, битенән үбергә тотона.
– Тарһыныуҙан түгел, әммә бында килеп эшһеҙ ултырыуыңа йәнем көйә, Ғәлимә. Ҡосаҡлашып, ялашып ултырғансы, үҙ балаларыңды ҡарар, ашарҙарына тәрбиәләр инең. Баҡса эшенең ҡыҙған мәле, мин өлгөрә алмайым. Ә һин бушты бушҡа ауҙарып ултыраһың, – тип Зөлхизә һөйләнһә лә, эҙен һыуытманы. Киреһенсә:
– Әтеү һин эшең менән булғансы, Гөлгөнәне үҙебеҙгә алып ҡайтып торайым. Эшең бөткәс барып алырһың. Теләһә, Аяз да барһын. Минең малайҙар менән рәхәтләнеп уйнарҙар, – тип шатлана-шатлана балаларҙы үҙҙәренә алып ҡайтыр ине.
Ә килендәшенең үҙ балаларына күңеле иремәне. Ғәлимә әсәй кешенең уларҙы ҡосоп яратҡанын, иркә һүҙ әйткәнен бер ваҡытта ла күрмәне. Хатта Фәрит ҡайнағаһы ла ҡатынынан үтеп, уларҙы яратырға ҡурҡты, шикелле. Һаман да хәтерләй Ғәлимә – бер барғанында ете йәшлек Гөлгөнә үкһеп илап ултыра.
– Нимә булды, һары сәскәм минең? – тип иркәләп кенә йыуатыуына, ҡыҙ тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотондо.
– Мәктәпкә көн һайын үреп ебәреүе мәшәҡәт бит – сәсен ҡырҡтырғайным, шуға илай, – тине килендәше битараф ҡына.
– Бөтәһе лә ҙур бантик тағып килә, ә минең сәсем малайҙарҙыҡы кеүе-е-ек, – тип һуҙҙы йәш аралаш ҡыҙ.
– Үҙеңде үҙең ҡарай башлағас үҫтерерһең. Ә минең һәр көн иртән ферманан арып ҡайтып, ищү һинең сәсеңде үреп ултырырға ваҡытым юҡ. Тамағығыҙҙы туйҙырып өлгөргәнгә лә әлхәм әле...
Ғәлимә ҡыҙ баланы йыуатырлыҡ һүҙҙәр эҙләй башланы:
– Гөлгөнә, һин бит ҡыҫҡа сәс менән ныҡ матурһың, көҙгөнән ҡара әле! Ә бантик таҡҡың килһә, уны сәс ҡыҫтырғысҡа тегеп бирермен, йәме, – ҡыҙ бер аҙ тынысланды, әммә шул ваҡиғанан һуң әллә күпме бойоғоп йөрөнө. Ҡыҙ баланың күҙ йәштәренә битараф булған, йыуатыр һүҙен йәлләгән килендәшенә асыуы килде Ғәлимәнең.
Ә кинйә улы Нияз тыуғас, Зөлхизәкүңелендәге бар һөйөүен, йылыһын уға бирҙе. Кешеләргә һынап, бер аҙ ҡатыраҡ баҡҡан ҡарашы улын күреү менән боҙҙай ирей, йылы нурҙар барлыҡҡа килә. Тик тәнҡит, әр һүҙҙәре генә сыҡҡан теленән балдар тамамы ни:
– Ой, бәләкәсем, батырым минең, күҙ нурым! Ана бит ул, йылмайып ҡына тора, эйеме? – әйтерһең дә уны алыштырып ҡуйғандар.
Улы өсөн ни алып, ни бирергә белмәгән ҡатынға ҡарап, Ғәлимә гел аптырауға ҡала ине: нисек инде әсәй кеше үҙ балаларын бер тигеҙ ярата алмай? Ололарына һан да юҡ, йылы һүҙ ҙә. Хатта аңды-тоңдо аңлай башлаған 15 йәшлек Аяз бер заман: “Әсәй беҙҙе яратмай инде ул,” – тип әйтеп һалды. Шул саҡта Зөлхизәисем өсөн генә булһа ла: “Юҡ, яратам!” – тигән һүҙ әйтмәне. Киреһенсә, тамаҡ төбө менән: “Күҫәк хәтле буйың менән, әсәй яратмай, тип мәмәйләнеп тороу оят түгелме һиңә?” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә Ниязды дүрт йәшкә тиклем күкрәк һөтөнән айырманы ул. Апаһы менән ағаһына ла тынғылыҡ булманы.
– Ҡустығыҙҙы илатмағыҙ! Ҡара уны, тышта оҙаҡ йөрөтөп, ауырытып ҡына ҡарағыҙ! Тәмлекәстәрен һеҙ ашағанды ғына күрәйем! – Оло балаларҙың кескәй туғандарын яратыуына ҡарамайынса Зөлхизәһәр саҡ Ниязды өҫтөн ҡуйҙы.
Гөлгөнә Ниязды үҫтерҙе, тип әйткәндә лә була: ҡайҙа барһа ла эйәртеп, уны ҡурсып йөрөттө, ел-ямғыр тигеҙмәне. Үҙе ашамаһа – ашаманы, уйнамаһа – уйнаманы, әммә ҡустыһына бер нәмә лә йәлләмәне.Тик яратыуға ғына төрөлөп йәшәгән баланың ғүмере ҡыҫҡа булды. Зөлхизәменән Фәрит Аязды эйәртеп бесәнгә киткән. Ә буй етеп килгән Гөлгөнәгә баҡсаны ҡарарға, ашарға әҙерләргә һәм башҡа бихисап эштәр ҡушылды. Уның араһында ҡустыһына ла күҙ-ҡолаҡ булырға тейеш ине. Тик эшкә әүрәгән ҡыҙҙың иғтибарһыҙлығын файҙаланып, алты йәшлек Нияз күрше малай менән юҡҡа сыға.
Тәүҙә балаларҙың юҡлығына артыҡ бошонмайҙар – арыһалар, асыҡһалар ҡайтырҙар әле, тип ҡуялар. Хатта әсә йөрәге лә бәлә килерен һиҙмәй. Тик ҡараңғы төшә башлап, малайҙар күренмәгәс, өйҙән өйгә һораша башлайҙар. Ә иртәгеһенә бөтә ауыл менән тиерлек ялан-урмандарҙа, йылға буйҙарында эҙләү башлана. Уларға милиция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла. Ике көндән генә йылға ағымының түбән яғында тәүҙә – Нияздың, аҙаҡ күрше малайҙың мәйетен табып алалар.
Ике сабый баланың үлеме уларҙың ғаиләләренә генә түгел, ә тотош ауылға ҡара ҡайғы булды. Ғәлимә менән Факил ерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алды –Зөлхизәтирә-яҡта нимә барғанын да аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Фәрит тә ҡайғынан бөгөлөп төштө. Нисек йыуатырға, ниндәй һүҙҙәр табырға белмәһә лә, көн һайын ул килендәше йортона барҙы: ашарҙарына әҙерләне, баҡсаларын ҡараштырҙы. Сираттағы барғанында Зөлхизәянына сығып, ҡарағат тирешә башланы.
– Һеҙҙең дә донъя, үҙ эшегеҙ бар, рәхмәт, терәк булдығыҙ. Инде был яғына улай мәшәҡәтләнмә. Мин дә бер аҙ тынысландым, – тине ул һүҙ араһында.
Әммә ул эсендәге ҡайғы-хәсрәттәрен, ғазаптарын кешегә күрһәтергә теләмәнлектән генә шулай тыныс күренергә теләй ине. Тәүҙә Ғәлимә быны аңламаны – килендәше ҡайғыһын оло балалары, эш, донъя мәшәҡәте менән баҫыр, тип уйланы. Әмәлгә ҡалғандай, шул осор ашҡаҙан сире менән дауаханаға эләкте. Дауаланыуына аҙна ла үтмәне, сираттағы килеүендә Факил:
– Өйгә ҡайтырлыҡ түгелһеңме әле? – тип һорай ҡуйҙы.
– Килеүемә яңы бит... Нимәлер булдымы әллә?
– Әллә инде. Ике кис рәттән илап, шешенеп бөткән Гөлгөнә һине һорап килә. Үҙе бер нәмә лә әйтмәй, сыға ла китә. Кисә аптырап өйҙәренә барғайным, Фәрит ағай бер нәмә лә белмәй. Еңгәй өйҙә юҡ. Шуға һин ҡайтһаң тигәйнем. Нимәлер булған кеүек...
Түҙмәне ҡатын, иренең хәбәренән һуң өс көн үтеүгә, табиптан һорап, ҡайтып китте. Мунса яғып, йыуынып сыҡҡансы, аҙна буйы йыйылған ҡатын-ҡыҙ эштәрен тамамлағансы көн кискә ауышты. Шулай ҙа Зөлхизә менән Гөлгөнәнең хәлен белеп ҡайтырға булды. Ҡапҡанан сығып, күпергә лә етеп өлгөрмәне, киске эңерҙе ярып:
– Әсә-ә-әй! Әсәйем, һин ҡайҙа?! Зинһар тауыш бир!.. – тип асырғанып ҡысҡырған тауышты ишетеп, туҡтап ҡалды. Гөлгөнәне танып, аптырап ҡалды. Урау юлдан барып еткәнсе икенсе яҡҡа китер, тип тыҡрыҡ аша тураға йүгерҙе. Туғайҙы сығып еттем генә тигәндә, парлы өйәнке төбөндә ултырған шәүләне күреп, туҡтап ҡалды. Шикләнеп кенә яҡынлай башлағайны, килендәшен танып алды.
– Зөлхизә еңгәй, нимә булды? Нишләп ултыраһың бында?
– Йә Хоҙай, тыныс ҡына ҡайғыларға бирелергә лә, илап алырға ла мөмкинлек бирмәйҙәр бит! – ғәҙәттегесә дорфа яуапланы ҡатын. – Кешелә ни эшегеҙ бар һуң ә?!
– Унда Гөлгөнә һине эҙләй бит. Ҡайҙа икәнеңде белгертеп, хәбәр генә бирһәңсе һуң?
– Ялҡытты ул мине үҙенең эҙәрлекләүе менән. Көн һайын мине ҡарауыллай. Ә минең яңғыҙ ғына ҡалаһым килә, ниңә аңламайһығыҙ?
– Унда 13 йәше лә тулмаған ҡыҙ бала төнгө урам буйлап һине эҙләй, аҙ ғына ла йәлләмәйһеңме?
– Эҙләмәһен, бар әйт. Бәлки һине тыңлар...
Ғәлимә бикәсен түбән оста ғына ҡыуып етте. Ҡыҙ бала уны күреү менән ҡосағына һырылып, илап ебәрҙе:
– Еңгәй, мин ҡурҡам. Әсәйгә берәй нәмә булып ҡуймаһын тим. Ул беҙҙең менән һөйләшмәй ҙә, аралашмай ҙа. Ҡапыл ғына юҡҡа сыға ла ҡуя. Йыш ҡына Нияздың ҡәбере янынан табам. Ә төндә зыяратҡа барырға ҡурҡам. Әле лә, мәктәптән ҡайтһам, өйҙә юҡ...
– Балаҡайым, ҡайғырма, әсәйең бер аҙ яңғыҙ булғыһы килә. Әйҙә, тыныслан, беҙгә барайыҡ. Иртәгә иртәнсәк ҡайтырһың...
– Юҡ, өйгә ҡайтып, әсәйҙе көтәм йәме. Уны күрмәйенсә тыныслана алмаҫмын барыбер.
– Яңы ғына мин уны күрҙем, барыһы ла һәйбәт. Уға тынысланыу өсөн бер аҙ илап, уйланып алырға кәрәк. Хәлен кешегә күрһәткеһе килмәй, шуға төнгә ҡарай сығып киткәндер. Әйҙә, үҙеңде оҙатып ҡуям...
Икенсе көндө ҡыҙ бала үҙе уларҙың ишеген ҡаҡты:
– Еңгәй, әсәйем тағы зыярат яғына китте. Барып ҡына алып ҡайтайыҡ инде...
Зөлхизә бәләкәй генә ҡәберҙе ҡосоп, үкһеп-үкһеп илай ине. Ғәлимә бер аҙ янына барырға ҡыймай ситтәрәк баҫып торҙо.
– Еңгәй, ауыр икәнен аңлайым, тик бер аҙ тынысланыр кәрәк. Мәйетте һыуға һалырға ярамай, тиҙәр...
– Тағы һинме ни? Һис тынғы юҡ һеҙҙән! Аңламайһың мине хәлде, бер кем дә аңламай.
– Бәлки табипҡа күренеп ҡарарһың? Тынысландырыусы дарыуҙар яҙыр ине.
– Минең хәлде дарыу ғына яҡшырта алмай. Былай ҙа услап эсәм уларҙы, файҙаһы ғына юҡ. Аңламайһығыҙ, Ниязым, йөрәк пәрәм, күҙ нурым китте бит! Мәңгелеккә ташлап китте.
– Үлгән артынан үлеп булмай. Ололары хаҡына йәшәр кәрәк, уларҙы кеше иткәнсе лә күп көс китәсәк.
– Ә мин уларҙы күрәлмайым. Айырыуса Гөлгөнәне. Уның арҡаһында Нияз үлеп ята! Ул ҡараманы!
– Нимә һөйләйһең һин!? Ҡыҙ баланың ниндәй ғәйебе бар?
– Уға яҡшылап әйттем – ҡустыңды күҙ уңынан ысҡындырма, тинем. Ә ул... – ҡатын ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. – Харап итте балаҡайымды. Күргән һайын асыуым килә. Йәй көнө үк интернатҡа бирергә кәрәк булған. Бер өйҙә йәшәй алмайым ул бала менән.
– Зөлхизә, ул да бит һинең балаң, ни һөйләйһең? Ишетеп ҡалмаһын, күңеле ҡалыр.
– Ә минең күңелде уйлаған кеше бармы?!
Ғәлимә башҡаса уның менән һөйләшергә теләмәне. Зыярат ҡапҡаһынан сыҡты ла, ситтә көтөп торған Гөлгөнәне ҡайтырға әйҙәне.
– Артынан ҡарауыллап йөрөп кенә хәлен яҡшырта алмайбыҙ уның. Яйлап тынысланыр, һин дә үҙеңде бөтөрмә, – бер аҙ барғас, һорарға батырсылыҡ итте. – Бикәс, бер аҙ беҙҙә йәшәгең килмәйме?
– Юҡ, еңгәй, мин бөтөнләй ауылда ҡалмаҫҡа булдым. Өләсәйгә күсеп китәм, хат аша хәлде аңлаттым, кил ти. Ә һеҙҙә ҡалһам, барыбер күрешергә тура килә. “Һине күргән һайын ҡайғым яңыра,” – ти бит.
– Эй, балаҡайым, нығынып та етмәҫ борон шундай һынауҙар кисерәһең. Тик шуны бел йәме: ҡустыңдың үлемендә һинең ғәйебең юҡ! Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмышты үҙгәртеп булмай. Тимәк, Нияздың тәҡдире шулай булған. Эргәңдән ебәрмәй бәйләп ултырһаң да, икенсе сәбәп сығыр ине.
Гөлгөнә һүҙһеҙ генә башын ҡаҡты...
Өләсәһенә күсеп китеүҙән, һирәкләп кенә ялдарға килеп китеүен иҫәпләмәгәндә, ул башҡаса ҡайтманы. Туғандарынан да ситләште, еңгәһенә лә серҙәрен һөйләмәне. Ҡырыҫланды, йомолдо. Ә 18 йәше тулған көндө ул егете менән матоциклда юл фажиғәһенә осорап, һәләк булдылар. Медицина тикшереүе уларҙың иҫерек икәнен күрһәткән. Зөлхизә ҡыҙын үҙенең тыуған ауылында ерләтте. “Егете менән йәнәш ятһын,” – тигән булһа ла, Ғәлимә ҡатындың үлеменән һуң да балаһын ғәфү итә алмағанын аңланы. Ниязын юғалтҡанда ҡойған күҙ йәштәре Гөлгөнә үлемендә тамсы ла сыҡманы. Аҙаҡ, 27 йыл дауамында ул ҡайны-ҡәйнәһе, ата-әсәһе, Ниязға бағышлап әллә күпме табындар йыйҙы. Тик уларҙың береһендә лә йәшләй вафат булған ҡыҙҙың исеме аталманы.
Шуға ла бөгөн Зөлхизә килеп, ҡыҙына аят-доғалар бағышларға үтенгәс аптырап ҡалды Ғәлимә. Килендәшенең бер мәлгә генә булһа ла күңеле йомшарыуға шатланды. Хатта үткәндәрҙе ҡайтарып, үлгәндәрҙе терелтеп булмаһа ла. Сөнки әреүәхтар доғаларҙы ишетеренә ихлас ышана ул. Тимәк Гөлгөнәнең дә йәне әсә доғаһына ирешеп, тыныслыҡ табасаҡ.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.