Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
30 Август , 14:29

"Улым, нимә эшләйһең?"

Әбейе үлеп киткәс, ҡарт улы менән килененә йәшәргә килә. Ҡарттың ҡулдары ҡалтырай, күҙе лә насар күрә икән...

"Улым, нимә эшләйһең?"
"Улым, нимә эшләйһең?"

Әбейе үлеп киткәс, ҡарт улы менән килененә йәшәргә килә. Ҡарттың ҡулдары ҡалтырай, күҙе лә насар күрә икән. Тәуге мәлдәрҙә улы, килене, 4 йәшлек ейәне менән бер өҫтәл артында ултырып ашай бабай. Әммә уның сынаяҡты тота алмай, ашьяулыҡҡа бер туҡтауһыҙ сәй түгеүе, ҡулдары ҡалтырау сәбәпле, йә ҡалағын, йә икмәген иҙәнгә төшөрөп ебәреүе килен кешенең йәненә тейә башлай. Ҡарттың яңғыҙын бер бүлмә мөйөшөнә урынлаштырып, ашарға айырым бирергә ҡарар итәләр. Бер-ике тапҡыр тәрилкәне төшөрөп ватҡас, бабайға ағас һауыт ултырталар. Бер көндө 4 йәшлек малай урамда тапсыҡтар араһында ултыра икән. Уның мөкиббән китеп уйнағанын күреп, атаһы: "Улым, нимә эшләйһең? " тип һорай. Малай: "Әсәйем менән һиңә ағастан һауыттар эшләйем, атай. Һеҙ ҡартайғас, һеҙгә кәрәк буласаҡ бит", тип яуап бирә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бала тәрбиәләүҙең иң яҡшы һәм берҙән-бер дөрөҫ ысулы - тәрбиәне үҙеңдән башлау. Бала ата-әсәһенең үҙ-үҙен тотошон, һөйләшеү манераларын аңына һеңдереп бара.

 

Автор:
Читайте нас: