Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
21 Декабрь , 16:31

Мин генә ғәйепле...

Мин генә ғәйепле...
Мин генә ғәйепле...

Миңә дүрт йәш булған саҡта атайым сираттағы тапҡыр ныҡ итеп эсеп ҡайтты. Уның был ҡылыҡтарынан арыған әсәйем “әйберҙәреңде йый ҙа сығып кит”, тине. Атайымды үлә яҙып яратҡан мин илап ебәрҙем һәм ул китһә бергә китәм тинем. Икәүләшеп нәмә тураһында һөйләшеп килешкәндәрҙер, әммә атайым ғаиләлә ҡалды.

Һигеҙ йәшем тулғас, яңылыш ҡына уларҙың төндә һөйләшкәнен ишеттем. “Әгәр Зөлфиә һине шул тиклем яратмаһа, мин әллә ҡасан айырылыр ҙа, тыныс йәшәр инем”, – тине ул. Бала аҡылы менән был һөйләшеүҙе ишетмәмешкә һалыштым һәм атайым ҡалғанға һөйөндөм генә.

13 йәш тулғас, әсәйем мине ҙурайған тип иҫәпләпме икән, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. “Балам, ошо йылдар буйына ғаиләне бер үҙем тартып арыным. Эскесе атайыңа бер хистәр ҙә ҡалманы, йәш саҡта китәйек унан”, – тине. Үҫмерлек кризисы кисергән мин әсәйемә ҡысҡырҙым, уны тыңларға ла теләмәнем.

Ә миңә 15 йәш тулғас... әсәйем үлде. Яман шештән бер нисә ай эсендә “янды” ул. Шул саҡтан атайым менән яңғыҙ ҡалдыҡ. Был ваҡытҡа ул туҡтамай тиерлек эсә ине. Эскелек, ярлылыҡ, ҡысҡырыш, аңлашылмаусанлыҡ. Минең өсөн шәхси тамуҡҡа әйләнгән ғүмер башланды.

Әсәйем үлгәндән һуң 10 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Атайымдың барыһы ла яҡшы: яңы ғаиләһе бар, бәләкәй балаһы тыуҙы. Ә иң ҡыҙығы – ул бер тамсы ла эсмәй һәм кескәй һеңлем өсөн бына тигән, минең хыялдағы атай.

Атайым менән аралашҡым килмәй. Ул да атлығып тормай, күрәһең, мин уға элекке тормошон хәтерләтәмдер.

Бөгөн мин яңғыҙ һәм берҙән-бер яҡын кешем – әсәйемдең үлемендә тик үҙемде ғәйепләйем. Әгәр шул саҡта минең һүҙҙәрҙе тыңламай алкаш атайымдан китһә, бөгөн ул тере булыр, бәлки икенсе ғаиләлә бәхетен табыр ине...

Апайҙар, кәңәш бирегеҙсе, нисек артабан йәшәргә миңә? Атайым кеүек алкашҡа юлығырмын тип кейәүгә сығырҡа ҡурҡам. Балам йонсоп йәшәр тип бала тапҡым килмәй. Ә иң нығы ғәйеп тойғоһо ашай мине...


Автор:Альфия Мингалиева

Автор:
Читайте нас: