Ауылдан-ауылға күсеп, дин дәрестәре аңлатып бик ихлас күңелле Ғәриф Әлһиди исемле хәҙрәт йәшәгән. Уның тураһында бик күп халыҡ белгән, телдән-телгә һөйләнеп риүәйәттәр, ҡиссалап һаҡланған.
Шул Ғәриф Әлһиди менән осрашҡан бер бур тураһында был һүҙ. Хәҙрәт бер ауылға вәғәз-нәсихәт һөйләр өсөн юлға сыҡҡан. Урман уртаһынан барған ваҡытта, бер бур ҡаршыһына килеп баҫа һәм уның муйынына бысаҡ терәп: “Эй, һин, булған байлыҡтарыңды, хазиналарыңды сығар. Әгәр бирмәһәң, үлтерәм”, — тигән. “Минең малым да, кеҫәмдә аҡсам да юҡ. Ләкин хазинам бар. Теләһәң уны бирә алам”, — тип яуаплаған. “Ниндәй хазина? Сығарып бир йәһәтерәк!” — тип ҡысҡырған. “Донъя һәм әхирәттә ҡотҡара торған күңел хазинаһы бар миндә”, — тигән Ғәриф Әлһиди. “Миңә күңел хазинаһы кәрәкмәй. Күңел хазинаң, иманың, динең үҙеңә булһын. Миңә кеҫәңдәгеһе кәрәк”, — тигән юлбаҫар.
“Аҡса һәм байлыҡ менән нимә эшләргә булаһың?” — тип һораған хәҙрәт. “Нисек инде нимә эшләйем. Минең өйҙә әсәйем, ҡатыным, балаларым бар. Улар минең мал, ризыҡ алып ҡайтыуымды көтөп торалар”, — тип яуап биргән яуыз. “Аллаһ ҡаршыһына ҡайтып, гөнаһтарың өсөн яуап биргәнд, яҡындарың үҙҙәре хаҡына эшләгән гөнаһтарының бер өлөшөн үҙ өҫтәренә алырҙар микән? Теләһәң, мине бер ағасҡа бәйләп тор ҙа, өйөңә ҡайтып әсәйеңә, ҡатыныңы был һорауҙы биреп ҡара тигән аҡыл эйәһе.
Юлбаҫар хәҙрәттең һүҙҙәрен тыңлап бөттө һәм уйланды. Уны бер ағасҡа бәйләп ҡалдырҙы ла, өйөнә ҡайтып әсәһенән:”Әсәй, дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бит баҙарҙа хеҙмәт итеп аҡса тапмайым. Өйгә алып ҡайтҡан юлбаҫарлыҡтан, кешеләрҙән талап алынған мал. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына ҡайтҡандан һуң һин гөнаһтарымдың бер өлөшөн өҫтөңә алырһыңмы икән? — тип һораған. “Эй, улым, һине туғыҙ ай буйы ҡарынымда күтәреп йөрөнөм. Донъяға тыуғандан һуң 13-14 йәшеңә тиклем һиңә бер туҡтауһыҙ хеҙмәт иттем. Мин бит быларҙы һин үҫеп еткәс, гөнаһ эшләп, кеше талап йөрөһөн өсөн тырышманым. Өйгә алып ҡайтҡан малың аҙ, әммә хәләлдән булһын. Аллаһы Тәғәлә алдында бер кеше лә, башҡа бәндәнең гөнаһын үҙ өҫтөнә алмаясаҡ. Мин дә һинекен, һин минекен”, — тип яуап ҡайтарған.
Юлбаҫар әсәһенең һүҙен тыңлап бөтөрҙө. Унан һуң ҡатынына өндәште. Тормош иптәше лә әсәһенең һүҙен ҡабатланы. Юлбаҫарҙың күҙенән йәш аҡты. Илай-илай бәйләп киткән хәҙрәттең янына килеп уның аяҡтарына йығылды: “Мин бөгөн бер әйберҙе аңланым. Донъяла беҙ кем менәндер йәки кем өсөндөр ниндәй генә ғәмәлдәр ҡылһаҡ та, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында бер үҙебеҙ генә йәтим булып ҡалабыҙ икән. Һин миңә шәкертең булып, күңел хазинаһы булған иман байлығына алып бара торған юлдарҙы өйрәнергә рөхсәт ит”, — тигән.