Йәй ине, беҙ ҡыҙҙар менән һыу буйында уйнап йөрөйбөҙ. Яр ситендә аяҡты һәлендереп матур йылғаға ҡарап һоҡланып ултырабыҙ. Тирә-яҡ шундай матур, йылға ярҙары буйлап ағастар үҫә, йылғала ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙә. Ҡыҙҙар менән яр ситендә ултырһаҡ, бер матур ғына ҡош эргәбеҙҙә осоп йөрөй башланы. Бәләкәй генә, инде етеҙ генә оса, бер ваҡыт беҙҙең эргәлә уралып осоп йөрөнө-йөрөнө лә яр ситендә бер ояға инеп китте. Бер ҡыҙыҡай ҡыҙыҡһынып:
- Был ҡош бында нимә эшләй икән? - тип ҡарай башланы.
Ҡараһа, бәләкәй генә соҡор, соҡор эсендә нимә икән тип тупраҡтарҙы ҡойолтоп төшөрөп ояны емерә башланы. Емерә торғас, баяғы ҡош сығып осоп ҡасты, ә оя эсенән өс ҡошсоҡ ята ине. Теге ҡыҙыҡай ҡошсоҡтарҙы беҙгә алып килеп күрһәтте. Бигерәк бәләкәй генәләр, ауыҙҙарын асып асып торалар. Матур ғына ҡошсоҡтар. Шулай ҡарап торһаҡ, ҡошсоҡтарҙын әсәләре килеп теге ҡыҙыҡайҙың ҡулына килеп төкөнө, балаларымды һал тигән һымаҡ.
Беҙ уйнатып торабыҙ, беҙгә ҡыҙыҡ, әсәләре ныҡ ауысланды буғай, шәп осоп килә лә беҙгә төкөп үтә. Шулай тора торғас теге ҡыҙыҡай ҡошсоҡтарҙы әллә нимә эшләтте, һәлпелдәп хәле бөтөп үлеп баралар.
- Әйҙә кире һалайыҡ - тинем, үҙем теге ояға икәүһен һалдым, ә теге ҡыҙ уйнатып тороп ҡалды. Беҙ кире уйнарға тотондоҡ, ҡош тураһында оноттоҡ. Күрмәйҙә ҡалдыҡ, теге ҡыҙ өйөнә ҡайтып киткән. Уйнап бөтөп, беҙҙә ҡайтып киттек. Иртәгәһенә теге ҡыҙға уйнарға барҙыҡ, барһаҡ әсәһе:
- Сыҡмай уйнарға, ауырып ята, ни эшләп һыу күп индегеҙ? һыуыҡ үткәргән, - тип асыуланды. Беҙ теге йылға буйына уйнарға тағы ла барҙыҡ, ҡараһаҡ яр ситендә теге ҡошсоҡ үлеп ята, ояһына һалмаған икән. Беҙ бик үкендек ояны туҙҙырғанға. Теге ҡыҙыҡай бик оҙаҡ ауырыны. Әсәһе дауаханаға алып барған, тик файҙаһы булмаған. Ныҡ ябыҡты, йәй буйы уйнарға сыҡманы. Аптырап, муллаларға йөрөткәндәр, мулла өшкөрөп, былай тигән:
- Ҡыҙым башҡаса ҡоштарҙы ыҙалатма, ояларын емермә, туҙҙырма. Әсә рәнйеше бик ҡурҡыныс. Һиңә әсә рәнйеше төшкән, шуға ла ауырының.
Беҙ ҡыҙҙар менән башҡаса ҡоштарға теймәнек, ҡоштарҙы икмәк менән һыйланыҡ. Дуҫ кыҙыҡай инде йүнәлеп китте, хәҙер ул ҡоштар менән дуҫ. Бына шулай ҡоштар рәнйеше лә төшә икән.