Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Сентябрь 2022, 15:35

Белорет һылыуы, шағирә, журналист Рәсимә Сәлихова тыуған көнөн билдәләй

"Шоңҡар" журналы коллективы уны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һәм ижади уңыштар теләй. Шағирәнең бер шәлкем ижады менән сайтта таныша алаһығыҙ. Күңел моңом әгәр ишетһәгеҙ,Һүҙҙәр әйтмәй генә көйләгеҙ.Мин ул йырҙа һүҙҙәр ҡулланмайса,Йәнем ауаздарын һөйләйем...    

Белорет һылыуы, шағирә, журналист Рәсимә Сәлихова тыуған көнөн билдәләй
Белорет һылыуы, шағирә, журналист Рәсимә Сәлихова тыуған көнөн билдәләй

***

Тындым. Күңел моңом аҡты,
Мин ишеттем уның һәр зыңын.
Ул моңомда шул саҡ яңғыраны,
Моңло сыңы йәнем ауазының.

Йәнем ярып сыҡҡан өнһөҙ моңом
Ишеткәндәр беләм барлығын.
Өндәшмәйҙәр... Өндәшмәйем мин дә...
Өнһөҙ йырлап, бөттөм ҡарлығып.

Күңел моңом әгәр ишетһәгеҙ,
Һүҙҙәр әйтмәй генә көйләгеҙ.
Мин ул йырҙа һүҙҙәр ҡулланмайса,
Йәнем ауаздарын һөйләйем.

 

***

Йәнәшәңдә сәскә нисә тажлы -
Һин дә түгел шулай атырға.
Төҫтәре лә бәлки сағыуыраҡ,
Тимәгәндәр шул уҡ ҡалырға.

Таж һанамай, төҫтәр сағыштырмай,
Үҙ тормошоң менән йәшә һин.
Тамыр остарыңдан ҡурпып сыҡҡан

Япраҡтарың гелән йәшәрһен...

Сәскәләрем тажын һанамайым,
Сағыу сәскә төҫө арбамай.
Ал сәскәләр нескә булһалар ҙа,
Йәм өләшә бер ни ҡарамай.

 

***

Һүҙҙәрҙең дә тәме була -
Йә әселәр, йә сөсө.
Тәмле күренһә лә үҙе,
Була боростай әсе.

Һүҙҙәр ҙә боҙ ишеләй һалҡын,
Ҡояштай йылы була.
Йән йылына яҡтыһынан,
Йә һалҡынынан туңа.

Һүҙҙәрҙең йәнә лә була
Ағы ла, ҡараһы ла...
Һүҙҙәр төрлө, ишетһен гел
Изгеһен барыһы ла!

 

***

Яҙыҡтарым барҙыр, юҡтыр тимәм,
Яҙа баҫҡан сағым күп булды.
Был һынаулы тормош юлдарында,
Бутағаным булды күп юлды.

Арматтарға менеп ашҡанымда
Күҙҙе сағылтҡанда ҡояш нуры,
Тапанғанда шул саҡ бер урында,
Алтынға тиң ваҡыттарым уҙҙы...

Һынылыштар, боролоштар булды,
Башым боҫтом - баш күтәрер саҡта.
Йән әсеүен сәсер мәлдәремдә
Тынлыҡ һаҡлап торҙом мин һаҡта.

Өнәмәнем шау-шыу, ә шулай ҙа,
Биктә түгел минен йөрәк-атым.
Теләһә ул, йыраҡтарға сабыр,
Йәне теләй икән - тын ятыр.

Яҙыҡтарым бар ҙа, тик уларҙы,
Кемдәр икән урап үткәндәр?
Ярсылған боҙ ярым-ярсыҡтарын,
Бармы икән, бөтөн иткәндәр?

(Рәсимә Сәлихова)

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: