Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
17 Март 2023, 19:36

Фәрештәм булдымы ул ҡыҙ? Әллә...

Минең баш осонда ултырған ҡыҙ кем икән ул? Операция бөткәнсе ултырҙы. Булды тамам тип әйткәс кенә юҡҡа сыҡты...

Миңә ул вакытта 19 йәш ине.Ҡапыл аппендицит шартлап операцияға индерҙеләр. Операцияға инеп ятҡас, врачтар әҙер, медсестра йоҡлатырға укол һалды. Ҡалғанын мин күрмәҫкә тейешмен бит йоҡлағас, ни эшләп күҙем йомоҡ , үҙем врачтарҙы күрәм. Өҫтөмә простыня яптылар. Минең эргәмә ап аҡ кейенгән бер ҡыҙ ултырғыс алып килеп баш осома ултырып алды, йөҙөн абайламайым, яҡшылап күренмәй. Простыня ны тишеп, бәләкәй генә бысаҡ менән эсемде ҡырҡты, эргәһендә медсестралар ярҙам итәләр. Башым осондағы ҡыҙ тик ултыра, минең өсөн борсолоп ултырған һымаҡ. Врачтар ул ҡыҙға ихтибар итмәйҙәр, күрмәйҙәр ҙә. Бик оҙаҡҡа һуҙылған һымаҡ булды минең өсөн.Эсемде ҡырҡҡан саҡта ауыртманы. Минең баш осонда ултырған ҡыҙ кем икән ул? Операция бөткәнсе ултырҙы. Булды тамам тип әйткәс кенә юҡҡа сыҡты. Мин уянып киткәндә, ҡаршымда өҫтәл артында баяғы ҡыҙ ултыра ине, һыу эсер әле! тип бышылданым, шул ваҡыт медсестра килеп инде, мин уға ҡарағансы теге ултырған ҡыҙ юҡ ине. Ул ҡыҙ кем булыуы мөмкин? ҡапыл ҡайҙа юҡ булды? Операция тамамланғансы эргәлә ни эшләп ултырҙы икән? был һорауҙарға яуап юҡ. Врачтар обход үткәрергә инделәр ҙә Хирург әйтә :саҡ ҡотҡарып алып ҡалдыҡ был ҡыҙҙы ти. Ҡапыл ишек яғына ҡараһам баяғы ҡыҙ ишек төбөндә йылмайып тора. Ишеккә төртөп курһәтәм врачтарға ана торған ҡыҙ кем ул? тинем. Врачтар миңә аптырап ҡаранылар ҙа, һаман да наркоз бөтмәгән икән, система ҡуйығыҙ тип миңә тиҙерәк йунәлегеҙ тип сығып киттеләр. Бәлки ул ҡыҙ минең фәрештәм булғандыр. Теге донъяға алып китергә килгән ҡыҙ булғандыр бәлки.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall-184557435_116367%2Fd7cdb6900766e1ce79

Автор:
Читайте нас: