Студент ҡыҙ аэропортта үҙ рейсын көтә икән. Самолеттың бер нисә сәғәткә тотҡарланасағы билдәле булғас, ныҡ асыуы ҡабара. Унан китап һәм бер ҡап печенье һатып ала ла ултырғысҡа килеп ултыра.
Эргәлә – буш урын. Унда ҡабы менән печенье ята. Ә артабанғы ултырғыста – журналға текәлгән ир. Ҡыҙ печенье алып ҡаптым ғына тиһә, күрә: күршеһе лә шунда үрелә. Йәнә ярһыуы сыға башлай студенттың, әммә өндәшмәй. Ә ир сит ризыҡ менән туҡланыуын дауам итә. Ҡыҙ икәүҙе алғансы, ул яйлап берәүҙе ашап ҡуя. Үҙе студентҡа ҡарап йылмайып ала. Асыуҙан тыны ҡыҫыла башлай ҡыҙҙың.
Бына ҡапта һуңғы печенье. “Нимә эшләр икән оятһыҙ? – тип уйлап ала ярһыуын тышҡа сығарыуҙан саҡ тыйылып ултырған студент. – Аҙаҡҡы ризығыма ҡул һонормо?” Ир иһә печеньены ала ла, уртаға бүлеп, күршеһенә һона. Ярһыуҙың сигенә етеп, ҡыҙ китабын иҙәнгә атып бәрә лә тышҡа сығып китә.
Аҙаҡ, самолетҡа ултырғас, сумкаһын ҡараһа, унда асылмаған бер ҡап печенье ята, ти...
Асыу бөтөн тәнде, күңелде ялмап ала. Уға юл бирергә ярамай. Тормоштағы ҡаршылыҡтарҙы тыныс ҡабул итһәк, үҙебеҙҙе тота белһәк, ҡыйын, уңайһыҙ хәлдәргә ҡалмаҫбыҙ.