Бабай яңлыш утҡа инеп киткән йыланды күреп ҡала. Сыға алмай сәбәләнгән йән эйәһен йәлләп, уны уттан сығарам тип ҡойроғонан тотоп ала. Шул мәл йылан уны сағып өлгөрә. Ауыртыуға түҙә алмай, бабай йыланды яңылыш кире утҡа ташлай. Хатаһын аңлап, был юлы ҡарт йәмкә ярҙамында йыланды ҡотҡара.
Быны күҙәтеп торған ейәне аптырап,ҡартатаһынан һорай:
- Ниңә йыланды ҡотҡарҙың ул? Ул бит һине саҡты!
- Йылан булғас сыға инде, уның булмышы шулай, — ти бабай. — Ә минең тәбиғәтемдә ҡулымдан килгәнсе ярҙам итеү.
КЕМДЕҢДЕР АУЫР ҺҮҘЕ, ҠЫЛЫҒЫ ҺЕҘҘЕ ТУРА ЮЛДАН ЯҘҘЫРМАҺЫН. ҮҘЕГЕҘГӘ, ИЗГЕЛЕККӘ ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ. БАШҠА КЕШЕ ЯУЫЗЛЫҒЫ — УНЫҢ ҒЫНА ҠАЙҒЫҺЫ. ЮҠҠА ҒЫНА ХАЛЫҠТА ТАШ МЕНӘН АТҠАНҒА АШ МЕНӘН АТ ТИМӘЙҘӘРҘЕР.
Тәржемә.