Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Август 2025, 10:05

Айзилә Мортаева

Йәй йәйрәгеҙ тиеп кенәЙәйгән йәннәт келәмен.Йәй йәненә бына мин дәӨмөт-хыял эләмен.

Айзилә Мортаева
Айзилә Мортаева

Айзилә Мортаева Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған.
Бөгөнгө көндә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында хеҙмәт итә. Тормош иптәше Ришат менән Айгүзәл, Данияр, Шамил исемле балалар үҫтерәләр. Ижад емештәре республика баҫмаларында баҫылып тора.

 

***
Кисәге көн ҡабатланмай,
Ҡабатланмай бөгөнгө.
Ана, алтын табағым да
Офоғона өңөлдө...

Туҙғанаҡтай һары сәсен
Елберҙәтеп елдәргә.
Йыйнап ҡына өйөп ҡуйҙы,
Төйнәп ҡуйҙы төндәргә.

Алтын табаҡ тағы ҡалҡыр,
Асыр бишек-шаршауын.
Донъя һалыр мәшәҡәтен,
Донъя һалыр шау-шыуын...

Яңы көндөң яңы бите –
Муйынсағы ғүмерҙең.
...Кемдер һуңғы ҡат күрәлер
Ал шәфәғен эңерҙең...

...Көндәремде керҙәр итеп
Эләм күктең бауына.
Күңел нескә – тула хискә
Алтын табаҡ тәгәрәһә
Офоғоноң тауына...

Мин – ҡатын-ҡыҙ...

Күктән төшкән ярсыҡмын,
Көмөш тулы янсыҡмын.
Дөрләп янған усаҡмын,
Наҙға сорнар ҡосаҡмын.
Аллы-гөллө силәкмен,
Ымһындырыр еләкмен.
Һандыҡ тулы хазина,
Иген тулы келәтмен.
Юл яҡтыртыр сыраҡмын,
Буйың етмәҫ йыраҡмын.
Онотолмаҫ йырыңмын,
Мәңге сыңлар сыңыңмын.
Сихырлаған сихырың,
Ҡанһығыңмын, теләкмен.
Йом(о)ро ғына ҡоротмон,
Йом(о)ро ғына беләкмен...
Ҡыҙыл-көрән сәсәкмен,
Баллы-татлы сәксәкмен.
Көлдә бешкән көлсәмен,
Йәнең үртәр бөрсәмен..
Баш әйләнер яҙыңмын,
Татып туймаҫ наҙыңмын.
Донъяң йәме – ҡотоңмон,
Һурып туймаҫ һутыңмын.
Зәм-зәм һыуы – шишмәмен,
Йәшел генә йәшмәмен.
Мин булғанда һин һәр саҡ
Йәшәрерһең, йәшнәрһең!
Аса алмаҫ сереңмен,
Юя алмаҫ кереңмен.
Гел ымһыныр тәнеңмен,
Гел юҡһыныр йәнеңмен,
Мин.

***
Барыһы ла ултырыр урынына:
Һүнгән усаҡ тағы ҡуҙланыр.
...Ҡалған күңел генә кире ҡайтмаҫ,
Ҡалған хәтер гелән һыҙланыр...
Барыһы ла ултырыр урынына:
Ярҙарына ҡайтыр йылғалар.
...Тик ауыр һүҙ йәнде йәрәхәтләр,
Тик уңалмаҫ һалған яралар.

Барыһы ла ултырыр урынына,
Тик әүәлге булмаҫ был йөрәк.
Йөрәктәрҙең йөйөн юйыр өсөн
Сатнамаған ғына Ҡояш кәрәк,
Түп-түңәрәк кенә Ер кәрәк!..

***

Тауҙар, тауҙар – асылым,
Донъяларҙы асыуым.
Күргәндән күңел күшекһә,
Юғарыға ҡасыуым.

Тауҙар, тауҙар – асылым,
Күккә күпер аҫыуым.
Йөрәк өҙөлөп төштө ниһә,
Бейеклеккә баҫыуым.

Тауҙар, тауҙар – асылым,
Йәшәмәйем асынып.
Монарҙай ғына ғүмерҙең
Оло серен асыуым.

Тауҙар, тауҙар – асылым,
Юҡтыр һис тә асыуым.
Өс көнлөк кенә донъяла
Кеше булһын асылым!

Күңелем...

Түгелеп китә күңелем,
Төңөлөп китә...
...Наҙлы ғына бер ҡараштан
Терелеп китә.

Өтөлөп китә күңелем,
Тетелеп китә...
Яман һүҙҙән сынаяҡтай
Кителеп китә.

Көрһөнөп китә күңелем,
Көйөнөп китә...
...Йылы ғына бер һүҙҙән дә
Һөйөнөп китә.
Абынып китә күңелем,
Ҡабынып китә...
Табынмайым тигәндә лә,
Һағынып китә...

Аҙынып китә күңелем,
Яҙлығып китә.
Көмбәҙендә ҡояш көлһә,
Яҙылып китә.

Өҙлөгөп китә күңелем,
Өҙөлөп китә.
Өҙөлөп ҡәҙерләһәләр,
Төҙәлеп китә...

Туҙғанаҡтай түҙмәҫ булып
Туҙынып китә.
...Ҡояшы ла өтә уны,
Еле лә үтә...

Ай, был күңел тигәндәрең
Ҡайһылай нескә!..
...Ҡылдан да нескә күңелде
Тыямын көскә...

Йәй еңгәм

Йәй йәйрәгеҙ тиеп кенә
Йәйгән йәннәт келәмен.
Йәй йәненә бына мин дә
Өмөт-хыял эләмен.

Эләм йәйҙең йәндәренә
Һөйөү-шатлыҡ янсығын.
Йәшел генә ҡыяғына
Еләктәрҙең мул-суғын.

Йәй – йөрәккә ҡәҙерле йән:
Йомарт та, иркә генә.
Бикәстәрен осондорған
Яратҡан еңгә генә!

Көләслеге йөҙөнә сыҡҡан,
Көйәнтәһе – йәйғорҙан.
Туҡылғандыр уның йәне
Тик нурҙан ғына, йырҙан!

Һағышы ла – нағыш бит ул,
Илауы ла – йылмайыу.
Йәй – яратҡан еңгә төҫлө,
Еңгәләр ят булмай ул!

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас