Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
15 Апрель 2023, 10:50

Был тормошта...

Был тормошта бер ҡасан да, бер кемгә лә 

Һөйләп, асып булмай торған серҙәр була... 

 

Бер ҡасан да, бер кемгә лә бирмәй торған, 

Үҙең генә йыуа торған керҙәр була... 

 

Әйтергә тейеш булып та уйлай торғас, 

Әйтелмәйсә эстә ҡалған һүҙҙәр була... 

 

Ғүмер буйы оноторға тырышып та 

Оноталмайса иҫтә ҡалған күҙҙәр була... 

 

Бер башҡайың аҡ ҡараны айыра алмай, 

Яңғыҙҡайың йән аҫыраған көндәр була ... 

 

Үтеп- һүтеп, сорнап -бәйләп уйлап сыҡҡан. 

Таңы һаман атмай торған төндәр була... 

 

Аңлатырға һүҙҙәр табып булмайынса, 

Һине сорнап, әрнеп янған һағыш була... 

 

Күргәндаргә сабыр булып, күрмәгәнгә 

Күрһәтмәһен Аллаһ тигән яҙмыш була. 

 

Үҙ башыңа төшмәйенсә белмәй торған, 

Аңлай алмай торған эске әрнеү була... 

 

Үҙең күптән ғәфү итеп, ә йөрәгең , 

Ҡабул итә алмай торған рәнйеү була... 

 

Тойғо, хәсрәт барыһын да, түкмәй- сәсмәй, 

Кешекәйем күңеленә һалып ҡуя. 

 

Йәшәй йәшәй, ғүмер үтеп, бер йөк булып, 

Күңелдәге шул һандығың шыплап тула. 

 

ЫнйыӘхмәтова

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: