- Атай, әйт әле, мин ысын яманмы? Минәнә шулай тип көләләр, — тип улы уйҙары менән уртаҡлаша.
- Киттек, — ти атаһы малайына. Тышҡа сыҡҡас, икәүләшеп бер ишәккә ултырып, урам буйлап үтәләр. Кешеләр: “Малды йәлләмәй, икәүләп ултырып алғандар”, — тип уларҙы әрләй. Шунан атаһы ишәктән төшә. Кешеләр: “Малайы тәрбиәһеҙ! Атаһы йәйәү атлай, ул ултырып алған!” — тип дәғүә белдерә. Хәҙер атаһы ишәккә ултырып ала, ә улы эргәһендә йәйәү атлай. Кешеләр: “Балаҡай ғынаны! Атаһы йәнһеҙҙер ул!” — тип улын йәлләй. Шунан һуң икеһе лә йәйәү атларға булалар. Халыҡ: “Ике иҫәр! Ишәктәрен ҡуллана белмәйҙәрҙер ул”, — тип көлә. Өйгә кире ҡайтҡас атаһы:
- Бына шулай, кешеләргә бер ваҡытта ла ярап булмай, юҡҡа ҡайғырма, — тип улын йыуата.
КЕШЕ ФЕКЕРЕНӘ ТАЯНЫП ЙӘШӘРГӘ ЯРАМАЙ. БӨТӘҺЕНӘ ЛӘ ОҠШАП ТА, ЯРАП ТА БУЛМАЙ. КӘМСЕЛЛЕК ТАБЫРҒА ТЫРЫШҠАНДАР, БАРЫБЕР ТАБА. ШУҒА ЛА ҮҘ АҠЫЛЫҢ, ҮҘ БАШЫҢ МЕНӘН ТОРМОШ ЮЛЫН ҮТЕРГӘ КӘРӘК.
Тәржемә.