Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
1 Октябрь , 15:00

Хоҙай араланы үлемдән

Бабайым, трактор менән ҡайтырһығыҙ, тиһә лә, беҙ ни эшләптер көтөп тормай, тағы юлға сыҡтыҡ. Ул яҡтан юлды бик белмәй инек. Тағы юлда аҙаштыҡ, байтаҡ ҡына йөрөгәс, үҙебеҙҙең урман посадкаһына барып сыҡтыҡ.

Хоҙай араланы үлемдән
Хоҙай араланы үлемдән

Был хәл 1978 йылдың 30 – 31 декабрендә булды.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының I курсында уҡып йөрөгән саҡ. Дәртле, ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ студент ваҡыты. Ниндәйҙер фәндән (онотҡанмын) зачет бирҙем дә, ауылға ҡайтырға йыйындым. Класташтар менән осрашыу теләге, ата-әсәйҙең йортон һағыныу ҙа көслө булғандыр инде. Ул ваҡытта автобустар беҙҙең Федоровка районының Юлдаш ауылына йөрөмәй. Шулай ҙа Салауаттан Сытырманға автобус менән, һуңынан Иҫке Михайловка ауылына тиклем үткенсе машиналар менән килеп еттек. Шул ауылда ауылдаштарыбыҙ Зәйнәп һәм Фәтихте осратып, ауылға йәйәүләп ҡайтып киттек. Шунан бара торғас, аҙашып, күрше Күмертау районының Яңы Михайловкаға барып сыҡтыҡ. Ул ауылда бабайым колхоздың идарасыһы булып эшләй ине. Көн кисләгәйне һәм беҙ уларҙа ашап, сәй эсеп йоҡларға ҡалдыҡ.

Икенсе көндә 31 декабрҙә беҙ тағы юлға сыҡтыҡ. Бабайым, трактор менән ҡайтырһығыҙ, тиһә лә, беҙ ни эшләптер көтөп тормай, тағы юлға сыҡтыҡ. Ул яҡтан юлды бик белмәй инек. Тағы юлда аҙаштыҡ, байтаҡ ҡына йөрөгәс, үҙебеҙҙең урман посадкаһына барып сыҡтыҡ. Мин дә, Фәтих тә (Күмертау педучилищеһында уҡый) еңел генә кейенгәнбеҙ. Зәйнәп (БДУ-ла уҡый) йылы кейенгән. Тышта – 40 градус сатлама һыуыҡ. Атлаһаҡ та, барыбер өшөттөрҙө. Ауылға бер саҡрымдан күберәк ҡалғандыр. Бер будка ултыра ине. Шунда кереп йылынырға булдыҡ. Арыттырған, өшөттөргән. Эй йоҡо килә. Зәйнәп : «Әйҙә сығайыҡ, йүгерәйек», – тип әйтеп беҙҙе алып сығып китте. Ауылға 500 метр ҡалғас, ул ярҙам һорарға ауылға йүгерҙе. Ә мин Фатихтың сумкаһын, трансформатор янына элгәнсе, ул инде иҫен юғалтып, яланғас ҡулдары менән ҡар өҫтөнән икенсе яҡҡа имгәкләп китеп бара ине. Ауыл осонан ике кеше килгәнен күрҙем. Улар мине ҡултыҡлап яҡын йортҡа алып керҙе. Беҙгә ҡайнар сәй, «ҡатыһы»нда эсерәләр икән. Уянып киткәс, ҡараһам, Фатих кәритәлә ята. Бармаҡтарына боҙ йәбешкән. Мин уны йәлләп, үлгән икән, тип илап ебәрҙем. Шунан һуң мине әсәйем менән туғаным кәритәгә ултыртып өйгә алып ҡайтып китте.

Ә кисен класташтарым менән беҙҙең өйҙә Яңы йыл ҡаршыланыҡ. Мин карауатта ятам, улар йырлай, бейей. Ә минең ҡул да, аяҡтар ҙа туңған. Ошо ваҡиғанан һуң иҫән ҡалғаныбыҙға шатланып бөтә алманыҡ. Ә инде будка эсендә ҡалһаҡ, ойоп китеп, бәлки, туңып үлгән дә булыр инек. Рәхмәт инде Зәйнәпкә. Ул бит: «Әйҙә, йүгерәйек!» тип алып сыҡты. Беҙҙе һаҡлаған һәм үлемдән алып ҡалған Аллаһы Тәғәләгә һәм уның фәрештәләренә рәхмәтлемен. Ул йылда бит кешеләр автобустарҙа туңып үлде. 1978 йылдың Яңы йыл төнө бик ныҡ һыуыҡ булды.

Нәсихә НАСИРОВА.
Стәрлетамаҡ районы,
Мырҙаш ауылы.

Автор:
Читайте нас: