Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
5 Июль 2021, 21:11

Ҡиммәтле дарыуҙар, табибтар ҙа уны дауалай алмаған.

Ауырыу аҡыл эйәһенең һүҙҙәрен тыңлай һәм аяҡҡа баҫа.

Ҡиммәтле дарыуҙар, табибтар ҙа уны дауалай алмаған.
Ҡиммәтле дарыуҙар, табибтар ҙа уны дауалай алмаған.

–Кемгә генә яҡшылыҡ ҡылһаң да, уны иҫеңдә тотма. Эшләгән яҡшылығың өсөн башҡаларҙан нимәлер өмөт итеү, ул эштең Аллаһ ризалығы өсөн эшләнмәүен күрһәтә, әхирәттә әжерен юғалтыуың бар. Һәм ул киләсәктә башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә ауыр йөк кеүек кәртә була, Аллаһы Тәғәләнең сауабынан мәхрүм итә.


–Кемдер һиңә насарлыҡ ҡылһа, онот, һөйләп йөрөһәң, насарлыҡ таратыусы булырһың һәм ауырыуға әйләнерһең. Иҫтә тотҡан насарлыҡ – иҫтә тотоусыға, онотолған насарлыҡ  эшләүсеһенә зыян килтерә.

Ҡасан да булһа бер бай кеше ауырып киткән. Ҡиммәтле дарыуҙар, табибтар ҙа уны дауалай алмаған. Шул саҡ дуҫтары ғилем эйәһен саҡырғандар. Ул ауырыуҙан: “Һин бер кешене лә иҫтә ҡалырлыҡ һәм уны кисерә алмаҫлыҡ дәрәжәлә бик ҡаты итеп рәнйетмәнеңме?"– тип һораған. Ауырыу "эйе" тип яуап биргән. "Ошо үпкә тотоуыңды онот һәм ул кешене ғәфү ит", – тигән аҡыл эйһе. "Кисерә алмайым шул", – тип яуап биргән ауырыу. Уға ҡаршы: “Терелергә теләйһеңме һуң?"– тип һораған ғилем эйәһе. "Эйе ", – тигән ауырыу. "Улай булғас, ул кешене ғәфү ит, һинең ауырыуың шул үпкәнән, ул рәнйешең бөтмәйенсә, һин терелә алмайһың", – тигән аҡыл эйәһе. Ауырыу аҡыл эйәһенең һүҙҙәрен тыңлай һәм аяҡҡа баҫа.

Рәнйеү, үпкә һаҡлап йөрөү, ғәфү итә белмәү – ҡан баҫымы күтәрелеүгә, ҡанда холестерин, шәкәр артыуға, йөрәк ҡағыуға сәбәпсе була. Киң күңелле була белеү, ғәфү итеү күп дарыуҙарға ҡарағанда яҡшыраҡ тәьҫир итә. Үпкәне һаҡлап йөрөгән кеүек үк, рәнйетеүсе ғәфү үтенгәндә кисерә алмау ҙа бик ҙур гонаһ.

Читайте нас: