Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
13 Июль 2021, 19:20

Дүрт көн ял итәбеҙ!

Был көн өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ.

Дүрт көн ял итәбеҙ!
Дүрт көн ял итәбеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 июлде республикала ял көнө тип иғлан итте. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

«20 июлдә республика Ҡорбан байрамын билдәләй. Эпидемиологик хәлгә бәйле Башҡортостанда йәшәүселәргә дүрт көн ял бирәбеҙ. Бөтә эш биреүселәр ҙә лә ошо көн өсөн хеҙмәт хаҡын һаҡларға тейеш», —тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, урында эшләргә тейешле хеҙмәткәрҙәр һанын һәр учреждение үҙе билдәләй.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: