Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
14 Апрель 2022, 14:23

Ураҙаның хикмәтәренең береһе

Ни өсөн башҡа ғәмәлдәр өсөн улай түгел? Мәҫәлән: кешене үлемдән ҡотҡарған өсөн? Йәки мәсет төҙөткән өсөн түгел? Мең төрлө сауаплы ғәмәлдәр бар... Фәҡәт ураҙа өсөн генә...

Ураҙаның хикмәтәренең береһе
Ураҙаның хикмәтәренең береһе

Динебеҙҙә ураҙа ҙур урынды алып тора. Аллаһ Тәғәлә уны тоторға бойорған үә: “Ураҙа минең өсөн, сауабын да Үҙем бирермен”, тип әйткән. Йәғни күп итеп, иҫәпһеҙ бирер, ин шә Аллаһ.
Ни өсөн башҡа ғәмәлдәр өсөн улай түгел? Мәҫәлән: кешене үлемдән ҡотҡарған өсөн? Йәки мәсет төҙөткән өсөн түгел? Мең төрлө сауаплы ғәмәлдәр бар... Фәҡәт ураҙа өсөн генә...
Шикһеҙ сәбәптәренең береһе – нәфесте тыйыу. Ураҙалы кеше үҙенең нәфесен, шәһәүәтен тыйырға өйрәнә. Ә был һанап бөткөһеҙ ҙур ҡаҙаныш. Был ҡаҙаныштың баһаһын кеше аңлап та бөтөрмәй. Әгәр кеше нәфесен йүгәнләй алмаһа, тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмай. Нәфесте ни тиклем нығыраҡ тота белһәң, шул тиклем күберәк хәйерле нәмәләргә өлгәшәһең. Ни тиклем йүгәнләй алмаһаң, шул тиклем бер нәмәгә лә өлгәшә алмай тормошоң үтер.
Хатта балаларҙы ла нәфесен тыйырға өйрәтәләр. Береһенең дә, иртән тороп, мәктәпкә барғыһы килмәй, дәрес әҙерләгеһе килмәй. Ләкин ата-әсәләре балаларын мәжбүр итеп булһа ла мәктәпкә ебәрә, сөнки ата-әсәләре белә: мәктәпкә бармаһа, наҙан ҡаласаҡ, ауыр эштә эшләйәсәк, тормошо ауыр буласаҡ. Балалары тураһында ҡайғыртып, уларҙы уҡыталар. Өҫтәүенә, мәктәпте бөтөүенә колледжға йәки институтҡа уҡырға керетәләр. Үҫмерҙең уҡыһы килмәһә лә, нәфесе быны һөймәһә лә уҡыталар. Бар нәмә лә ауырлыҡ, тырышлыҡ аша ғына килә. Ялҡаулыҡ менән бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай. Кеше үҙен тырышлыҡҡа өйрәтһә генә, тормошта нимәгәлер өлгәшәсәк.
Ошондай нәфесте эшкә егергә өйрәтә лә инде ураҙа. Нәфес – ул ҙур машина-йыһаз һымаҡ. Уны ҡуллана белһәң, ҙур файҙа килтерә, ҡуллана белмәһәң, ҡулыңды-башыңды “өҙөп ала”. Нәфесте тота белгән кеше, шул йыһазды (станокты) ҡулланған кеше һымаҡ, ҙур эштәр ҡыласаҡ, эшләгән эше күп, файҙалы буласаҡ, сөнки уға нәфес ярҙам итәсәк.
Кеше шул нәфесте тыя белмәһә, ул ҙур бәләгә әүереләсәк. Миҫал өсөн, күп ашаһа, артыҡ һимерәсәк үә ауырыясаҡ, һәр теләгән кешеһе менән яҡынлыҡ ҡылып йөрөһә – зинасы буласаҡ һ.б. Бик күп проблемалар буласаҡ бындайға. Был осраҡта ла шулай уҡ – нәфесен тыйыу дәрәжәһе ни тиклем кәмерәк булһа, ул кешенең тормошо ла шул уҡ дәрәжәлә насарыраҡ, йүнһеҙерәк буласаҡ. Бер-береһенә бәйлелер. (Һирәк осраҡтарҙан тыш). Был Аллаһының ҡануны, уны береһе лә урап үтә алмаҫ. Нәфсеңде йүгәнләһәң, уңышта, тота алмаһаң хәсрәттә булаһың. Шулай булғас, ураҙа уңышҡа илтә.

 

 

Автор:
Читайте нас: