Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
30 Апрель 2022, 19:50

Сәлихтә мәҙәни-ял паркы асылды

Ә һеҙҙең ауылда парк бармы? Булмаһа, ошондай күркәм парк асыуҙарын теләр инегеҙме?

Сәлихтә  мәҙәни-ял паркы асылды
Сәлихтә мәҙәни-ял паркы асылды

Бөгөн Сәлих ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Наҡаҫ" мәҙәни-ял паркы асылды. Уның эсендә Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған обелиск, балалар һәм спорт майҙансығы, ғашиҡтар ултырғысы урын алған. Тантаналы сарала медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, шашка буйынса күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азамат Сәйфуллин ҡатнашты. Улар сәлихтарға әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм конкурста еңеүҙәрен теләне.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: